Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Енәйәт һәм яза
  • Йондоҙнамә
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өйлө кеше – көйлө кеше Башҡортостан, Милли проекттар

    «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы республика торлаҡ программаһын бойомға ашырыу­ҙағы тәүге «аҡсарлаҡ» – баш ҡалабыҙҙан 27 саҡрымда төҙөлә башлаған Шамонин ауылы тураһында быға тиклем бик күп яҙылды. Бөгөн уға ҡағылышлы бер нисә генә яңылыҡты яҙып үтке килә: планлаштырылған 1200 өйҙөң 800-ө төҙөлөп бөтөп килә һәм киләһе көҙҙә шул тиклем ғаилә үҙ ҡыйығы аҫтында йәшәй башлаясаҡ, тип өмөтләнергә кәрәк. Ҙур өйгә нимә кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк, тигәндәй, яңы ҡалҡып сыҡҡан ауылда төпләнеүселәрҙең төрлө көнкүреш, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса хәҙер ауыл менән идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итә алыуы бигерәк тә һәйбәт.
    Башҡортостан Республика­һының «Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры В. Ҡадировтың һүҙҙәренсә, Шамо­нинда әле, шәхси йорттарҙан тыш, 550 урынлыҡ мәктәпкә һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһына нигеҙ һалынған. Шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереүсе объекттарҙы – магазин, дарыухана, торлаҡ-коммуналь хужалығы, бөҙрәхана һәм башҡаларҙы төҙөй башлау күҙ уңында тотола. Ауылға даими автобус маршрутын асыу мәсьәләһе лә хәл ителеү өҫтөндә.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветерандарға – юбилей миҙалдары Башҡортостан » Милли проекттар

    Ветерандарға – юбилей миҙалдарыБашҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикабыҙҙың бер төркөм ветерандарына «1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 65 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы. 30 кешенең һәр береһенә был ваҡиға ысын мәғәнәһендә оло әһәмиәткә эйә. Күптәре республиканың алыҫ райондарында йәшәүенә ҡарамаҫтан, тәүгеләрҙән булып был мәртәбәле награданы алыу өсөн баш ҡалаға килергә үҙендә көс тапҡан.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Еңеү байрамы быйыл илебеҙҙә айырыуса ҙур итеп ойоштороласаҡ, шул иҫәптән республиканың ҡала һәм райондарында ла оло тантаналар үтәсәк. Бынан тыш, юбилей йылында Башҡортостанда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын яҡлауға йүнәлтелгән саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса иҫәпкә торған барлыҡ ветерандар ҙа 1 майға тиклем фатир аласаҡ, ә кемдәр һуңыраҡ иҫәпкә баҫҡан, улар йыл аҙағына тиклем мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итте Башҡортостан » Милли проекттар

    Дәүләт эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итте2020 йылға дәүләт илдә спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы ике тапҡыр кәметмәксе, шарап етештереү эшен юлға һалмаҡсы, легаль булмаған алкоголь баҙарын тулыһынса бөтөрмәксе, эсеп ағыуланып үлеүселәр һанын кәметмәксе. Төбәк властарына ла концепцияны атҡарыу буйынса үҙ программаларын эшләргә тәҡдим ителде.
    Ҡыҙыҡ, Рәсәйҙә алкоголь ҡулланыуҙың хронометражын ҡараһаң, ул йыл да үҫеүгә табан барған. Әйтәйек, революцияға тиклем илдә алкоголь ҡулланыу йән башына йылына 0,83 л тура килгән. Спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланыу үткән быуаттың 70-се йылдарында башланған. 90-сы йылдар башына, йәғни алкоголгә ҡаршы иң һуңғы көрәш асыусы совет лидеры Михаил Горбачевтан һуң, илебеҙҙә эскелек ҡырҡа көсәйгән: һәр йән башына йылына 5,4 л таҙа спирт тура килгән булһа, былтыр иһә был күрһәткес 10 литр­­ға барып еткән. Был иҫәпкә законһыҙ етештерелгән спиртлы эсемлектәр инмәй, уларын да иҫәпләһәң, йылына 18 литрға барып етә!

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙаллылыҡтың 20 йыллығына арнала Башҡортостан, Милли проекттар

    Мортаза Рәхимов Башҡортостанда 2010 йылды Республика йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙең 20 йыллығы айҡанлы, илдең демократик үҫеше һәм Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең аяҡҡа баҫыуы өсөн уны ҡабул итеүҙең тарихи әһәмиәтен билдәләп, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2010 йылды Башҡортостанда Республика йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Указ менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты раҫланды. Ойоштороу комитетына 2010 йылдың 30 ғинуарына тиклем Башҡортостанда Республика йылын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый… Башҡортостан, Милли проекттар

    Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый…Ҡаҙыр ауылы – күркәм тәбиғәт ҡуйынында, тауҙарға һыйынып ултырған ауылдарҙың береһе. Уҙған йомала унда электән һаҡланып килгән йолаларыбыҙҙың береһе – ҡаҙ өмәһе үтте. Ғөмүмән, был ауылда ҡаҙы булмаған ихата юҡтыр тиһәк, һис тә яңылыш булмаҫ. Күрше Һеңрән ауылы һылыуы Лилиә бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе Нәжүҙә апайҙан ҡаҙ үстереү серҙәренә өйрәнә. 1991 йылда Ҡаҙыр ауылы егете Заһит менән ғаилә ҡорғас, үҙе лә йыл һайын күпләп ҡаҙ аҫрай башлай. 16 йыл дауамында инкубатор ярҙамында 35 – 40 бәпкә сығара. Тырыштарға уңыш юлдаш, тигән әйтем нәҡ Зариповтарға ҡарап әйтелгән. Быйыл уңған ғаиләгә бәхет йылмая – уларға ҡаҙ үрсетеү өсөн район программаһы буйынса 11 мең 250 һум субсидия бүленә. Улар был аҡсаға 100 бәпкә һатып ала.
    – Әлбиттә, себештәрҙе үстергәнсе ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы – минең ышаныслы ярҙамсыларым бар, – ти Лилиә.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшнәп йәшәй йәштәр Башҡортостан » Милли проекттар

    Йәшнәп йәшәй йәштәрҮтеп барған йылдың һуңғы айының тәүге көнөндә Октябрьский ҡалаһының Йәштәр һарайында «Йәш ғаилә – 2009» республика конкурсының гала-концерты үтте. «Йәш ғаилә» конкурсын БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, шулай уҡ Йәштәрҙең ижади башланғыстарын бойомға ашырыу буйынса республика үҙәге һәм БР Юстиция министрлығының Граждандарҙың хәл-торошо акттарын теркәү идаралығы ойоштора. Быйыл ул ун беренсе тапҡыр үткәрелде. Конкурс республика тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде һәм популяр булып китте. Быны ҡатнашыу­сылар һанының йылдан-йыл арта барыуы ла дәлилләй.
    Конкурс финалына Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан ете пар сыҡты, ә уның район һәм ҡала этаптарында утыҙҙан ашыу ғаилә ҡатнашҡайны. Был ғаиләләрҙе ғаилә итеп тотоп тороусы олон – бер-береңә ҡарата һөйөү, балалар, яратҡан эш.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ин мөһим - бала тәрбиәләү Башҡортостан » Милли проекттар

    Ин мөһим - бала тәрбиәләүӘсә көнө алдынан матур йолабыҙ – биш һәм унан да күберәк бала тапҡан әсәләрҙе миҙал менән бүләкләү сараһы уҙҙы. Гүзәл заттарға дәүләт наградаһын Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.
    1998 йылдан алып «Әсәлек даны» миҙалы 4600 ҡатынға тапшырылды. Әйткәндәй, тик Башҡортостанда ғына ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә «Газель» микроавтобустары бирелә. Бөгөнгө көнгә беҙҙә бындай категорияға ҡараған бөтә ғаиләләр ҙә транспорт сараһы менән тәьмин ителгән. Шуның өсөн республика етәкселеге хәҙер туғыҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә микроавтобустар бирергә ҡарар итте. Сираттағы 16 машина лайыҡлыларға ошо көндәрҙә тапшырыласаҡ.

    авторы: admin | 26 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәле бабай һабаҡтары йәки Оло уҡытыусының башҡорт телен үҙенсә уҡытҡаны Башҡортостан, Милли проекттар

    Яңыраҡ элекке бер танышымды осраттым. Ул да ғүмере буйы математика уҡытты.
    – Мин дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә яҙҙым бит әле. Ярай, ваҡытында туҡтай белдем. Теге саҡта, рус мәктәптәрендә лә башҡорт телен уҡытыу индерелгәс, мин йәшәгән ҡала уҡытыу­сылары аптырап ҡалды. Тел белмәгән балаларға уны нисек өйрәтергә белмәй ҡаңғыралар икән. Бер йәш уҡытыусы, элекке уҡыусым, минән кәңәш һораны, – тип һөйләне коллегам.
    Ғәле ҡартты теге уҡытыусы дәресенә саҡыра. Ул башҡорт балаларын уҡытҡан методика буйынса эшләй икән. Икенсе дәрестә Ғәле ҡарт үҙе дәрес биреп ҡарарға теләй. Уҡытыусы шатланып риза була. Пенсионер, элеккесә уҡытыусы ҡиәфәтенә инеп, дәрескә бара.

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru