Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғүмер бер генә – ҡәҙерҙәрен бел генә! Тормош юлдары ҡатмарлы, Милли проекттар, Сәйәсәт

    Һуңғы ваҡытта тотош донъяла үҙ-үҙеңә ҡул һалыу күренеше йыш күҙәтелә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында йыл һайын миллионға яҡын кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ ирке менән был донъянан китә. Илебеҙҙә ул, әйтергә яраһа, ғәҙәти хәлгә әүерелде. Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәй суицидтар һаны буйынса “алдынғы” илдәрҙең береһе булып ҡала. Йылдан-йыл ғүмерҙәрен ҡыйыусылар һаны беҙҙә яҡынса 1,5 тапҡырға арта. Суицид айырыуса үҫмерҙәр араһында популяр. Заман афәте йәш ғүмерҙәрҙе һуғыш һәм енәйәткә ҡарағанда ла күберәк алып китә. Баймаҡ районында ла был проблема, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, киҫкен тора.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көндәлеккә – ун балл Милли проекттар, Мәғәриф

    Президент Дмитрий Мед­ведев Рәсәйҙең иң алдынғы уҡытыусылары менән осрашыу­ҙа шундай фекер белдергән.
    «Йыл уҡытыусыһы – 2009» Бөтә Рәсәй конкурсының финалсылары менән осрашыуҙа уҡытыусылар менән Президент Рәсәй мәғарифынының артабанғы үҫеше тураһында һүҙ алып барҙы. 45 минутлыҡ һөйләшеүҙә Дмитрий Медведев башлыса уҡытыусыларҙың фекеренә ҡолаҡ һалды, ваҡыты-ваҡыты менән блокнотына нимәлер билдәләп ҡуйҙы. Уҡытыусылар иһә мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, быйылғы төп яңылыҡтарҙың береһе – БДИ уҡытыусыларға оҡшаған.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Айбар» башҡорт клубы Яңылыҡтар, Иғтибар, Мәҙәниәт, Милли проекттар

    «Айбар»  башҡорт клубыКонгресс-холда башҡорт клубы эшләй башланы. Иҫләйһегеҙме икән, «Йәшлек» гәзитенең 10 ғинуар һанында «Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы?» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Унда башҡорт клубын булдырыу уйы менән янып йөрөгән Алмас Ғафаров менән һөйләшеүҙән һуң тыуған фекерҙәр бирелгәйне. Аллаға шөкөр, был хыялыбыҙ тормошҡа ашып килә. Баш ҡалабыҙҙың «Книжка», «ТТ» клубтарында йыш ҡына башҡорт, татар дискотекалары уҙғара башланылар. Ә башҡорт йәштәренең иң көтөп алған, ҡыуаныслы ваҡиғаһы үткән шәмбелә булды...

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниһайәт, Өфө урамдарында туған тел матурлығын данлаған рекламалар барлыҡҡа килде Башҡортостан, Милли проекттар, Сәйәсәт

    Ниһайәт, Өфө урамдарында туған тел матурлығын данлаған рекламалар барлыҡҡа килдеТөрлө төҫтәге яҙыуҙар, һүрәттәр менән сыбарланған рекламаларҙан әллә ҡайҙан айырылып тора шул. Әйтерһең дә, сүп үләне араһында ҡалҡып сыҡҡан нәфис сәскә. Күңелде ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо биләп алды. Бына ҡайҙа ул бер ҡасан да иҫкермәй торған иң ҡиммәтле һәм кәрәкле әйбер – рухи аҙыҡ. Шундай ҡыҫҡа ғына шиғри юлдар­ҙа ла тәрән мәғәнә, һүҙ көсө, һүҙ ҡеүәте беҙҙең өсөн иң ғәзиз төшөнсәләрҙе тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә.
    Ошо рекламаны күргәндән һуң урамда иғтибарлыраҡ була башланым: тағы ла осрамаҫмы икән ошондай матур рекламалар? Байтаҡ ҡына булып сыҡты улар – Аҡмулланың, Туҡайҙың, Шәйехзада Бабичтың, Баязит Бикбайҙың, Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Рауил Бикбаевтың тел ҡөҙрәте, матурлығы тураһындағы барыбыҙға ла яҡшы таныш шиғырҙары. Кемдең башына шундай матур уй килгән дә, ҡасандан башлап улар ҡала урамдарына ҡуйыла башлаған, тигән һорау тыуҙы. Ошо һорау менән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең гуманитар бүлегенә мөрәжәғәт иттем.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ғаиләнең бар теләге – йортло булыу Башҡортостан, Милли проекттар

    Йәш ғаиләнең бар теләге – йортло булыуРеспубликабыҙҙа халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль программалар бихисап. Улар тормошҡа ашырыла килә.
    Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы етенсе йыл эшләй. Ошо ваҡыт арауығында бала тыуғанда бирелгән кире ҡайтарылмай торған субсидия менән 3500-ҙән ғаилә файҙаланған. Был тәңгәлдә шуны әйтке килә: йәшәргә урын юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итергә, сиратҡа ба­ҫырға һәм тейешле документтарҙы йыйып тапшырырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, күпмелер аҡсаң булыуы ла шарт.
    Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Алһыу һәм Азамат Мөхәмәҙиевтар «Йәш ғаилә» программаһында ҡатнашып, торлаҡ шарттарын яҡшыр­тырға ниәтләй ҙә, ошо маҡсат менән муниципаль район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә ғариза яҙа. Башланған эш – бөткән эш, тигән әйтемдәгесә, документтар йыйыу, ссуда, кредит мәшәҡәттәре хәҙер артта ҡалған инде. Уның ҡарауы, йәштәрҙең бөгөн бөтөн шарттары булған заманса иркен йорто бар.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишей йәштәре дәртләнеп үҙ нигеҙен ҡора Башҡортостан, Милли проекттар

    Таңсулпан һәм Илдар Йәрмөхәмәтов­тар был мөһим документты 2008 йылдың көҙөндә ҡулдарына ала. Быға тиклем улар олатай-өләсәһенең бәләкәй өйөндә йәшәй. Ул инде иҫкергән. Ә үҫеп килгән Илнур һәм Фәнилгә, бәләкәй Наҙгөлгә йүгереп уйнар өсөн киң һәм яңы йорт кәрәк. Ҡарағайҙан матур һәм иркен өй һалыу хаҡында хыялланған ғаилә маҡсатлы кредит алыу өсөн документтар йыя башлай. Әйткәндәй, улар мәктәптең ҡаршыһында ғына тора.
    – Иҫке өйҙө апрель айында һүтеп ташлап (уның эргәһенә Йәрмөхәмәтовтар ике йыл элек матур итеп аласыҡ (бәләкәй өй) эшләгән һәм, өйҙө һүткәс, шунда күсенә), уның урынына яңы нигеҙ ҡорҙоҡ, – тип башланы һүҙен йорт хужаһы. – Программаға ярашлы, төҙөлөштөң 30 проценты алдан әҙер булырға тейеш.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте Башҡортостан » Милли проекттар

    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте
    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте
    58 ырыу, ара һәм нәҫел тамғаһы яҙылған «Килен ташы» эргәһенә төрлө төбәктәрҙән ауылдаштар, яҡташтар, ҡунаҡтар йыйылды

    Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
    Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
    Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
    Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүгеһе һуңғыһы булмаһын Башҡортостан » Милли проекттар

    Тәүгеһе  һуңғыһы булмаһын
    Ошо көндәрҙә Ишембай районының Ишәй ауылының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында, «Ҡыҙҙар тауы» итәгендә, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған күрше ҡала һәм район мосолмандарының тәүге һабантуйы үтте.
    Был мәрхәмәтле сараны Ишәй ауыл хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы мосолмандарының йәмәғәтселек берекмәһе ойошторҙо.
    Байрам үтәсәк майҙанға инер алдынан хәҙистәр яҙылған плакаттар халыҡты әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора ине.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru