Ике кәмә ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • Батша васыяты
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ыңғай үҙгәрештәр Башҡортостан » Юбилейҙар
    XIX – ХХ быуатта йәшәгән бөйөк шәхес, башҡорт халҡының арҙаҡлы мәғрифәтсеhе, ғалим, шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бөтә Рәсәйҙә генә түгел Урта Азияла ла, Төркиәлә лә киң билдәле. Алдынғы ҡарашлы был шәхес заманында Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәhе ойоштороп, уны мосолман халыҡтарының көслө ғилми-мәҙәни үҙәгенә әйләндерә, үҙен дә hәләтле, донъяуи ҡарашлы уҡытыусы итеп таныта. Төплө дини белемгә эйә мөғәллим күренекле ишан ғына булып ҡалмай, XIX быуаттарҙа башҡорт халҡының мәғрифәтселеген үҫтереүҙә, суфыйсылыҡ тәғлимәтен таратыуҙа төп фигураларҙың береhе булып тора. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияhында башҡорттоң олуғ ишандарының береhе, суфый Зәйнулла Рәсүлевтың тормошон hәм ижадын өйрәнеүселәр – билдәле ғалимдар, Рәсәй Фәндәр академияhы Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы Илшат Насиров, РФА-ның Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәтте өйрәнеү бүлеге етәксеhе Миңлеғәле Нәҙерғолов шәреҡ донъяhында танылыу яулаған философ мәғрифәтсенең Исламда тотҡан роле, әҙәби мираҫы тураhында hөйләне.
    «Зәйнулла Рәсүлевтың мираҫының Ислам дине нигеҙҙәрен тарҡатыуға килтергән ваhһабитлыҡҡа ҡаршы тороуҙа ҙур ыңғай потенциалға эйә булыуын танырға кәрәк. Рәсәйҙә ябай мосолмандар ғына түгел, күпселек дин әhелдәре лә төплө дини белемгә эйә түгел, шуға ла ваhhабиттар ойошмалары миссионерҙары эшмәкәрлегенә юл ҡуйыла ла», – тип билдәләне И. Насиров үҙенең сығышында. Уның hүҙҙәренсә, Ислам фундаментализмы күренеше булған динде боҙоу донъяның халыҡ дин тураhында хәбәрҙәр булмаған урындарында әүҙем тамыр йәйә. Дини мәғрифәтселек киң таралған ерҙә ят идеяларҙы кешегә көсләп тағып, ниндәйҙер пропаганда алып барып булмай. XIX быуат аҙағы – ХХ быуат башында дин көслө булғас, диндарлыҡты таратыусыларҙың башында шәхес Зәйнулла Рәсүлев торғас, диндең икенсе йүнәлештәренә юл ҡуйылмай.
    «Ҡабатланмаҫ шәхес, суфый Зәйнулла ишандың үҙ халҡының аңын күтәреүҙә, белем биреүҙә күп йылдар дауамындағы мөғәллимлек hәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеге, рухи мираҫы баhалап бөткөhөҙ. Ул, hис шикhеҙ, тағы ла өйрәнелергә тейеш. Мосолмандарҙың мәҙәни hәм рухи тормошондағы күп ыңғай үҙгәрештәр Зәйнулла Рәсүлевтың йоғонтоhо арҡаhында барлыҡҡа килгән», – тине ғәрәп-мосолман философияhын hәм суфыйсылыҡты өйрәнеүсе ғалим.
    Филология фәндәре кандидаты Миңлеғәле Нәҙерғолов Фәндәр академияhында күренекле дин әhеленә ҡағылышлы документтар hаҡланыуы, «Рәсүлиә» мәҙрәсәhенең мосолман донъяhында тотҡан роле тураhында hөйләне, данлыҡлы шәхестең шәжәрәhенә аныҡлыҡ индерергә кәрәк, тигән фекер белдерҙе.
    З. ЙӘҺҮҘИНА.
    авторы: Нур | 17 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • Исеме һәм даны ҡайтты
  • Иң ҙур байлыҡ – белем, рух
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhынд ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru