Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Берҙәмлектә – көс
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғилми асыштарға юл асыҡ Башҡортостан » Милли проекттар
    Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы буйынса комиссия 2007 йылға йәштәр премияһына эштәр ҡабул итә башлай.
    Республиканың ғилми ҡеүәтен үҫтереү һәм һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында БР Хөкүмәте ҡарары менән премия 2002 йылда булдырылды.
    Ул йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеүсе һәм алдынғы Рәсәй, донъя ҡаҙаныштарына ярашлы гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө, яңы ресурс һаҡлаусы, экологик яҡтан таҙа технологияларҙы, прогрессив материалдарҙы, машиналар һәм приборҙар уйлап тапҡаны һәм производствоға индергәне өсөн бирелә.
    Йыл һайын тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә 50-шәр мең һумлыҡ өс дәүләт премияһы тапшырыла.
    Республика дәүләт йәштәр премияһына ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең, вуз уҡытыусыларының, аспиранттарҙың, докторанттарҙың, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәренең эштәре айырым да, биш кешенән артмаған авторҙар төркөмөндә лә күрһәтелә ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.
    Дәүләт премияһына эштәр БР министрлыҡтары һәм ведомстволары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, БР Фәндәр академияһы, БР башҡарма власть органдары, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, уҡыу йорттары, ижтимағи берекмәләр, ғилми ойошмалар һәм учреждениелар тарафынан күрһәтелә. Эштәр президиум, ғилми совет, коллегия, идаралыҡ ултырыштарында, хеҙмәт коллективтарының йыйылыштарында һәр авторҙың индергән өлөшөн иҫәпкә алып тәҡдим ителә.
    Дәүләт премиялары лауреаттарға Республика көнөн байрам итер алдынан тантаналы шарттарҙа тапшырыла.
    Эштәр 2008 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә (күрһәтелгән ваҡыттан һуңыраҡ тапшырылған материалдар ҡаралмаясаҡ).
    Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһына конкурс материалдары түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
    450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының масса-ойоштороу һәм социаль эштәр бүлеге, 25-се бүлмә.
    Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 251-57-19,251-14-75.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ауыр һәм ныҡышмалы хеҙмәт емеше татлы
  • Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәшт ...
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге ...
  • Бабич кемгә йылмайыр?
  • Бабич кемгә йылмайыр?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru