Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Яңылыҡтар
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңы ауылға – яңы исем Башҡортостан, Милли проекттар

    Шамонинды Юрматы йәки Яңы Юрмаш тип атайыҡ. Һуңғы йылдарҙа халыҡты ҡыуандырған да, ҡотон алған да шау-шыуҙар сығып ҡына тора. Хәүефкә һалғандары үҙәктән бер-бер артлы килеп тора, әле береһенән кеше айнып етмәй, икенсеһе, өсөнсөһө... Үҙебеҙҙең яҡтан уларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, еңеп барабыҙ. Ә улар тағы мәғәнәһеҙ закондарын сығарыу менән янап ҡына тора. Шулай итеп, үҙәк дәүләт үҙен онотторорға бирмәй. Әле милли телдәрҙе бөтөрөү, йәғни тотош милләтте юҡ итеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итеүгә маташыу, әле эскелеккә, наркоманияға ҡаршы эш алып барған йәштәрҙең яғаһынан алыу кеүек шау-шыу булып ҡына тора.
    Шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең республикала халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған, йәш­тәрҙең көнкүрешен еңеләйтерлек саралар үткәрелеп тора.

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң боронғо башҡорт ырыуы Мәҙәниәт, Башҡортостан, Милли проекттар, Сәйәсәт

    Иң боронғо башҡорт ырыуыҒӘЙНӘ башҡорт ырыуҙары араһында иң боронғо һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнә. Бөгөн улар республиканың Асҡын, Тәтешле райондарында ғүмер итә. Ләкин төп өлөшө Пермь өлкәһенең Чернушка, Ҡуйыҙа, Пермь, Барҙы райондарында йәшәй. Барҙы районы – ғәйнәләрҙең үҙәге тиһәк тә, һис хата булмаҫ. Уларҙың ойошоп йәшәгән урындары ла нәҡ ошонда. Был районда Аҡбаш (халыҡ телендә Әжжембаш), Юкшур (Йөкшөр), Аҡлуши (Аҡлыш), Иҫке Ашап, Тундюк (Төңгөк), Барҙы (Барда, Ҡажмаҡты), Мостова (Сузде, Чужде), Иҫке Чад (Ҡажмаҡты Чад), Яңы Чад (Төңгөк Чат), Березники (Ҡайын ауыл), Ишим (Түбән ауыл), Чалково (Баҡчауыл), Рам, Бардабаш, Бичурино (Озон ялан), Саркаеш (Сырҡайыш), Учкул (Очҡул), Яушкурово (Яуышҡыр), Батырбай, Брюзли (Бөрөжлө), Зиязилга (Сазйылға), Түбән Искилде, Сюзян (Сөжән), Елпачиха (Удик), Искир (Искер), Конюково (Әрәмауыл), Усть-Туктор (Тауауыл), Краснояр I (Беренче Әржән), Краснояр (Икенче Әржән), Кзылъярово (Үтәй), Үтәйбаш, Куземьяр (Байауыл), Ҡодаш, Чувашаево (Жаматай), Юғары Ашап (Башапбаш), Яңы Ашап (Яңауыл), Никольск (ҡатнаш халыҡ йәшәй), Сәркиәдә, Толоканка (Талҡанны), Эшлекбаш, Усть-Шлык (Эшлек-Түз), Казанка, Әмир, Ҡарман, Константиновка (Күчтәнтей), Верхне-Константиновка (Юғары Күчтәнтей), Игатка (Игәт), Ҡарағош, Наратҡы, Ермея (Жирмейә), Кувия (Күгейә), Уймыж, Федорки (Өчмөчтө, Өчмичте), Сараш, Танып, Усть-Башап (Башап-түз), Ар-Башап ауылдары инә. 1970 йылда Пермь өлкәһендә 47812 башҡорт иҫәпләнгән.

    авторы: admin | 12 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ундайҙарҙарҙы, ҡулы алтын, тиҙәр... Башҡортостан, Милли проекттар, Иҡтисад

    Ундайҙарҙарҙы, ҡулы алтын, тиҙәр...Һеҙ һүрәттә күргән егет – Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында йәшәүсе, оҫта ҡуллы, йәш эшҡыуар Илшат Игебаев. Маһира апай менән Вәкил ағайҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән малай бәләкәй саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә, ағасты юнып төрлө әйберҙәр яһарға әүәҫ була. Бәлки, киләсәктә тап ошо юл менән китерен алдан төҫмөрләмәгәндер... Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия колледжында технология серҙәренә төшөнә. Магнито­горск ҡалаһында юғары белем ала, Силәбе өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Ә хеҙмәт юлын Садовый ҡасабаһында технология уҡытыусыһы булып башлай. Артабан ул Өфөлә «Мейәс-мебель» фабрикаһында эш­ләп, һөнәрен камиллаштыра. Тап шул ваҡытта ул үҙенең тормош иптәшен – Гөлсөмдө осрата. Йәш ғаилә үҙҙәренең хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, тыуған ауылдарына ҡайтып, атай йортонда төпләнә.
    Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалырға тырышмай, ә ҡалаға ынтыла. Ә бына Илшат тәүәккәлләй ҙә, буш торған совхоз бинаһын һатып алып, үҙ эшен асып ебәрә. Тырыш егет бына инде ике йыл заказ буйынса сифатлы өй йыһаздары, мебель етештерә.

    авторы: admin | 12 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һәр аҙым – уңышҡа юл башы Башҡортостан, Милли проекттар

    һәр аҙым – уңышҡа юл башыХәҙерге заманда эшҡыуарлыҡтың ниндәй генә төрҙәре юҡ. Етәкселек тарафынан был өлкәгә иғтибар көндән-көн арта бара. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү тура­һын­дағы республика программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Илеш районында ла байтаҡ эш башҡарылды. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен иҫәпкә алып, март айында 2009 йылда урындағы бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы эшләнде. Муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы А. Лоҡманов билдәләүенсә, программа бәләкәй эш­ҡыуарлыҡты үҫтереүгә күп кенә ыңғай шарттар тыуҙырҙы.

    авторы: admin | 5 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш артистар фатир ала. Бушлай Мәҙәниәт, Милли проекттар

    Йәш артистар фатир ала. БушлайКеше өсөн йәшәү урынынан да мөһим нәмә юҡ. Үҙ йортоң булһа, донъя ла түңәрәкләнер, бөтә борсолоуҙар ҙа юҡҡа сығыр кеүек. Торлаҡһыҙлыҡ мәсьәләһен үҙ башы аша кисергәндәр генә быны бик яҡшы аңлай. Бигерәк тә ҡала ерендә торлаҡлы булыу – иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе. Элек кеше эшкә урынлаша икән, иртәме-һуңмы шул эш урынынан бушҡа фатир алырға өмөтө, ышанысы булған. Хәҙер иһә 10 – 15 йыл бер урында эшләп тә, фатирһыҙ интеккән кешеләр бар. Һөйөнөскә күрә, бер ҡасан да хәл итеп булмаҫтай то­йолған фатир мәсьәләһе буйынса ла һуңғы осорҙа ыңғай үҙгәрештәр күренә башланы. Быйыл ғына ғәмәлгә ашырыла башлаған «Үҙ йортом» әҙ ҡатлы төҙөлөш программаһы бик күп кешегә үҙәгенә үткән торлаҡ проблемаһын сисергә ярҙам­лашһа, ҡайһы бер предприя­тие һәм ойош­ма­лар ҙа хеҙ­мәт­кәрҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы хәстәрләй башланы.

    авторы: admin | 5 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлда – балалар Яңылыҡтар, Милли проекттар

    БР Хөкүмәтендә Бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау эше буйынса комиссияның ултырышы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев рәйеслегендә уҙған ултырышта, балаларҙың юл-транспорт фажиғәһенә юлығыуын булдырмау муниципалитеттар етәкселәре менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең тығыҙ хеҙмәттәшлегендә ойошторолорға тейеш, тигән тәҡдим яңғыраны.
    – Быйыл 8 айҙа Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 13366 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, – тине Илдус Илешев, – 587 бала һәләк булған, 12779-ы йәрәхәттәр алған. Башҡортостанда 271 автоһәләкәттә 15 бала үлгән, 267-һе зыян күргән.

    авторы: admin | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылдың киләсәге Башҡортостан, Милли проекттар

    Ауылдың киләсәге «Йәйге каникулда бөтә студенттар ҙа рәхәтләнеп ял итә, тыуған йорттарына ҡайтып, һөт-ҡаймаҡ ашап, иркәләнеп ята!» – тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул, йәй буйы, таңдан тороп, баҫыуҙа тир түккән, республика хужалыҡтарында эшләүселәр менән бер рәттән тырышҡан егет-ҡыҙҙар ҙа күп. Тап ана шул уңғандар сафына ингән ике егет – Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетының дүртенсе курсы студенттары – Элвир Әсмәндийәров һәм Денис Шестеров менән таныштым. Уларҙы тәү тапҡыр күргәс тә, башыма: «Былар әллә спортсы инде?» – тигән уй килде. Ысынлап та, егеттәрҙең физик эш менән шөғөлләнгәне күренеп тора, компьютерҙан айырыла алмай ултырған бәғзе берәүҙәр кеүек түгел инде!
    Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетында, башлыса, егеттәр уҡый. Мәҫәлән, дүртенсе курстың 30 егете араһында бер генә гүзәл зат бар. Студенттар икенсе курста техниканы ныҡлап өйрәнә, ауыл хужалығында ҡулланылыусы техниканың бөтә төрҙәре буйынса ла имтихан бирә. Шунан һуң йыл һайын хужалыҡтарҙа эшләй башлай. Тимәк, улар беренсе курстан һуң йәйге каникул менән хушлаша.

    авторы: admin | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шишмә районы тотороҡло үҫешә Башҡортостан, Милли проекттар

    Республика Президенты Мортаза Рәхимов «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә экстракция цехын асыуҙа ҡатнашты.
    Унда Англиянан килтерелгән юғары технологиялы ҡорамал ҡуйылған – ул тәүлегенә 500 тонна көнбағыш һәм рапс орлоғон эшкәртеү мөкинлеген бирәсәк. Киләсәктә бында сит ил ҡорамалы менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ та асырға уйлайҙар.
    Президент акционерҙар йәмғиәтенең киләсәктә үҫеш пландары һөйөндөрөүен билдәләне. Сөнки июлдә бында «Альфа Лаваль» швед компанияһы менән тәүлегенә 200 тонна үҫемлек майын рафинациялауҙың тулы циклы буйынса линияны киләһе йылдың сентябрендә үк сафҡа индереү буйынса килешеү төҙөлгән. Ә 2012 йылда сәғәтенә 10 мең шешәгә май тултырыуға һәләтле яңы линияны сафҡа индереү ҡарала.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru