Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Өс һөйләм менән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҙәмдәрҙе йота «крокодил» Башҡортостан » Милли проекттар

    ­Дезоморфин – үҙ-үҙен үлтерергә теләүсе наркомандарҙың «аҙығы». Уны өй шарттарында ла әҙерләп була, бының өсөн химик булырға кәрәкмәй, тиҙәр хатта. Препараттың тәьҫире дүрт сәғәт самаһына етә, кеше эйфория кисерә. Унан һуң тағы кәрәк. Ваҡыт үтеү менән организм хәлһеҙләнә, наркоман ябыға, тәненә шешектәр сыға, һөйәктәр һыҙлай, аппетит юғала, аяҡ-ҡул тартыша... Был матдәнең кире йоғонтоһон һанай башлаһаң, оҙон исемлек хасил була. Аҙағы бер – үлем. Ҡайһы берәүҙәр күрәләтә шуға бара.
    ...Дауахана палаталарының береһендә ярым үлек хәлендә бер әҙәм ята. Ҡарашы ҡайҙалыр төбәлгән. Нимәлер уйлай ҙа кеүек үҙе. Бәлки, киләсәге хаҡындалыр, бәлки, үлем тураһындалыр. Ул – наркоман. Ошондай һәр бер кешенең «эсендә» иблис ултыра.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан тәжрибәһе ил кимәлендә таратылыуға лайыҡ Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостан тәжрибәһе ил кимәлендә таратылыуға лайыҡКисә баш ҡалабыҙҙа «Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте. Унда ҡатнашыу өсөн илдең 66 төбәгенән ҡунаҡтар йыйылды. Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһының төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Аҙ ҡатлы йорттар һәм коттедждар төҙөү милли агентлығы президенты Елена Николаева, РФ Федерация Советы, РФ Дәүләт Думаһы, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
    Мең тапҡыр ишеткәнсе – бер тапҡыр барып күр, тигәндәй, килгән ҡунаҡтар эште матур саранан – Өфө эргәһендә «Үҙ йортом» программаһына ярашлы төҙөлгән өр-яңы өйҙәрҙе ҡарауҙан башланы. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа етәкселәр оҙатып йөрөнө.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илеш районында йәштәрҙе маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәреү эше яйға һалынған Башҡортостан » Милли проекттар

    Киләсәгебеҙ йәштәр ҡулында, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Сығарылыш синыф уҡыусыларына һөнәр һайлағанда ярҙам итеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү мәктәптең, ата-әсәләрҙең генә түгел, үҙ төбәгенең алдағы яҙмышын уйлаған район етәкселәре өсөн дә төп маҡсат булып тора.
    Ошоно күҙаллап, Илеш районында өлкән синыф уҡыусылары, республиканың төрлө уҡыу йорттары вәкилдәре, педагогтар, муниципаль район хакимиәте, район мәғариф бүлеге, 86-сы һөнәрселек лицейы етәкселеге ҡатнашлығында йыл һайын слет уҙғарыу күркәм традицияға әйләнде. Быйыл да ул матур ойошторолдо. Слетты хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы Рәмил Нуретдинов асып, килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (4) | Тотош уҡырға
    Рәсәй өсөн һәр кем мөһим Башҡортостан » Милли проекттар

    2010 йыл ил өсөн мөһим бер ваҡиға булыуы менән әһәмиәтле – октябргә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы билдәләнгән. Нимәһе менән яуаплы һуң был сара? Әлбиттә, һәр халыҡ иҫәбен алыу дәүләткә демографик хәл-торошто күҙ уңында тоторға, киләсәктә бойомға ашырыласаҡ социаль-иҡтисади программалар төҙөгәндә ярҙам итә һ.б. Бер һүҙ менән әйткәндә, иҫәп алыу – иң төп мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе.
    Мәҫәлән, тик ошо акция барышында ғына төрлө милләттәрҙең белем кимәле, ғаилә составы, уларҙағы балалар һаны, никах һәм никахһыҙ тормош, йәшәү шарттары һәм килем сығанағы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Быйылғы иҫәп алыу «Рәсәй өсөн һәр кем мөһим!» девизы аҫтында үтә. Ысынлап та, ил өсөн уның һәр гражданы мөһим һәм беҙ, унда йәшәүселәр, был саранан ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Рәсәй дәүләт статистикаһы хеҙмәте ил күләмендә халыҡ иҫәбен алыуҙы 14 – 25 октябргә билдәләне. 2002 йылғы акциялағы кеүек үк, Рәсәйҙә шул ваҡытта йәшәгән һәр кеше иҫәпкә алынасаҡ. Был көндәр­ҙә һәр йортҡа иҫәп алыусы килә. Ил буйынса уларҙың һаны 600 мең кешегә етә.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Машинаңды яңыртып ал Башҡортостан » Милли проекттар

    8 марттан илебеҙҙә иҫке автомобилдәрҙе утилгә тапшырыу программаһы эшләй башланы. УНДА ҡатнашыусы төбәктәр исемлегенә ингән республикабыҙға иҫке автомобилдәрҙе ҡабул итеү буйынса бер ниндәй ҙә лимит ҡуйылмаясаҡ, тип белдерелде БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында.
    Мәғлүм булыуынса, программаға ярашлы, автосалондарҙа йәше 10 йылдан ашҡан автомобилдәрҙе ҡабул итеп, урынына 50 мең һумлыҡ сертификат бирәсәктәр. Яңы автомобиль һатып алғанда был сертификатты ташлама кеүек файҙаланыр­ға мөмкин.
    – Ҡулланыуҙа булған һәм йәше 10 йылдан ашҡан «тимер ат»тарҙы ҡабул итеүсе компаниялар исемлегенә бөтәһе 36 компания ингән (уларҙың ҡарамағында 46 автосервис бар), – тип белдерҙе БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов. – Иҫке машиналарҙы утилләштереү менән республика буйынса 31 офисы булған 4 компания шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, был һуңғы исемлек түгел, башҡа предприятиелар ҙа программала ҡатнашырға теләй икән, беҙҙең ведомствоға йәки РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына мөрәжәғәт итә ала, ә автодилерҙар – автомобиль етештереүселәргә.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матур ҙа ул, бай ҙа, яғымлы ла Башҡортостан » Милли проекттар

    Матур ҙа ул, бай ҙа, яғымлы лаРеспубликабыҙҙа туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә, уның баһаһын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар йыш ойошторола. Күптән түгел ошондай конкурстарҙың береһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.
    Уның III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышлап ойошторолоуы әһәмиәтле. Шунлыҡтан быйыл икенсе тапҡыр ғына ойошторолған конкурс төбәк-ара статус алып, унда республикабыҙҙың ғына түгел, сит өлкәләрҙең юғары уҡыу йорттары студенттары ла ҡатнашты.
    Буласаҡ уҡытыусы­ларға бик күп һынау төрө аша үтергә тура килде. Улар дәрес планын яҙыу оҫталығында көс һынашты, уҡыусылар менән дәрестәр үткәрҙе, эссе яҙып, үҙҙәренең ижади һәләтен күрһәтте, баһалама ағзаларының һорауҙарына яуап биреп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте буйынса белемдәрен күрһәтте. Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙ йортом» программаһы ҡала-райондарға тарала Башҡортостан » Милли проекттар

    БР Хөкүмәтенең сираттағы ултырышы республиканың 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына һәм 2010 йылға бурыстарға арналды.
    Быйыл «Үҙ йортом» республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорттар һаны ике меңгә тиклем еткереләсәк. Былтыр, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһына ярашлы, 500-ҙән ашыу йорт төҙөлдө. Өфө эргәһендә төҙөлөш алып барылған майҙансыҡтар һаны арттырыласаҡ. Программаға шулай уҡ башҡа ҡалалар һәм райондар ҙа ҡушыласаҡ. Уның төп асылы халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыҙығыҙға сәйнәп ҡаптырғанды йота белегеҙ! Милли проекттар, Иҡтисад

    ,«Ҡабаланмаған булһам, мин дә Шамонин йәки Жуков ауылында төҙөлгән йортто алған булыр инем» – ти үҙ көсө менән йорт төҙөгән Зөфәр Әлимғужин. Былтыр яҙҙан Башҡортостанда «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы республика торлаҡ программаһы йылдам темптар менән бойомға ашырыла башланы. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге Шамонин, Жуков, Дорогин ауылдарында шәхси йорттарҙан тиҙ арала тотош урамдар ҡалҡып сыҡҡас, төрлө төҙөлөш фирмаларының йорттарына заказ биреүселәр, шулай уҡ был эште ситтән күҙәтеүселәр араһында ла ығы-зығы китте: йәнәһе, йорттар ҡиммәт килеп сыға, ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән өйҙәрҙең сифаты юҡ... Ошо арҡала ҡайһы берәүҙәр хатта, дәрте һүнеп, икеләнеп, һаман да бер генә ҡарарға килә алмайынса, аңҡы-тиңке килә. Шамонинға барып, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһәләр ҙә, уңырмынмы-туңырмынмы, тип шикләнеүселәр бөгөн дә юҡ түгел. Ә инде бер ниҙән дә ҡурҡмайынса, шул сәғәтендә үк тәүәккәлләп программаға инеүселәрҙең бер нисәүһе яңы йортонда йәшәп тә ята, икенселәр йорттарына инженер коммуникациялары индерергә әҙерләнә.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru