Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт ишандарының иң олуғы Башҡортостан » Юбилейҙар
    Ғатаулла ишандың ейәне Зәйнулла Әлибаевтың һөйләүенсә, төрмәнең йоҙағы үҙенән-үҙе асылып, үҙҙәре сығып-инеп йөрөгәндәр. Шунан төрмә начальнигы, былар ғәҙәти кешеләр түгел, тип сәйгә саҡырып, сәй эсереп ебәрә торған булған. Аҙаҡ, һеҙ изге кешеләр, халҡығыҙҙы ҡарағыҙ тип, уларҙың икеһен дә ҡайтарып ебәргәндәр. Был 1881 йылда була.
    Был ике изге кешене ҡайтарып ебәреүгә ҙур сәбәпсе булған тағы бер ваҡиға халыҡ хәтерендә һаҡланған. Ишандарҙың шундай һәләтле кешеләр икәнен ишетеп, губернатор уларҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй һәм янына алып килергә ҡуша. Губернаторҙың иркен бүлмәһенә инеп ултырғас, ул хөрмәт йөҙөнән икеһенә лә графиндан һыу ҡойоп бирә. Ләкин Зәйнулла ишан стаканды ауыҙына яҡынайта ла, ҡапыл һыуҙы яурыны аша артҡа, артындағы асыҡ тәҙрә аша тышҡа һибә.
    Губернаторҙың йөҙө емерелә, губернатор һынлы губернатор ихтирам менән биргән һыуҙы тышҡа һибеүҙе башҡа төрлө нисек аңларға, был бит – уны һанға һуҡмау. Әммә русса ла яҡшы белгән Зәйнулла ишан уны тағы ла аптырата:
    «Ғәли йәнәптәре, – ти ул тыныс ҡына, – был ҡылығымды һеҙҙең ихтирамығыҙҙы һанға һуҡмау тип аңлай күрмәгеҙ. Мин ул һыу менән Ырымбурҙағы янғынды һүндерҙем. Ышанмаһағыҙ, тикшерегеҙ».
    Губернатор Ырымбурға сапҡын ебәрә һәм уның алдына бер бурыс ҡуйыла: шул көндә, шул мәлдә Ырымбурҙа, ысынлап та, янғын булғанмы, шуны белергә.
    Бер нисә көндән әйләнеп ҡайтҡан сапҡын ғәли йәнәптәрен һушһыҙ итерҙәй хәбәр килтерә: ысынлап та, шул көндә Ырымбурҙа ҡот осҡос янғын сығып китә, ут менән көрәшеп, халыҡ хәлдән тая, әммә уны бер нисек тә һүндерә алмайҙар: «ҡыҙыл әтәс» өй артынан өйҙө ялмай, квартал артынан кварталға күсә. Көтмәгәндә, эй Алланың ҡөҙрәте, ҡаланың байтаҡ өлөшөн солғаған ут, бер өрөүҙә һүнгән шәмдәй, үҙенән-үҙе һүнә лә ҡуя.
    Ғатаулла ишан Зәйнулла ишандан өс йылға һуңыраҡ донъяға килһә лә, был донъянан да унан өс йылға алдараҡ китә. Ғүмер буйы бер-береһе менән ҡатышып, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып, кәңәш-төңәш итеп йәшәйҙәр. Былай дуҫ булыуҙарында, бәлки, уларҙың икеһенең дә Түңгәүер ҡәбиләһенән булыуҙары ҙур роль уйнағандыр.
    1884 йылдың апрелендә Зәйнулла ишан, халыҡтың һорауы буйынса, Троицкиға күсеп килә һәм «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен аса. «Рәсүлиә» тиҙ арала халыҡта прогрессив уҡыу йорто, Рәсәйҙәге иң яҡшы мосолман мәҙрәсәһе булараҡ абруй ҡаҙана һәм башҡорт халҡының ғына түгел, татар, ҡаҙаҡ халыҡтарының да мәҙәни-ғилми үҙәгенә әйләнә. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә атап үтелгән халыҡтарҙың бик күп шәхестәре үҫеп сыға. Рус ғалимы Александр Бенигсен «Рәсүлиә» хаҡында бушҡа ғына: «...Мосолман донъяһында иң яҡшы академик институт ине», – тип яҙмағандыр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның дәрәжәһе хәҙерге университеттарҙыҡынан да юғарыраҡ булған.
    Мәҙрәсәлә, ҡәҙимселек, йәғни иҫкесә, тик дини фәндәрҙе генә уҡытыу яҡлы дин әһелдәренең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, бөтөн Көньяҡ Уралда беренсе булып йәҙитселек, йәғни яңыса уҡытыу алымы индерелә. Атап әйткәндә, унда дини предметтарҙан тыш арифметика, география, тарих, астрономия, рус теле һәм башҡа шундай донъяуи фәндәр ҙә уҡытыла. Прогрессив ҡарашлы Зәйнулла ишан, ғөмүмән, мосолман балаларының рус, сит ил телдәрен, мәҙәниәтен белеүен хуп күргән, шуға ылыҡтырырға тырышҡан. Хәлфәләр, мөғәллимдәрҙе лә тик белемле, алдынғы ҡарашлылар араһынан ғына һайлап алып туплаған. Уларҙы ылыҡтырыу өсөн аҡса ла йәлләмәгән, Мәҫәлән, байҙарҙан һәм халыҡтан төшкән иғәнә, саҙаҡа аҡсаһына остаздар һәм шәкерттәр торһон өсөн береһен 70 мең, икенсеһен 16 мең һумға ике ҙур йорт һатып ала. Шул иҫәптән үҙенең 19 мең hум аҡсаһын тотона. Шулай уҡ заманында үҙ аҡсаһына һатып алып йыйған бик күп китаптарын һәм 3 мең 500 һум аҡсаһын китапхана асыуға васыят итә. Был аҡсаларҙың ниндәй ҙур сумма икәнен күҙ алдына килтереү өсөн шуны миҫалға килтерергә мөмкин: ул саҡта бер ат 50 тин тирәһе торған.
    Әлбиттә, донъяуи фәндәр менән үтә мауығып, дини фәндәрҙе онотмаған. Ғөмүмән, дини дәрестәрҙе биргән ваҡытта ул үҙенең Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән әүлиәлек һәләттәрен дә файҙаланған. Мәҫәлән, халыҡта йәшәп килгән иҫтәлектәр буйынса, ишан хәҙрәттәре дәрескә килеп инә лә, доғаларын уҡып, күкрәген тултырғансы тын алып, абруйлы остаздарының һәр хәрәкәтен диҡҡәт менән күҙәтеп, уның һәр һүҙен иғтибар менән тыңларға әҙерләнеп ултырған шәкерттәренә ҡарап өрә лә сыға ла китә икән. Фәнни тел менән әйткәндә, транс хәлендә ҡатып ултырып ҡалған шәкерттәр иҫтәренә килгәндә ишан бирергә теләгән дәрес уларҙың баштарына инеп тә «оялаған» була.
    Бына шундай һәләттәргә эйә булған һәм иң-иң яратҡан, зирәк, зыялы шәкерттәренә һәләтен дә өйрәтеп ҡалдырырға тырышҡан. Шуның өсөн дә уның шәкерттәре араһынан байтаҡ ҡына әүлиә, күренекле дин әһеле үҫеп сыға.
    Атаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла Зәйнулла ишандың яҡын дуҫы, фекерҙәше була. Әйткәндәй, үлер алдынан ишанға килә, Зәйнулла хәҙрәттәре уға егеүле ат бүләк итә. Шунан сығып киткәс, күп тә үтмәй Аҡмулланы Мейәс ҡалаһы, Һарыҫтан станцияһы янында үлтерәләр. Мейәстә ерләнгән шағирҙың ҡәбер ташын Зәйнулла хәҙрәттәре эшләтеп, яҙҙырып ҡуйҙыра. Мәшһүр дин әһеле, күренекле ғалим Ризаитдин Фәхретдиновтың да, Хәбибназар әл-Үтәкиҙең дә, Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша Вәлидовтың да Зәйнулла ишандың мөрите булыуы күп нәмә һөйләй.
    Шәйех Зәйнулла мөриттәре араһынан һәләтлеләренә ишанлыҡ дәрәжәләре лә бирә. Мәҫәлән, шул уҡ Әхмәтша хажи ҙа – уның ҡулынан ишанлыҡ дәрәжәһе һәм үҙе мөриттәр тәрбиәләүгә хоҡуҡ ала. Был хаҡта Зәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр»ендә былай тип телгә ала:
    «Ниһайәт, быйыл Зәйнулла шәйех атайыма шәйехлек дәрәжәһе биргән, яҙыулы танытмаһы ла бар ине».
    Учалыла әүлиәнең хәтер үә ҡәҙер кисәһенә ул шанлы үә данлы йылдарын үткәргән һәм гүр эйәһе булған Өстамаҡ (Троицк) ҡалаһынан килгән имам-хатип Наил хәҙрәт Усманов былай тигәйне:
    «Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Ислам динен яңыртыр өсөн 100 йылға бер тапҡыр бер кеше тыуыр», – тигән. Зәйнулла ишан тап ана шундайҙарҙың береһе».
    Был данлы башҡорт балаһы, Аллаһы Тәғәләнең ныҡ яратҡан һәм үҙенә яҡынайтҡан бәндәләренең береһе хаҡында ошонан да тапҡырыраҡ итеп әйтеү мөмкин түгелдер.
    Сәлмән ЯРМУЛЛИН.
    (Аҙағы. Башы 51 – 52-се һанда).
    авторы: Нур | 6 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Исеме һәм даны ҡайтты
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhынд ...
  • Башҡорттоң бөйөк шәйехе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru