Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • Шәхси хужалыҡ
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мосолман диндарҙарына яңы бүләк Башҡортостан » Милли проекттар

    Мосолман диндарҙарына яңы бүләк
    БР мосолмандары диниә назаратының яңы бинаһын асыу тантанаһында республика башлығы Мортаза Рәхимов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Мөфтөйҙәре советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән дин әһелдәре ҡатнашты.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә Башҡортостан » Милли проекттар

    21 – 24 июндә Бәләбәй районының Аҡсарлаҡ белем биреү-һауыҡтырыу үҙәгендә Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XI республика бәйгеһе үтте
    Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә
    Барығыҙға шуны әйтәм:
    Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;
    Кеше булһын затығыҙ;
    Яманға юл ҡуймағыҙ,
    Яҡшынан баш тартмағыҙ!

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫНА БАШ ЭЙӘМ, ДАУАМ ИТҺЕН ТИП МӘҢГЕЛЕК! Башҡортостан » Милли проекттар

    ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫНА БАШ ЭЙӘМ, ДАУАМ ИТҺЕН ТИП МӘҢГЕЛЕК!
    Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының икенсе съезы үтте. Сара алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Съезды рәсми асыу тантанаһы һәм уның пленар өлөшө Конгресс-холда булды.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың үлмәҫ рухы Башҡортостан » Милли проекттар

    Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың үлмәҫ рухы
    Йәйге ҡояшлы иртә. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Салауат майҙанына ағыла. Бында республикабыҙ халҡы бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы һәм Ҡала көнөн билдәләй. Тантанала БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты. Байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә – Ырымбур, Свердловск, Пермь өлкәләре, БР Халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухыбыҙ терәге – милли матбуғат Башҡортостан » Милли проекттар

    Рухыбыҙ терәге – милли матбуғат
    – Апай, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдырып уҡығыҙ, – тип милли матбуғат аҙналығында бер танышты «Йәшлек»кә яҙылырға өгөтләйем, – туған телебеҙҙә сыҡҡан матбуғатты үҙебеҙ алдырып уҡымаһаҡ, кем уларҙы уҡыһын?
    – Беҙҙе башҡортса уҡытманылар бит, шуға телде онотҡанмын инде, – тип һылыу ханым ауыҙ йырҙы ла ҡуйҙы, өндәүемә күнмәне. Уны хатта башҡорт теленең, ЮНЕСКО эксперттары ҡарары менән, юғалып барыусы телдәр исемлегенә индерелеүе лә айырата борсоманы, әйтерһең дә, көн һайын була торған хәл.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерем биргән бүләк Башҡортостан » Милли проекттар

    Мәңге шулай балҡып янһаң ине
    Хәтер күңел төпкөлдәрен әленән-әле яҡтыртып торған нур менән бер икән. Оло Ҡыҙылдың Яйыҡҡа яҡынайған урынында, киң далала «Урал» тигән совхоз ойошторолғас, ҡыштарын уның тракторсылары, сана тағып, беҙҙең тау яғына йөрөр булып китте. Йорт-ерҙе, кәртә-ҡаралтыны рәтләгәс, ағас-таш күп кәрәк бит инде.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәскә ата Башҡорт баҡсаһының Илеш, Баймаҡ тигән гөлдәре Башҡортостан » Милли проекттар

    Сәскә ата Башҡорт баҡсаһының Илеш, Баймаҡ тигән гөлдәре
    Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, илештәр шат күңел менән 7 июндә – район үҙәге Үрге Йәркәйҙә, 8-ендә ауылдарҙа халҡымдың изге йолаһы – һабантуй байрамын уҙғарҙы.
    Алдан уҡ төҙөлгән сюжет-сценарийҙар буйынса байрамда хеҙмәт алдынғылары, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағында эшләгән йәш кадрҙар, өлгөлө йәш ғаиләләр, республика күләмендә уҙғарылған төрлө ярыш еңеүселәре хөрмәтләнде, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт иле майҙан тота – геү килеп тора йыйын! Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡорт иле майҙан тота – геү килеп тора йыйын!
    – Ай-һай-һай, иртәнән ҡыҙҙыра бит был ҡояш! – тулы ғына кәүҙәле апай, ең осонан ҡулъяулығын алып, маңлайын һыпырҙы. – Радионан, утыҙ алты градус эҫе була, тигәйнеләр шул...
    – Әйтмә лә инде, ә былтыр көн ҡайһылай йонсоу булғайны, иҫләйһеңме?! – әхирәте башындағы эшләпәһен сисеп, битенә елпелдәтте. – Ана бит, көн аяҙ булғас, халыҡ та күп килгән.
    Ҡайын күләгәһенә һыйынған ханымдар һабантуй майҙанынан күҙ алманы, күрәһең, таныш-белештәрен эҙләне. Ә иркен яланда, әйткәндәй, энә төшөр урын юҡ: йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, апайҙар һәм ағайҙар, уҡыусы балалар һәм ағинәй-аҡһаҡалдар – барыһы ла, Сафуан Әлибайҙың «Һабан туйҙарынан кем һуң туйған – йылына бер көтөп алаһың...» тигән һүҙҙәрен раҫлағандай, бер туҡтауһыҙ геү килә.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru