Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Йондоҙнамә
  • Суғамаҡ башында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ТАРИХ ТИКЛЕМ ТАРИХСЫ Башҡортостан » Юбилейҙар
    Билдәле ғалим, тарихсы Әнүәр Закир улы ӘСФӘНДИӘРОВҠА – 75 йәш
    Арҙаҡлы ғалим, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровҡа – 75 йәш. Ике тиҫтәнән ашыу китап, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, В. Бирюков исемендәге Урал hәм Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Ә. Әсфәндиәров бөгөн дә – тынғыhыҙ ғилем даръяhында йөҙгән, халҡыбыҙҙың тарихи ысынбарлығын түкмәй-сәсмәй, факттарҙан тайпылдыртмай бөгөнгө һәм киләсәк быуынға еткереүсе абруйлы тарихсыларыбыҙҙың береһе. Ғалимдың яҙғандары, ваҡыт һынауын үтеп, күптән халыҡтың ышанысын, ихтирамын яуланы. Республикабыҙҙа шаулап-гөрләп Шәжәрә байрамдары уҙа, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса үҙҙәрен башҡорт тип танығандар һаны арта һәм халҡыбыҙ үҙенең милли аңына етди иғтибар итә башлаған икән, бында тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың ғилми эшмәкәрлегенең дә өлөшө бар. Юбилейы уңайынан күңеленә тарих тиклем тарихты бөтәүләп һыйҙырған шәхес менән әңгәмә ҡороу үҙе бер тарих кеүек булды.
    – Әнүәр Закирович, тарихсының шәхси тарихы – бала сағы ниндәй булды икән
    – Тыуған яғым – Баймаҡ районы. Тыуған ауылым, атайым төйәге – Сыңғыҙ ауылы. Күсәбә тигән йылға буйында урынлашҡан.
    Әсәйемде хәтерләмәйем, сөнки ул иртә үлеп киткән. Мин атай, үгәй әсәй ҡулында, hуңынан, атайым hуғышҡа киткәс, үгәй әсәй, ҡартәсәй, атайҙың ҡустыларында йәшәнем. Аҙаҡ өләсәйем ҡараны. 1943 йылда, мин, туғыҙ йәшлек малай, Нәбиулла Мөстәҡимов тигән малай менән ауылды ташлап сығып киттек. Таулыҡай, Бикеш ауылдары аша Үрге Нуғайға барып еттек. Ә өләсәйем, Икенсе Этҡол янында урман ҡырҡырға тип китеп, Мырҙый тигән эшселәр ҡасабаhында йәшәп ятҡан булған. Ҡыш буйы Н. Мөс-тәҡимов менән минең әсәйҙең ағаhы, Әхмәт олатайҙың ғаиләhендә йәшәнек.
    Шунан hуң инде өләсәй килеп, Мырҙыйға алып китте. 1944 йылдың ноябренә тиклем шунда булдым. Беренсе Этҡолда балалар йорто асылған, тигән хәбәр таралды. Көҙ көнө шунда барҙым һәм балалар йортона урынлаштым. Унда балалар араhынан иң тәү күргән кешем Рамаҙан Йәнбәков булды. Уның «догоню!» тигән hүҙе әле лә иҫтә ҡалған. Рамаҙан: «Бына хәҙер hине ашханаға алып барып керетәсәктәр. Унда аш, шунан сәй кеүек тәмле нәмә бирәләр», – тине. Сәй кеүек тигән нәмәhе какао булған икән. Йомортҡа порошогы, какао h.б. Американан ебәрелгән булған, беҙ уны аҙаҡ яҙыуына ҡарап белдек.
    Был балалар йортонда мин 1949 йылға тиклем уҡып, 7-се синыфҡа еткәс, Баймаҡта балалар йорто асыла тип, беҙҙе урыҫ теленән уҡытып йөрөгән Риза ағай Мостафин: «Ул балалар йорто түгел, ә сәскә атып ултырған бер баҡса. Егеттәр, hеҙ кәрәк, эш көсө кәрәк», – тип беҙҙе саҡырып алды. Беҙ hалдат кейемле. Ул заманда hәр беребеҙгә йәтеш итеп тегелгән шундай hалдат кейеме, полушубкалар бирҙеләр. 1949 йылдан 1951 йылға тиклем Баймаҡ ҡалаhының балалар йортонда йәшәп, 1-се мәктәптә уҡып йөрөнөм. Шунан беҙҙе Себер яҡтарына ФЗО-ға ебәрҙеләр. Беҙҙең күптәребеҙ Өфөлә тороп ҡалды. Бында инде Рамаҙан Йәнбәков, Нәбиулла Мөстәҡимов, Салауат Монасиповтар бар ине. Уларҙы йыр-бейеүгә hәләте булған өсөн Хөсәйен ағай Әхмәтов килеп, сәнғәт училищеhына, элек ул музыкаль училище тип атала ине, алып китте. Бына шул егеттәрҙе күреп, Себергә китмәй, ҡасып тороп ҡалдым. 21 малай араhынан икәү генә китте, ҡалғандары таралышып бөттө. Ул заманда Өфөлә Красин урамында 9-сы мәктәп бар ине. Башҡорт балалары өсөн асылған мәктәп. Октябрь, ноябрь үтеп китте, декабрь ҙә үтеп бара. Мине балалар йортона алмай ҙа ҡуялар. Кейемдәрҙе мин торған йорттоң хужабикәhе ашарға алмаштырҙы. Шулай итеп, декабрҙең аҙағында йәйге кейемдә генә тороп ҡалдым. Сөнки 9-сы мәктәп ҡабул итә, әммә балалар йорто документ, элекке балалар йорто биргән кейемде hорай. Шуға күрә мәктәптә уҡып йөрөнөм, ә егеттәр ашарға алып сыға торғайны. Балалар йортона февраль айында ғына алдылар. Шунда 1953 йылда мәктәпте тамамланым.
    – Мәктәптән hуң тыуған яҡҡа ҡайтырға уйламанығыҙмы?
    – Ундай уй булманы, сөнки уҡып бөткәс, мәктәп директоры Сажиҙә Хәмәҙйәр ҡыҙы Зайлалова: «Бына hеҙ Мәскәүгә уҡырға китәсәкhегеҙ. Тарихсы, философ булырhығыҙ», – тине. Бер нисә егет, Зәйнулла Ишмөхәмәтов, Вәхит Иҫәнғолов, Ванцет Буранғолов, Мәскәүгә киттек. СССР Хөкүмәтенең айырым бер ҡарары буйынса, фронтта hәләк булғандарҙың балалары бер ниндәй конкурсhыҙ уҡырға инергә хоҡуҡлы ине. Уның нигеҙендә беҙҙе Мәскәүгә ебәрҙеләр.
    – Бала саҡтан кем булырға хыял итә инегеҙ Һуңынан тарих өлкәһенә ни рәүешле килдегеҙ
    – Мин тәүҙә летчик булырға хыялланып йөрөнөм. Аэроклубҡа ла йөрөп ҡараным әҙерәк. Әммә 9 – 10-сы синыфтарҙа күреү hәләте хөртәйеү сәбәпле, hиңә был hөнәр бармай, тип ҡуйҙылар. Ә тарихҡа килгәндә, беҙҙең мәктәптә Әнүәр Сәйҙуллович тигән тарих уҡытыусыhы дәресте ғәжәп матур алып бара торғайны. Бынан тыш, уның тарих түңәрәгенә йөрөнөк. Шул тәьҫир иткәндер, күрәhең. Әммә ысын тарихҡа инеп китеү студент йылдарына тура килә, әлбиттә.
    Студент йылдары күңелле лә, ауыр ҙа булды. Тәү осорҙа иҫке ятаҡта йәшәнек. Бер бүлмәлә – 15 – 20 кеше. Яңы ятаҡҡа күскәс, 3-сө курста hәр беребеҙгә бер бүлмә биреп ҡуйҙылар. Уҡыуҙан hуң эшләй торғайныҡ. Ул заманда көньяҡ-көнбайыш Мәскәүҙә төҙөлөш бара ине. Поезд менән килтерелгән төҙөлөш материалдарын бушатырға йөрөнөк. Стипендия йәшәргә етмәй торғайны.
    Йәшәү ауыр булды, әлбиттә, әммә баш ҡалала уҡыу үҙе бер ғүмер. Университеттың ғилми китапханаhы ифрат бай ине. Унан тыш, СССР-ҙың иң ҙур фондлы Ленин китапханаhында шөғөлләнеү үҙе генә ни тора?!
    Университетты 1958 йылда тамамлағас, туп-тура БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығына килдем. Ул ваҡытта Сәғит Әлибаев министр ине. Уның кадрҙар буйынса урынбаҫары Хаят Миңләхмәт ҡыҙы Яфаева: «Һин ҡайhы мәктәпте бөткәнhең, шунда китәhең», – тине. Ә минең тыуған яҡҡа ҡайтырға тигән уй бар ине. Әммә Өфөлә ҡалырға тура килде. Мин тамамлаған 9-сы мәктәп 1956 йылдан 1-се интернат-мәктәпкә әйләндерелгәйне. Шунда 1965 йылға тиклем уҡыттым. Артабан инде медицина институтына философиянан уҡытырға киттем. Киске бүлеккә тарихи материализм буйынса лекция уҡырға ҡуштылар. Бер мәл Әкрәм ағай Бейешев менән Ирек Аҡманов (мин уның менән студент йылдарынан таныш инем): «Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында аспирантура асҡандар, тиҙҙән имтихандар була, бар», – тип кәңәш итте. Үҙемдең көсөмдө hынап ҡарарға булдым. Өс-дүрт кеше араhынан мине алдылар. Ул заманда күренекле тарихсы Әбүбәкер Усмановтың аспиранты булып киттем. «Кантон осоронда Башҡортостан» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияhы яҙҙым. 1970 йылда Мәскәүгә барып яҡланым.
    – Ауылдар тарихын өйрәнергә тигән теләгегеҙ нисек тыуҙы
    – Миңә Өфө hәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының тарихын яҙыуҙа ҡатнашҡанда, «История сел и городов Украинской ССР» тигән 26 китаптан торған хеҙмәт миҫал булды. Был хеҙмәттең hәр бер томын яҙыуҙа 400-ҙән алып 600-гә тиклем кеше ҡатнашҡан. Унда хатта hәр ауылдың тиерлек кешеhе, пенсионерҙар, ветерандар ярҙам иткән.
    Ауылдар тарихы буйынса билдәле Мәскәү тарихсылары ла хеҙмәт яҙҙы. Ул «История сел Подмосковья» тип атала. Хеҙмәт 11 томдан тора. Әммә уларҙың күләме «Башҡортостан ауылдары тарихы»нан күпкә ҡалыша. Әйткәндәй, күренекле Рәсәй тарихсыhы Наталья Федоровна Демидова, ул беҙҙең тарих фәне өсөн күп эшләгән шәхес, Мәскәүҙә сыҡҡан тарихсылар журналында минең алты китапҡа (»Башҡортостан ауылдары тарихы») былай тип рецензия яҙған: «В теоретическом, источниковым, историографическом отношениях работа Асфандиярова выгодно отличается от работ московских историков, которые написали «Историю сел Подмосковья». Абруйлы тарихсынан шундай баhа алыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, әлбиттә.
    Кандидатлыҡ диссертацияhы яҙғандан hуңғы тәүге эшем тарих менән этнография араhында торған темаға бағышланды. Ул «Башҡорт халҡының ғаиләhе» тип атала. Тарихи күҙлектән сығып, халыҡ иҫәбен алыу материалдарын файҙаланып, XVII, XVIII, XIX быуаттарҙағы башҡорт ғаиләhе тураhында яҙҙым. Тәүҙә ул уҡыу әсбабы булараҡ сыҡты. Аҙаҡ инде тулыландырып, 1997 йылда ҡайтанан баҫылды.
    Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа авторҙар коллективы менән берлектә «Өфө тарихы» китабын яҙыу эшенә тотондоҡ. Ул 1976 йылда донъя күрҙе. «Өфөгә нигеҙ hалыу», «XIX быуаттың беренсе яртыhында Өфө» тигән бүлектәрҙе яҙғанда халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән эшләнем. Бөтә ҡала, ауылдар буйынса документтар ҡайҙа hаҡлана, шуларҙы билдәләп барҙым, йыйҙым. Был миңә ауылдар тарихын яҙырға этәргес көс бирҙе. Тәүҙә очерк рәүешендә hәр райондың тарихын яҙырға уйлағайным. Очерктың күләме ҙур була, тип нәшриәт ҡырҡа ҡаршы төштө. Шуға ҡыҫҡартып, белешмә рәүешендәрәк эшләргә тура килде. 1990 йылдан 2002 йылға тиклем 10 китап донъя күрҙе. Башҡортостандың 54 районының 41-нең ауылдар тарихы яҙылды. Ошо китап йоғонтоhонда ауылдар тарихына бағышланған 15-ләп китап донъя күрҙе.
    Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу алдынан профессор Әсфәндиәров тарафынан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн этнография һәм тарих йәһәтенән тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһе булараҡ «Западные башкиры. По переписям 1795 – 1917гг.» китабы донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа ғалим бик әүҙем эшләй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы уңайынан уның «Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI – первая половина XIX в.)», «Кантонное управление в Башкортостане», «Башкирские тарханы» китаптары баҫылып сыға һәм башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә ҙур лайыҡлы урын алып тора. Бөгөн дә ғалим тынғыһыҙ ижад юлында, Башҡортостан ауылдары тарихына бәйле тағы ла бер нисә том китап баҫтырыу ниәте менән янып йәшәй. Тарихсының пландары, уй-теләктәре бик күп, уларҙы атҡарыу өсөн тик һаулыҡ ҡына етһен.
    А. ЮЛАН әңгәмәләште.
    авторы: Нур | 16 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Бөгөнгөбөҙ өсөн кисәгебе&# ...
  • Тарихты өйрәнеүгә яңы мөнәсә ...
  • Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙ ...
  • Байҡағанда тарих төпкөлдәрен киләс| ...
  • Тырышлығым бушҡа китмәне
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru