Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b] Башҡортостан » Юбилейҙар
    Башҡорт халҡының милли геройы Салауат ЮлаевтыҢ тыуыуына – 255 йыл
    Исеме Башҡортостан сиген үтеп, ул Рәсәй геройына әйләнде[i]
    *
    * *
    1775 йылдың ноябрендә ихтилалдың бөтә төп ҡатнашыусылары генераль тикшереү үткәреү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. Уларҙы Ҡытай-городтың Иверск ҡапҡалары эргәһендә урынлашҡан Монета дворында тоталар (хәҙер был бина Ҡыҙыл майҙандың Воскресенск ҡапҡалары янында урынлашҡан). Шуға ла Болотная майҙанынан Ҡыҙыл майҙанға юл алабыҙ. Пугачев тотолған ситлекте күреү был юлы насип булманы – Тарих музейы беҙ барған көндө эшләмәне. Уның ҡарауы, Ленин менән Сталинды «күрергә» лә, улар менән бергәләп фотоға төшөргә лә мөмкин. Бөйөк полководец Жуковҡа ҡуйылған һәйкәлде лә иҫәпләгәндә, өс тарихи шәхес бер урында!
    Шунда уҡ экскурсоводтар һырып ала, аҡсаңды сығар ҙа, рәхәтләнеп тарихҡа сум. Ләкин беҙҙе пугачевсыларҙы тотҡан урын ғына ҡыҙыҡһындыра шул. Экскурсоводтарҙың береһе ябайыраҡ булып сыҡты. Беҙгә кәрәк бинаны күрһәтеп, әҙерәк аңлатма ла биреп үтте. Баҡтиһәң, тап Ҡыҙыл майҙанға ингән ерҙә генә икән улар. Ике бинаны тоташтырып торған тар ғына төкәтмә заманында Долговая яма тип аталып, унда бөтә сәйәси тотҡондар тотолған булған. Хәҙер был хаҡта иҫкәртеүсе бер генә таҡтаташ тора. 1790 йылдың сентябрь – октябрендә бында Себергә һөргөнгә ебәрелер алдынан яҙыусы, революция мәғрифәтсеһе Александр Радищев тотолған. Эргәләге бинаның Монета дворы булыуын иҫәпкә алғанда һәм уның Воскресенск ҡапҡаһы менән Монета дворы араһында урынлашҡанын иҫләгәндә, Пугачевты ғына түгел, уның барлыҡ көрәштәштәрен дә, тимәк, Салауат Юлаевты ла ошонда тотоуҙары ихтимал.
    Ҡыҙыл майҙанда күңелдә ауыр тойғо ҡалдырырҙай бер урын бар. Лобное место, тиҙәр уны. Язалау урыны тип тә атайҙар. Бында, ысынлап та, дәүләт акттары, һуғыш һәм солох, һалым тураһында, Ҡыҙыл майҙанда махсус ағас баҫмаларҙа язалау тураһындағы указдар иғлан ителгән. Халыҡты аңламаҫһың, ғәҙәттә, бер ергә ҡабат килергә бик теләһәң, шул урынға аҡса ташлап кит, ул һине саҡырып, тартып тора, тиҙәр. Лобное место тигән урынға аҡса ырғытыу йолаһы ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, әммә язалау урынына ҡабат килергә кемдең теләге бар икән?!
    * * *

    – 1929 йылда Мәскәүҙә Милли театрҙар фестивале уҙған. Уны пленкаға төшөргәндәр. Мәскәү янындағы Красногорский ауылында архив бар. Шунан барып таптым. Шул фестивалдә Башҡортостандан Баязит Бикбайҙың «Салауат Юлаев» әҫәрен килтергәндәр. Шунда атайым – Салауат, әсәйем Әминә ролен башҡарған, – тип хәтирәләргә бирелә мәшһүр артист һәм режиссер Булат Имашев менән талантлы актриса Тәлиға Бикташеваның ҡыҙы Эльмира ханым.
    Салауат образы – Булат Имашевтың театр сәхнәһендә уйнаған тәүге роле. Был хаҡта ул үҙе: «Бик күп роль уйнаным. Әммә мине артист булараҡ формалаштырғаны Салауат Юлаев роле булды. Крамов, Незнанов мине яҡшы артист кимәленә күтәрҙе», – тип яҙа.
    Эльмира Имашева хәҙер хаҡлы ялда. Шуға тиклем Королев исемендәге «Энергия» институтының (»Космос» үҙәге) баш ғилми-техник мәғлүмәт һәм пропаганда бүлеге етәксеһе булып эшләгән, филология фәндәре кандидаты. Милли батырыбыҙ тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуының сиге юҡ. Бәлки, был минуттарҙа ул Салауат ролен тәүге булып уйнаусы атаһын күҙ алдына баҫтыралыр, бәлки, 25 йыл каторгала булып та рухы һынмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгән шағир-импровизаторға һоҡланыуын йәшермәйҙер.
    * * *

    Сит ерҙә яҡташтарыңды осратыу икеләтә шатлыҡлы, ә инде Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән осрашыу күңелдәрҙә әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғолар тыуҙыра. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы йөрәгендә Салауат рухын йөрөтә, һәр береһе уның рухы менән йәшәй. Шулай булмаһа, Тверь өлкәһе башҡорт-татар йәмғиәте рәйесе Марат Бәхтиевтың килеп етеүен нисек аңлатырға?
    Осрашыу барышында ла һәр кем үҙенең күңелендә йәшәгән Салауаты менән таныштырырға тырышты.
    «Стрела Салавата» китабы авторы, табип Камил Ғәлимов хистәрен шиғри юлдар аша еткерҙе:
    – Төньяҡтан елдәр килтерҙе
    Хуш еҫен тыуған яғымдың.
    Йыһан буйлап таратты ул
    Үлән шауын, ҡурай моңон.
    Диңгеҙ ярында, яманһыулап,
    Мин Салауатты уйланым.
    Көн һүнгәндә алһыу нурҙа
    Һағышландым, йырланым.
    Йөрәгенә яра алған ҡош,
    Мәңгелеккә һинең осош.
    Ситлектә йырламай ҡош,
    Аңламай бит батша – байғош...
    Салауат Хәтмуллин иһә яҡташтарыбыҙ араһында иң йәше ине. Ул, йәшлектең иң гүзәл сағы, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы киске уйындар хаҡындағы тәьҫораттары менән бүлешеп: «Йылдар үткәс, Салауат исеме артында ныҡлы рух, йәшлек дәрте тороуын аңлай башланыҡ. Ул властың алмашыныуын, үҙ халҡына имен тормош, Волга буйында йәшәүсе халыҡтарға ҡарата ғәҙеллек теләгән», – тине.
    Ғәлиә Йәнбирҙина ла профессияһы буйынса медик. 1980 йылда үткән Олимпиаданы хеҙмәтләндерергә килгән еренән тороп ҡала ул баш ҡалала. «Уҡытыусым Сәлимә Әбүбәкирова Салауат районынан ине. Гел Салауат Юлаев тураһында һөйләп, уның миҫалында тәрбиәләне. Һуңынан биш йыл студенттарҙы Әстерханға эшкә алып йөрөнөм. Мамай ҡурғанына беренсе йыл барҙыҡ та, үҙебеҙҙең яҡташтар, милләттәштәр иҫтәлегенә икенсе йылына таҡтаташ алып барып ҡуйҙыҡ. Бер яғында яҙыу, икенсе яғында Салауат Юлаев һәйкәле эшләнгән».
    Рәсәй Геройы, Әлшәй районы егете Рафиҡ Иҡсанов та һәр ваҡыт Салауатҡа оҡшарға, уның кеүек оҫта, ҡыйыу полководец булырға тырышыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул Башҡортостанға ҡайтҡанда йәштәр менән осрашыуҙар ойошторорға теләүен һәм был юҫыҡта уға ярҙам кәрәклеген дә белдерҙе.
    «Аҡбуҙат» балалар журналының элекке рәссамы, хәҙер арт-директор булып эшләүсе Сулпан Билалова Салауат тураһында ижад кешеһе булараҡ һөйләне һәм батырҙың бала сағы, аныҡлап әйткәндә, әсәһе уны тәү тапҡыр атҡа ултыртҡан мәлен сағылдырған картина эшләүе һәм, яйы сыҡһа, берәй балалар баҡсаһынамы, мәктәпкәме бүләк итеү хыялы булыуын белдерҙе. Салауат районының Әлкә урта мәктәбендә батырҙың үҫмер йылдарына арналған экспозицияны был картинаның тулыландырып тороу ихтималлығын әйткәс, ул шатланып риза булды.
    Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың сығышын һәр кем тын да алмай тыңланы. Был сығышта ғорурлыҡ та, рух та, әсенеү ҙә ярылып ятты.
    – Тыуған ауылым Салауат районынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ине. Әммә, батырҙың әсәһе беҙҙең райондан булғанлыҡтан, мин дә үҙемде уның тоҡомо тип һанайым. Бала саҡтан уға иң яҡын, туған кешегә ҡараған кеүек ҡараныҡ. Башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары Ғималов менән Фәтҡуллин Салауатҡа ҡарата яҡты, изге, ғәжәйеп һөйөү тәрбиәләне. Бөйөк Ватан һуғышына ла беҙ әҙерлекле, батырҙарға лайыҡлы алмаш булып индек. Халыҡ рухына ҡараған кеүек ҡараныҡ. Беҙҙең аңда ул тоғролоҡ, азатлыҡ һөйөү, бөйөклөк, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булды.
    Аҡыллы ойоштороусы, ялҡынлы шағир-оратор, тыуған иленең ысын патриоты ғәскәре алдында күренеп, осҡор күҙҙәре менән халыҡты байҡау ҙа көс-ҡеүәт өҫтәгәндер. Сөнки уны тыңлағандар, уға ышанғандар, уның артынан эйәргәндәр. Ул үҙ халҡының ғына патриоты түгел, ә интернационалист. Беҙҙең, Башҡортостандан сыҡҡан Ҡыҙыл Армия һалдаттары, өсөн ул, талантлы полководец булараҡ та, Еңеүҙең өҫтәмә байрағы булып торҙо.
    Бөгөнгө йәштәр Салауат тураһында өҙөк-йыртыҡ ҡына белә. Ауылға ҡайтҡанымда йәш быуын вәкилдәренән, Салауат кеүек булыу нимә ул, тип һораһам, тәрән тынлыҡ урынлаша. Юҡ, һәр кем дә шағир һәм йырсы, полководец була алмай, әммә һәр кем тыуған иленең патриоты булырға тейеш. Тормош ауыр, тип тал төбөндә шешә ҡосаҡлап ятыу урынына һәр шарттарҙа ла көрәшеп, һәр шарттан да еңеүсе булып сығыу кәрәк. Совет заманында кешеләр өмөт менән йәшәне, бер-береһенә ярҙам итте һәм һәйбәт мөнәсәбәттә булды. Хәҙер иһә йәш егеттәрҙе – Салауаттың, ҡыҙҙарҙы тоғролоҡ символы булған Әминәнең миҫалында тәрбиәләргә кәрәк. Ни өсөн бөгөн Салауатты тыуҙырған халыҡ замандың кире йоғонтоһона бирелә?
    Ҡотдос ағайҙың сығышы залдағыларҙы бер аҙ уйланырға мәжбүр итте. Ләкин был уйланыуҙар халыҡ аңына етеп, уны ла уйландырһын ине. Был уңайҙан Тверь өлкәһенән килгән яҡташыбыҙ Марат Бәхтиев бик урынлы тәҡдим индерҙе:
    – Барыбыҙ ҙа үҙенсәлекле һабаҡтың шаһиты булдыҡ. Мин, журналистар экспедицияһының дауамы итеп, Башҡортостанда, башҡорттар күпләп йәшәгән территорияларҙа Салауат дәрестәрен индереүҙе тәҡдим итәм. Үҙем мотлаҡ рәүештә Тверҙә бындай дәресте ойошторасаҡмын, бында ишеткәндәремде түкмәй-сәсмәй йәштәргә еткерәсәкмен. Ул дәрестә ҡурай моңо ла, Салауаттың шиғырҙары ла яңғыраясаҡ.
    Рәсәйҙә күптән милли идея эҙләйҙәр. Ҡайҙа ул? Әгәр ул милли идея икән, ул милләттең эсендә булырға тейеш. Башҡорттарҙа өлгө алырлыҡ, тиңләшергә тырышырлыҡ шәхес – Салауат, тип уйлайым. Шуға ла Салауат дәрестәрен индереүҙе тәҡдим итеп, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына сығыу зарур.
    Йыйылыусыларҙың барыһы ла был тәҡдим менән килеште. Тик етәкселәрҙең генә ишетеүе шарт. Ысынлап та, милли идеяһы булмағандар баш вата тип, ниңә уны әллә ҡайҙан эҙләргә? Башҡортостанда башҡорттарҙы арттырыуҙы алһаҡ та, Салауаттың өлгөһөндә тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйһаҡ та, ҡайһы бер ауылдар кеүек, айыҡ ауыл иғлан итеү ҙә милли идея түгелме ни?
    * * *

    Бына, ниһайәт, Ағиҙел ярында поезд менәнме, автомобилдәме, самолеттамы килгән кешеләрҙе сәләмләп ҡаршы алыусы Салауат Юлаевтың һәйкәлен эшләүсе Сосланбәк Тавасиевтың тоҡомо йәшәгән Абрамцевоға юлланабыҙ.
    Сергей Радонежский сиркәүе эргәһендә туҡталыш яһайбыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ҡәҙимге тормошон ташлап, дәрүиш булып китә, һәм Хоҙай уға ҡөҙрәт бүләк итә. Уның был һәләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ярҙам итә. Фашистар Мәскәү эргәһенә килеп еткәс, ул үҙенең ҡөҙрәте менән Абрамцево, Хотьково, Ахтырка тирәһен һаҡлап тора. Был тирәгә хатта танкылар ҙа үтә алмаған, тип хәтерләй хәҙер халыҡ. Ысынмылыр, бушмы, әммә тарихта был исем мәңгегә урын алған.
    Хотьковоны үтеп, Ахтыркаға инәбеҙ. Тап бына ошонда милли геройыбыҙҙың образы тыуған да инде. «Һин – башҡорт, мин – осетин. Икебеҙ ҙә рәсәйҙәр», – тигән юлдарҙың авторы Сосланбәк Тавасиев Салауат хаҡында Башҡортостанға һуғыш йылдарында эвакуацияға килеүселәрҙе оҙатып килгәндә вокзалда һалдаттар тейәлгән эшелонды фронтҡа оҙатыусыларҙың береһенән ишетә. Ҡыҙыҡһынып, уның кем икәнен асыҡлай, һәм был исем уға тынғы бирмәй. Шуғалыр ҙа, бәлки, ул Салауаттың һыбайлы скульптураһын эшләүгә бер нисә тиҫтә йыл ғүмерен сарыф итә.
    Ахтырка ауылы дини грамоталарҙа Дудкино исеме менән билдәле. XVII быуат аҙағында иһә ауыл Иван Панин исеме менән бәйле. Панин артабан усадьбаны туғаны, князь Василий Татищевҡа тапшыра. 1703 – 1704 йылдар тирәһендә был урын кенәз Трубецкойҙарға күсә. 1772 йылда ауылда сиркәү төҙөргә рөхсәт алына. Ләкин уларҙың туғаны Иван ҡомарлы уйындарға әүәҫ була һәм имениены кәрт уйынында оттора. Уны мир судьяһы, сәскәләр яратыусы Иван Матвеев һатып ала һәм усадьбаны гөл баҡсаһына әйләндерә.
    1937 йылда сиркәүҙең руханийын ҡулға алалар. Шул йылда Рәсәйҙә 56 мең дин белгесен аталар. Ә сиркәүҙе төрлө маҡсатта файҙалана башлайҙар. Йәшелсә һаҡлағыс итеп тә ҡарайҙар, әммә йәшелсәләр туңа.
    1941 йылда сиркәүҙең барлыҡ иконаларын урамға сығарып яндыралар. Шул саҡ руханиҙарҙың береһенең бәләкәй ҡыҙы ут эсенән бер иконаны тартып ала ла, йүгерә. Шулай итеп, Ахтырка иконаһы ҡотҡарыла. Уны 1753 йылда уҡ батшабикә Елизавета изге тип иғлан иткән була.
    З. ӘЙЛЕ.
    Өфө – Мәскәү – Өфө.
    авторы: Нур | 28 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Батыр үлә, даны ҡала
  • Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда
  • «Кино сәнғәтендә – Салауат Юлаев образы»
  • Салауатты мәңгеләштереүсенең йортонда
  • «Үҙемде Салауат ғәскәрендә кеүек ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru