Дан хеҙмәттә яулана.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бар халыҡты бергә йыйҙы халҡыбыҙҙың милли байрамы Башҡортостан » Милли проекттар

    Бар халыҡты бергә йыйҙы  халҡыбыҙҙың милли байрамы
    Һәр йылдағыса, быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, илештәр күтәренке кәйеф менән халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуйҙы гөрләтеп үткәрҙе.
    Ул 29 – 30 майҙа – ауылдарҙа, 5 июндә район үҙәге Үрге Йәркәйҙә уҙҙы. Байрам Илеш районының 75 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналды. Фанфаралар яңғырағандан һуң, үҙәк майҙанда һабантуй флагы күтәрелде. Байрамға йыйылыусылар йөҙләгән мәктәп уҡыусыһы, йәш спортсылар, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында әҙерләнгән «Дуҫлыҡ тирмәһе» тип аталған нәфис-хореографик композицияны айырыуса йылы ҡабул итте. Әлбиттә, ҡунаҡсыл Илеш ерендә һабантуй байрамы мәртәбәле ҡунаҡтарҙан башҡа уҙмай.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һабантуйҙай оло байрам була бит ул һирәк! Башҡортостан » Милли проекттар

    Әбйәлил районының быйылғы һабантуйы Рәсәй, Башҡортостан сиктәрендә уҙған һәм уҙасаҡ мөһим, тарихи ваҡиғаларға ауаздаш булып, йәшәгән төбәктәрен гөл-баҡсаға әйләндергән, данға күмгән эшһөйәр хеҙмәт кешеләренә бағышланғайны.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң мөһиме – сабый йылмайыуы Башҡортостан » Милли проекттар

    Билдәле мотоуҙышсы Борис Самородов ойоштор­ған «Самородов-фонд» хәйриә фонды биш йыл эшләп килә.
    Иң мөһиме –  сабый йылмайыуы
    Ошо дәүерҙә ул байтаҡ балаға ярҙам ҡулы һуҙырға өлгөргән. Бөгөн фонд эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – яман шеш менән ауырыған балаларға ярҙам итеү. Бындай ауырыуҙар дәүләт тарафынан ҙур ярҙамға өмөт итә алмай, ә сирҙе дауалау өсөн бик күп аҡса талап ителә. Әгәр бүтән ауырыуҙан ҡотолор өсөн ата-әсәһе балаһына нисек тә аҡса таба ала икән, ә яман шеште дауалауға 700 мең һум тирәһе аҡсаны ҡапыл ҡайҙан алһын?! Ошо саҡта фонд ярҙамға килә лә инде. Йылына 5 – 6 акция уҙғара ул.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ташкисеү буйы гөрләне Башҡортостан » Милли проекттар

    Ташкисеү буйы гөрләне
    Баш ҡалабыҙға республиканың төрлө райондарынан килеп, уҡып, эшләп йөрөүсе йәштәребеҙҙе үҙ-ара таныштырыу, туплау бик мөһим. Шулай уҡ Өфөлә йәшәүсе йәштәр ҙа милләттәштәре, тиҫтерҙәре менән аралашырға тейеш. Бының өсөн йәйге матур көндә бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығып, рәхәтләнеп ял итеү, концерттар, ярыштар ойоштороуҙан да шәберәге юҡ. Үткән ял көнөндә баш ҡалабыҙ эргәһендәге Ташкисеү тигән урында йәштәр икенсе тапҡыр йыйылды. Башҡортостан Республикаһы йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы ойошторған байрам төрлө конкурстары, йыр-бейеүҙәре менән иртәнән кискә тиклем Ташкисеү яланын гөрләтеп торҙо.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (4) | Тотош уҡырға
    Ял итәйек Бөрйәндә! Башҡортостан » Милли проекттар

    «Икенсе Швейцария»ла туристик туҡталҡа асылды
    Ял итәйек Бөрйәндә!
    Тәбиғәте, халҡы менән бөтә донъяны һоҡландырырлыҡ республикабыҙҙа туризмды үҫтереү өсөн ҡабул ителгән махсус программалар тулы ҡеүәтенә эшләй тип әйтергә тулы нигеҙ бар – ошо көндәрҙә «Икенсе Швейцария» тип йөрөтөлгән Бөрйән районында Башҡортостанда тәүге туристик туҡталҡа асылды. Хәҙер Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшкән туристар, Оло Ҡужан тип аталған урында туҡталып, рәхәтләнеп ял итеп китеү мөмкинлегенә эйә.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    йәштәр һабантуйына килегеҙ! Башҡортостан » Милли проекттар

    Бик матур йолаға әүерелгән һабантуйҙы күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ыңғай тәьҫораттарға, йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай байрам йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы быйыл бөтә йәштәр өсөн студенттар һабантуйын уҙғара.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат рухын тойҙоҡ Башҡортостан » Милли проекттар

    Иглиндар Салауаттың һуңғы төйәгендә – Эстонияла булып, милли батырыбыҙ һәйкәленә бер ус Мең ере тупрағы һалған
    Салауат рухын тойҙоҡ
    Башҡортомдоң данлы һәм шөһрәтле улдары араһында Салауат Юлаевтың исеме айырым баҫҡыста тора. Ғүмере буйы туған халҡының азатлығы һәм матур тормошо өсөн көрәш юлына баҫҡан һәм йәнен аямаған батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстония бөгөн дә яҡташыбыҙҙың эҙҙәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Салауатыбыҙҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе, уны мин уҡылып та, төшөнөп тә етә алмаған китапҡа тиңләйем, тигәйне былтыр Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап ойошторолған экспедицияла Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе яҡын танышым.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ер – етди мәсьәлә Башҡортостан » Милли проекттар

    Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында билдәләнеүенсә, Башҡортостанда ер мәсьәләһе бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең республика 14 миллион гектарҙан ашыу майҙанда йәйрәп ята. Тимәк, ерҙе дөрөҫ, файҙа килтерерлек итеп ҡулланыу, һаҡлау тураһында юғары кимәлдә фекер алышыу өсөн тулы нигеҙ бар.
    Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләйәсәк «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ер менән файҙаланыуҙың проблемалары» секцияһына әҙерлек сиктәрендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сараға ғалимдар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем эшмәкәрҙәре, журналистар йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы буйынса төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Динир Әхмәтйәнов рәйеслегендә үткән «түңәрәк өҫтәл»дә ер закондарының федераль һәм республика кимәлендәге төрлө аспекттары, ер реформалары кеүек мөһим проблемалар ҡаралды.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru