Йүгереп тота алмаған атлап тота алмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • «Төндә атыр гөл»
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • [b]«Аманат»ҡа – 80 йәш![/b] Башҡортостан » Юбилейҙар
    Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Аманат» республика журналының 80 йыллыҡ юбилей кисәһендә уның тоғро дуҫтары – журнал уҡыусылар, уның биттәрендә сығыш яһаусы геройҙары, башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары, лицейҙары уҡыусылары, ҡыҫҡаһы, балалар һәм үҫмерҙәр тормошо менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың бөтәһе лә ҡатнашты.
    – «Аманат» журналын беҙ бәләкәйҙән үҙ итә торғайныҡ. Уны бөгөн дә яратып уҡыйҙар. Нәҡ ошо журнал биттәрендә күптәр үҙенең тәүге ижади аҙымдарын яһаны, йәштәштәренең тормош-көнкүреше менән танышты, – тине үҙенең сығышында БР Президентының Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса дәүләт советнигы Гөлдәр Камалова һәм, журнал коллективына Президент М. Рәхимовтың ҡотлау адресын тапшырып, былай тине:
    – Республика башлығы, был баҫма 80 йыл буйы ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәрендә сағылыш тапҡан аманатына тоғро ҡалды һәм артабан да тоғро ҡалыр, тип ышана. Шуның менән ул йәш быуынды патриотик һәм рухи тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.
    «Аманат»тар БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаевтан да мәғрифәтселек эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ишетте.
    – «Аманат» беҙҙең барыбыҙҙы ла бәләкәйҙән үк Ватаныбыҙҙы яратырға һәм уның менән ғорурланырға, йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашырға, үҙ халҡыбыҙҙың ысын яҡлаусыһы булырға өйрәтте, – тип билдәләне ул. – Беҙҙең балалар ҙа һәм бөгөнгө йәштәр ҙә ошо рухта тәрбиәләнде һәм тәрбиәләнә.
    «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, бөгөн «Аманат»тың тиражы 15 мең дана булыуы тураһында һөйләп:
    – Һуңғы бер нисә йыл ошондай тиражға өлгәштек. Бөгөн журналыбыҙ бөтөнләй яңы сифатта, яҡшы ялтыр ҡағыҙҙа баҫыла. Киләсәктә журнал уҡыусыларыбыҙҙы тағы ла күберәк йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табасаҡбыҙ, традицион рубрикаларыбыҙ заманса яңғыраһын, тип тырышабыҙ, – тине.
    Юбилей кисәһе матур йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 21 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Уҡыу мәҙәниәтен ҡайтарыу мөһ ...
  • Заман менән бергә атлайыҡ
  • Рухыбыҙҙы яҡтыртып
  • Рух аҫылы ята тәрәндә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru