Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Илдә булмаған ат
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баш ҡаланың үҙәге һәм йөҙө Башҡортостан » Юбилейҙар
    Кисә «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында Совет районы ойошторолоуға 70 йыл тулыуға арналған байрам сараһы үтте. Тантанала абруйлы ҡунаҡтарҙан БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтар ҡатнашты.
    Раил Сәлих улы Совет районы халҡын күркәм байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. «Республикабыҙҙың барлыҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы төбәктәре иҫәбендә булыуында Совет районында урынлашҡан сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары, транспорт, бәйләнеш, сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларының да өлөшө ҙур. Район һәр саҡ сағыу ваҡиғалар үҙәгендә, тормош уртаһында ҡайнай, ул көндән-көн үҙгәрә, йәшәрә, күркәмләнә», – тиелә республика етәксеһенең ҡотлауында. Премьер-министр райондың социаль-иҡтисади үҫеше, өлгәшелгән уңыштары хаҡындағы сығышынан һуң, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре – уҡытыусы, табип, фән эшмәкәре, урам йыйыштырыусы, төҙөүсе, ташсы бар. Ғөмүмән, төрлө милләт халҡы, төрлө һөнәр эйәләре, олоһо, кесеһе өсөн дә уртаҡ байрам булды ул. Һәр береһен хөрмәтләп ҡаршы алдылар, сәй, тәм-томдар менән һыйланылар, дәртле бейеүҙәр, күңелле йырҙар бүләк иттеләр.
    Мәҙәниәт һарайының фойеһында ҡунаҡтар район предприятиелары етештергән тауарҙар күргәҙмәһе менән таныша алды. Байрам тантанаһына килгән һәр кешенең йөҙөндә оло шатлыҡ, бәхет һәм үҙ районы өсөн ғорурлыҡ сағыла ине. Юғары кимәлдә ойошторолған байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.


    Баш ҡаланың үҙәген тәшкил иткән Совет районы ошо көндәрҙә үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1938 йылда М. Калинин тәҡдиме һәм ВЦИК ҡарары менән ойошторола ул. Тәүҙә Молотов районы тип йөрөтөлә, 1957 йылдан Совет районы тип үҙгәртелә.
    Өфөнөң иң төҙөк һәм үҫешкән райондарының береһе булған Совет районы барлығы 16,2 квадрат километр майҙанды биләй. Әлеге ваҡытта унда 164724 кеше йәшәй. Әленән-әле яңы йорттар төҙөлә, социаль һәм мәҙәни үҙәктәр асыла. Һуңғы өс йылда ике яңы белем усағы – 26-сы һәм 27-се мәктәптәр файҙаланыуға тапшырылды, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы тулыһынса реконструкцияланды, 110-сы мәктәпкә төкәтмә төҙөлдө. Быйыл дөйөм майҙаны 90 мең квадрат метр булған 13 торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Киләсәктә бер нисә кварталдың тотош яңыртылыуы күҙаллана.
    Бында бөтәһе 898 йорт, 57736 фатир, 1450 шәхси йорт бар. Йәғни һәр кешегә 16,7 квадрат метр тура килә. Совет районы хакимиәте тарафынан район халҡына дәүләт һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Районда халыҡҡа йәшәү, эшләү, белем алыу, күңелле ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Ике юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт аграр университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш-архитектура факультеты уңышлы эшләй. Бынан тыш, дәүләт ҡарамағында булмаған ике вуздың филиалы, 11 урта махсус уҡыу йорто, 21 дөйөм белем биреү учреждениеһы, ике балалар музыка һәм художество мәктәбе, 42 балалар баҡсаһы, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге, эколого-биологик үҙәк балаларға белем, тәрбиә бирә, үҙҙәренә оҡшаған шөғөл һәм һөнәр алырға булышлыҡ итә.
    Халыҡҡа 10 дауалау-профилактика учреждениеһы медицина ярҙамы күрһәтә, шул иҫәптән ике стационар һәм һигеҙ поликлиника. Ике меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре район халҡының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрә. Дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһы даими яҡшыртыла һәм камиллаштырыла. 2004 йылда 5-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһы ҡарамағында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, 48-се поликлиникала 32 урынлыҡ көндөҙгө стационар асылды. 2005 йылда 3-сө балалар поликлиникаһының 5-се бүлеге сафҡа индерелде. 2008 йылда реконструкциянан һуң 50-се поликлиниканың филиалының асылыуы көтөлә.
    Совет районында барлығы 44 – сәнәғәт, 14 – төҙөлөш-монтаж, 9 транспорт предприятиеһы урынлашҡан. Сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларының иҫәбе меңдән ашып китә. Райондың төрлө милектәге предприятиелары республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле. Мәҫәлән, «УЗЭМИК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ОЙО–ГЕО Импульс Интернэшнл», «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы», «Өфө тепловоз ремонтлау заводы», «Өфөhөтзаводы», «Геофизика» ғилми-производство фирмаһы» һ.б. Район биләмәһендә шулай уҡ Өфө тимер юл станцияһы урынлашҡан. Әлеге ваҡытта ул ҙур яңырыу кисерә.
    Республиканың бөтә полиграфия базаһы Совет районында тупланған: Өфө полиграфия комбинаты, «Башҡортостан», «Белая река», «Слово», «Китап» нәшриәттәре, шулай уҡ федераль, республика, ҡала баҫмаларының редакциялары.
    Район баш ҡаланың сауҙа-эш үҙәге булып тора. Бында бик күп кредит-финанс учреждениелары урын алған, яңы заманса сауҙа, ял һәм күңел асыу үҙәктәре асыла. Һуңғы биш йыл эсендә генә «Мир» мега-форматтағы сауҙа-күңел асыу комплексы, «Өфө уттары» ял комплексы, «Тойота», «Опель», «Хундай» автоүҙәктәре, «Патерсон» һәм «Мега Матрица» супермаркеттары эшләй башланы. «Үҙәк баҙар» сауҙа-сервис комплексында яңы корпустар төҙөлә, «Башҡортостан» күргәҙмәләр комплексында реконструкция бара. 2008 йылда ҡала үҙәгендә «Ғаилә» сауҙа-ял комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ. Күптәребеҙгә яҡшы билдәле «Өфө» универмагы ла Совет районы биләмәһенә инә.
    Совет районы биләмәһендә 170 спорт ҡоролмаһы урынлашҡан, шул иҫәптән «Юлдаш» физкультурниктар йорто, биш бассейн, 73 спорт залы, волейбол, футбол, баскетбол уйындары өсөн асыҡ майҙандар бар. «Аҡ Йорт» тау саңғыһы комплексы, «World-class» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, «Спорт-рай» комплексы һәм И. Якутов исемендәге парктағы теннис корты спорт һөйөүселәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан төҙөлгән «Өфө-Арена» боҙ комплексы иһә – баш ҡаланың йөҙө булырҙай матур һәм файҙалы объекттарҙың береһе. Уның дөйөм майҙаны 32 мең квадрат метр. 8250 тамашасыға тәғәйенләнгән арена бер нисә сәғәт эсендә күңел асыу майҙанына әүерелә ала. Унда хоккей матчтары ғына түгел, төрлө күргәҙмәләр һәм концерттар ойошторорға мөмкин. Асылыуына күп ваҡыт үтеп өлгөрмәһә лә, бында Рәсәй һәм Канаданың йәш хоккей командалары араһында матч, Билбаулы көрәш буйынса IV донъя чемпионаты үтте, бер нисә күргәҙмә ойошторолдо, Өфө тамашасылары фигуралы шыуыу буйынса «Боҙҙағы бейеү» телешоу геройҙарының сығышын ҡарап кинәнде. Ә инде «Салауат Юлаев» хоккей командаһының уйынын команданың көйәрмәндәре генә түгел, тотош республика халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
    «Юбилейный», «УЗЭМИК» һәм Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайҙары ла – халыҡтың яратҡан ял урыны. Уларҙа әленән-әле төрлө ял кисәләре, байрам саралары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, билдәле сәхнә йондоҙҙарының концерттары ойошторола. Мәҙәниәт һарайҙарында 84 ижади коллектив эшләй, шуларҙың 16-һы халыҡ һәм өлгөлө коллектив исемен йөрөтә. «УЗЭМИК» мәҙәниәт һәм техниктар һарайында ғына өс меңгә яҡын кеше шөғөлләнә. Был мәҙәниәт һарайы менән 30 йылдан ашыу Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре А. Вегелин етәкселек итә.
    Яҙ етеп, көндәр йылыта башлау менән халыҡ И. Якутов исемендәге паркка ағыла. Ул ололарҙың да, йәштәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урыны. Бында, ҡала шауынан арынып, бер аҙ ял итергә, каруселдәрҙә, аттракциондарҙа әйләнергә, кәмәләрҙә йөрөргә мөмкин.
    Бөгөн Совет районын ысын мәғәнәһендә баш ҡаланың үҙәге генә түгел, ә йөҙө тип әйтә алабыҙ. Сөнки һуңғы йылдарҙа ул күҙгә күренеп үҫте, матурайҙы, яңырҙы.
    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: Нур | 31 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфөлә заманса биҫтә төҙөл&# ...
  • Йәш белгестәр белемле лә, сәләмәт т ...
  • Мәләүез ҡалаһында Республика советының ...
  • Талбазыла – гимназия
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru