Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Ислам әҙәбе
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне Башҡортостан » Милли проекттар

    Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне
    Ойоштороу эшендә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр. Сөнки һә­үәҫкәр тарихсыларға, йәмәғәт башлан­ғысында хәрәкәт иткән хәрби-тарихи клубтарға пиротехника ҡоролмаларын, петарда, тарихи ке­йемдәр, ҡорал өлгөләрен табыу, уларҙы эшләү өсөн күпме аҡса киткәнен һанап тороуҙың кәрәге юҡ. Сөнки бөгөн халыҡҡа тамаша кәрәк. Бына шул сығымдарҙың етмәүе, бағыусыларҙың аҙ булыуы арҡаһында фестивалдә кәрәкле булған бронекатерҙы килтерә алманыҡ.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МИЛЛӘТТӘР КЕМГӘ ҠАМАСАУЛАЙ Башҡортостан » Милли проекттар

    РФ дәүләт милли сәйәсәтенең яңы закон концепцияһының проекты буйынса Рәсәйҙә республикалар бөтөрөлөргә һәм илдә бер генә милләт ҡалырға тейеш

    авторы: Нур | 28 июля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Һәр ғаиләнең үҙ торлағы булырға тейеш!» Башҡортостан » Милли проекттар

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев депутаттар алдында республикала аҙ ҡатлы төҙөлөш барышы һәм уны үҫтереү перспективалары тураһында сығыш яһаны
    «Һәр ғаиләнең үҙ торлағы булырға тейеш!»
    – Әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөлөшө һәм граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм республиканың социаль сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Республикала күрелгән саралар һөҙөмтәһендә йыл һайын торлаҡ төҙөлөшө күләме арта бара, ипотека кредиты институты үҫә, торлаҡ өлкәһендәге баҙар йоғонтололоғо арта. 2008 йылда 2 млн 351 мең кв. м торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2007 йылға ҡарағанда 26,6 процентҡа күберәк. Шәхси йорт төҙөүселәр тарафынан 1 млн 622 мең кв. м торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙә һынылыш юҡ әле.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күп балалы ғаиләләргә – торлаҡ сертификаты Башҡортостан » Милли проекттар

    Күп балалы ғаиләләргә – торлаҡ сертификаты
    Кисә билдәләнгән Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Башҡортостанда 15 күп балалы ғаиләгә тантаналы рәүештә торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды
    Был ваҡиғаны лайыҡлы рәүештә мөһим тип атарға мөмкин. Сөнки республикала ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларына тағы ла берәүһе өҫтәлде. БР-ҙың ғәмәлдәге Законына өҫтәмәләр былтырғы йыл аҙағында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың инициативаһы менән индерелгәйне. Атап әйткәндә, бәлиғ булмаған биш балаһы булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы закон социаль ярҙамдың яңы төрө менән тулыландырылды. Был хоҡуҡ торлаҡ сертификаты менән раҫлана.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөғжизәгә ышанығыҙ! Башҡортостан » Милли проекттар

    йәки «Үҙ йортоң» республика программаһы Өфө районының Шамонин ауылында уңышлы тормошҡа ашырыла
    Мөғжизәгә ышанығыҙ!
    Ошолайтып баш яҙып ҡуйыуым юҡтан түгел. Ауылдан килеп, Өфөлә төпләнеп ҡалырға теләп, бер нисә тиҫтә йыл дөйөм ятаҡтарҙа йәшәгән, фатирға инеп торған хеҙмәттәштәремдең баш өҫтөндә, ниһайәт, күк көмбәҙе асылыуға насип иткән икән – республикабыҙ етәкселегенең хәстәрлеге арҡаһында «Йәшлек» гәзите коллективының яртыһынан күберәге өйлө булырға йөрөй. Эйе, быға тиклем 29 гәзит хеҙмәткәренең тик алтауһының ғына үҙ фатиры булған булһа, хәҙер, Аллаһы бойорһа, бер нисә айҙан ҡалғандарҙың да үҙ нигеҙе буласаҡ. Ошо үҙе мөғжизә түгелме ни?!

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғорурланам һинең менән, ауылым! Башҡортостан » Милли проекттар

    Минең тыуған ҡырҙарым,
    Балдай татлы һыуҙарым,
    Яландарым, урманым,
    Күккә ашҡан Уралым –
    Минең изге төйәгем,
    Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

    С. ЮЛАЕВ.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр рухы йыйҙы бергә Башҡортостан » Милли проекттар

    XVIII быуат башҡорт әҙәби мираҫында Салауат Юлаев ижады айырым урын алып тора. Салауат – шиғырҙары халыҡ хәтере һәм яҙма сығанаҡтар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән талантлы сәсән-шағир, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле сардары, осорҙоң ижтимағи аңын сағылдырыусы аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың легендар геройы. 26 июндә Арғаяш районында, милли батырыбыҙҙың тыуыуына 255 йыл тулыуға арнап, Башҡорт шиғриәте байрамы уҙғарылды.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғанлыҡ байрамы Башҡортостан » Милли проекттар

    Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙ шәжәрәһен барланы
    «Ете быуын ата-бабаңды беләһеңме?» тигән һорау бөгөн бик актуаль. Күкрәк киреп, әлбиттә, тип яуаплаусылар янында «юҡ шул» тиеүе бик уңайһыҙ. Хәйер, һуңғыларының һаны йылдан-йыл кәмей. Нәҫел ағасын төҙөү, Шәжәрә байрамы үткәреү кеүек сараларҙың популярлаша барыуы халыҡта ата-бабалар тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙенең генә түгел, күрше-күләндәренең быуын ептәре менән дә таныша ала.
    Туғанлыҡ  байрамы

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru