Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Май
  • Өс һөйләм менән
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт ишандарының иң олуғы Башҡортостан » Юбилейҙар
    БуласаҠ ишан Зәйнулла Хәбибулла улы 1833 миләди йылдың 25 мартында, шишәмбе көнө хәҙерге Учалы районының Шәрип ауылында донъяға килә hәм 1917 йылдың 2 февралендә Троицк ҡалаhында донъя ҡуя, шул ҡалала уҡ мосолман зыяратында ерләнә. Ишанды ерләшеүгә бик күп халыҡ йыйыла, әллә ҡайҙарҙан ағылалар, мәтам (траур) иғлан ителә, уның вафаты хаҡында Рәсәй гәзиттәре генә түгел, хатта Европа гәзиттәре лә хәбәр итә. Ҡәбере бөгөнгө көндә лә Троицк ҡалаhы мосолмандары тарафынан ҡәҙерләп hаҡлана.
    Шәйех Зәйнулла бин Хәбибулланың ниндәй мәшhүр зат булғанын раҫлар өсөн революцияға тиклем Рәсәйҙә мосолман йәмәғәтселегенең иң алдынғы баҫмаларының береhе булған «Ваҡыт» гәзитендә баҫылған некрологта уның хаҡында ни яҙылғанын миҫалға килтереү ҙә етәлер:
    «Зәйнулла хәҙрәт – эске Рәсәйҙәге мәшhүр заттарҙың иң олоhо hәм абруйлыhы. Быуатыбыҙ уның кеүек мәшhүр hәм абруйлы зат күрмәгәндер...
    Заманында уның hүҙе hәр кемгә закон-шәриғәт ине. Ахыры ғүмеренә тиклем hәр кем уны, олуғ бер шәйех, мөхтәбәр бер ғалим hанап, хөрмәт итте...»
    Зәйнулла хәҙрәттәре бала саҡтан зирәк, hәләтле була. Яҡын-тирәләге мәҙрәсәләрҙе тамамлап бөтөп, бер әҙерәк имам-хатип булып эшләп алғас, артабан Бохарала уҡығыhы килә, әммә моратына ирешә алмай, өҫтәүенә, теләгәнсә уҡыр өсөн аҡсаhы ла булмай. Шулай ҙа Аллаhы Тәғәлә: «Бирәм тигән ҡолома сығарып ҡуйырмын юлына, алам тигән ҡоломдан тартып алырмын ҡулынан», – тигән бит әле, Зәйнуллаға ла форсаты сыға. Ҡаҙаҡтарҙың Жаббас ырыуынан вафат булған Ершибай атлы бик бай кеше өсөн бәҙәл хажы ҡылыуын hорайҙар. Ҡулына мең hум аҡса бирәләр.
    Хаждан ҡайтышлай Зәйнулла хәҙрәт Истанбулда туҡтала hәм Наҡшбәндиә тәриҡәтендәге суфыйҙарҙың шул замандағы иң күренекле остазы шәйех Әхмәт Зыяитдин Көмөшханауи хәҙрәттә белем ала. Дәрестәрҙе бик тиҙ үҙләштереп, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ишанлыҡ дәрәжәhе hәм үҙе лә мөриттәр тәрбиәләүгә хоҡуҡ алып ҡайта. Ә суфыйҙарҙың Наҡшбәндиә орденына мөрит булараҡ ул Башҡортостанда саҡта уҡ Силәбе ҡалаhы эргәhендәге Сарҙаҡлы ауылында йәшәгән шәйех Әбделхәким ишан Ҡорбанғәлиев тарафынан ҡабул ителгән була.
    Әйтеп үтергә кәрәктер: донъяла суфый ордендары байтаҡ, мәҫәлән, Башҡортостанда ғына Наҡшбәндиәнән тыш, Йәсәүиә, Ҡобрауиә ордендары ишандарының мөриттәре лә булған.
    Ишан Башҡортостанға ҡайтҡас, быға тиклем быҫҡып ятҡан Наҡшбәндиә (Хәлидиә) тәрикәтен алға hөрөүселәрҙең эше дөрләп тоҡана. Әлбиттә, был йәhәттән Зәйнулла ишан hәләтлерәк була. Уның исеме бик тиҙ тарала. Халыҡ та ул өйрәткән тәриҡәтте үҙ итә hәм уның ишанлыҡ итеүенең тәүге йылында уҡ мөриттәренең (йәғни уның тәриҡәтен ҡабул итеүселәрҙең) hаны ете меңгә етә. Халыҡ күпләп уға ағыла. Байрам ваҡыттарында, кеше күп булғанлыҡтан, халыҡ Аҡҡужа ауылы мәсетенә hыймаған, шуға ла йылы ваҡытта Зәйнулла ишан халыҡты ҡырҙа йыйған. Ҡайhы саҡта мең ярым кеше йыйылған саҡтар булған. Учалы районының Аҡҡужа ауылы янында Хәҙрәт тауы бар. Зәйнулла ишан үҙе, тауҙың ҡалҡыу урынына менеп баҫып, мөриттәре менән бергәләп зекер әйткән, уларҙы уҡытҡан.
    Зәйнулла ишандың Ҡөрьәнде, шәриғәтте бик яҡшы белеүе, кешеләрҙе дауалауы ла халыҡты уға ылыҡтырған. Кешегә бер ниндәй ҙә яуызлыҡ ҡылмай, гел изгелектәр генә эшләп көн итеп, фарыз ғәмәлдәрҙән тыш, даими зекер әйтә торғас, суфый паклыҡҡа өлгәшкән hәм Аллаhы Тәғәлә уға әүлиәлек hәләттәре биргән. Ә йомшаҡ hүҙле, сабыр, Аллаhы Тәғәләгә мөкиббән киткән кеше булған Зәйнулла хәҙрәттәренең әүлиәлек hәләттәре шундай кимәлдә була ки: кеше булмаҫ тип ҡул hелтәгән бәндәләрҙе лә ул бер өшкөрөүҙә аяҡҡа баҫтырған, кешеләрҙең уға ҡайҙан, ниндәй уйҙар менән килеүен белеп ултырған, йөҙҙәрсә саҡрым араға күҙ асып йомғансы барып ҡайтып йөрөгән.
    Ошо урында әүлиә төшөнсәhенә лә аңлатма биреп китергә кәрәктер. «Ислам». «Энциклопедик hүҙлек» тип аталған хеҙмәттә (Мәскәү, 1991) яҙылыуынса, ғәрәп телендә «вәли» hүҙе Аллаhы Тәғәләнең яратҡан кешеhе, изге мәғәнәhендә ҡулланыла. Ә «әүлиә» hүҙе «вәли» hүҙенең күплектә әйтелеше hәм, башҡортсаға тура тәржемә итhәң, «вәлиҙәр» тигән мәғәнә бирә. Ләкин башҡорт телендә «әүлиә» hүҙе бер кешегә ҡарата ҡулланыла.
    Әт-Тустари, әл-Жунайда hәм Әл-Харраза кеүек IX – Х быуаттарҙа йәшәгән тәүге суфыйҙарҙың хеҙмәттәрендә билдәләнеүенсә, әүлиәләр – дини йәhәттән, бигерәк тә Аллаhы Тәғәләне аңлауҙа камиллыҡҡа өлгәшкән кешеләр. Улар йәшерен ғәйеб ғилемен (күҙгә күренмәгән донъя тураhында) белә hәм Аллаhы Тәғәләне күрә ала.
    Fәрәп телендә «карама» тигән hүҙ бар, ул әүлиәләр эшләгән ғәҙәти булмаған, аңға hыйҙырып булмаған эште аңлата. Башҡорт теленә ул «карамат, кирамат» булараҡ килеп ингән, ә «карамат» әлегәсә – «карама»ның күплектә әйтелеше. Шуға ла башҡорттарҙа төрлө кираматтар күрhәтеп йөрөгән әүлиәләр хаҡында хәтирәләр, риүәйәттәр, легендалар күп.
    Суфыйҙар былай тип иҫәпләгән: караматҡа эйә әүлиә (вәли) бәйғәмбәрлеккә дәғүә итә алмай, сөнки уларҙы ундай ялған юлға баҫыуҙан Аллаhы Тәғәлә үҙе hаҡлай; караматты Аллаhы Тәғәлә менән Уның ерҙәге илсеhен ҙурлауға, Ислам юлында эш итеүгә файҙалана; әгәр ҙә мөғжизә бәйғәмбәргә үҙенең тәғлимәтен, динен асыҡтан-асыҡ кешеләргә өйрәтергә ярҙам итhә, карамат иhә әүлиәгә (вәлигә) уның тотҡан юлының хаҡлығы билдәhе итеп Аллаhы Тәғәлә тарафынан бирелә; әүлиәләр мөғжизә лә күрhәтә алмай, сөнки мөғжизәне үҙҙәренең миссияhын раҫлау өсөн бөтөн кеше алдында бәйғәмбәрҙәр генә күрhәтә.
    Х быуатта суфыйсылыҡта әүлиәләрҙең күҙгә күренмәгән иерархияhы барлыҡҡа килә (әлбиттә, бөтә әүлиәләрҙе лә буйhондороуҙың берҙәм системаhы булмай). Был иерархия 500 тирәhе изгене берләштерә. Уларҙың hәр береhенең үҙ бурысы бар: мәҫәлән, көтб (иерархия башлығы) бөтөн донъя өсөн яуаплы, ике имамани күҙгә күренгән hәм күренмәгән донъяның эше өсөн яуап бирә, ете әүтәд донъяның ике осоноң да тигеҙ ауырлыҡта булыуын (равновесие) тәьмин итә, ҡырҡ абдал ерҙең ете эҡлименең (климатының) эштәре менән идара итә, етмеш нүкәбә кеше хәстәрлектәрен үҙ иңенә алған, улар шулай уҡ күк есемдәренең хәрәкәтен дә белә hәм башҡалар.
    Күрәhең, Зәйнулла ишан нүкәбәләрҙең береhе булғандыр (нүкәбә – башҡортса даhи, етәксе). Сөнки уның да ул дауалаған, ул ярҙам иткән, ул хаҡ юлға баҫтырған әҙәм балаларының иҫәбенә сыҡҡыhыҙ. Ана шул меңәрләгән-меңәрләгән мөриттең мөршите (тура юлға баҫтырыусы, етәксеhе), башҡорт илен ҡурсалаусы ул. Бөгөн дә илен ҡурсалап, халҡын тура юлға, Алланың хозурына алып барыусы юлға баҫтырырға тырышып ята. Әлеге ваҡытта ла Башҡортостанда мәшhүр әүлиәнең рухы менән бәйләнешкә инеп, уның ярҙамы менән яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеүселәр бар. Тимәк, уның эше дауам итә.
    ... Хәбибулла улы шәйех Зәйнулланы яратыусыларҙан тыш, күрә алмаусылары ла була. Шуларҙың власть әhелдәренә, Диниә назаратына күп тапҡыр яҙған ялыуҙары буйынса 1873 йылдың ғинуарында Зәйнулла ишан менән уның бик яҡын дуҫы, hабаҡташы hәм фекерҙәше Fатаулла ишан Әбделмәликовты «мосолмандар араhында хөкүмәт тарафынан рөхсәт ителмәгән тәғлимәтте таратҡан өсөн» махсус рәүештә бер генә мосолман да булмаған Вологда губернаhына hөргөнгә ебәрәләр. Суфыйсылыҡтың Башҡортостанда бик тиҙ таралыуынан ҡурҡҡан, нисек итеп уларға бәйләнергә белмәгән власть, ниhайәт, ике ишандан бер юлы ҡотола.
    Халыҡта ҡалған иҫтәлектәр буйынса буласаҡ ишандар Зәйнулла хәҙрәт менән Ғатаулла хәҙрәт хажға бергә бара һәм Бағдад, Мысыр, Мәккә, Мәҙинәлә бергә булалар. Ҡайтышлай Истанбулда ла бергә уҡыйҙар һәм ишан дәрәжәһе алалар. Икеһе лә тыуған яҡтарына ҡайтып, Хәлидиә тәғлимәтен таратыу, мөриттәр тәрбиәләү менән бик әүҙем шөғөлләнә. Шунлыҡтан ялыуҙы ла бит икеһе өҫтөнән дә яҙалар.
    1917 йылда Ырымбурҙағы «Ваҡыт» матбуғатында (типографияһында) Зәйнулла ишандың бер туған ағаһының улы Муса Рәсүлевтың «Зәйнулла ишандың тәржемәи хәле» тигән китабы донъя күрә. (Ул китаптың бер данаһы Учалы ҡалаһында йәшәүсе Сәғитйән ағай Ибраһимовта һаҡлана, миңә ул күрһәтте, Аллаһ рәхмәтендә булһын.) Унда ошондай юлдар бар:
    «Духовный Собрание (хәҙерге Үҙәк Диниә назараты – С. Я.) тарафынан саҡырып хәбәр килгәнлектән 1872 йылда йәй көнө шәйех Зәйнулла хәҙрәттәре Өфөгә барырға әҙерләнгән ваҡытта Орск өйәҙенән Ғатаулла хажи һәм шәйех хәҙрәттәре уның хозурына килде. Шәйех Ғатаулла Хәлидиә тәриҡенә мөрит тәрбиә иткәнлек сәбәпле, дошмандары уның өҫтөнән Собраниеға донос иткәндәр. Ул да шәйех Зәйнулла рәүешендә йыйналып, яуап үә тәфтиш өсөн Собраниеға саҡырылған икән.
    Зәйнулла хәҙрәттәре менән Ғатаулла хажи Өфөгә бергәләп сәфәр иттеләр. Комиссия ағзалары һәм улар Өфөлә Собрание хозурына йыйылып, сөьалдар (һорауҙар – С. Я.), яуаптар алынып, мөфтөй шәйех Зәйнулла менән Ғатаулла хажиҙарҙы, подпистар алып, өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт бирмеш.
    Былар ҡайтып барған ваҡыттарында Өфө губернаторы тарафынан килгән телеграммаға күрә Златоуст исправнигы Дәүләтшин быларҙы тотторҙо үә Златоуст ҡалаһында зинданға хәбес иттерҙе (төрмәгә яптырҙы – С. Я.).
    Былар Златоуст зинданында һигеҙ ай яттылар. Шунан һуң министрҙың Вологда губернаторына барыу тураһында хөкөмө иғлан ҡылынды».

    Сәлмән ЯРМУЛЛИН.
    (Дауамы бар).
    авторы: Нур | 1 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhынд ...
  • Башҡорттоң бөйөк шәйехе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru