Ҡоро ҡулға ҡорал яу.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эштәренең емештәре тос Башҡортостан » Юбилейҙар
    Илеш районында туған телдәрҙе өйрәтеү «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Закондың үтәлеше муниципаль район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең даими иғтибары үҙәгендә.
    Туған телебеҙгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә балалар баҡсаһынан уҡ башҡорт теле уҡытыла. 5 – 6 йәшлек сабыйҙарға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү эше ойошторолдо. Был маҡсатта айырым тәрбиәсе штаты булдырыу эште тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Балалар баҡсаһында тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған мөйөштәр булдырылды, башҡорт тирмәләре ҡоролдо. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың байрамдарын ойоштороу өсөн милли кейемдәр, музыка ҡоралдары йүнләнде. Быларҙың барыһының да башҡорт теле буйынса башланғыс белем биреү өсөн әһәмиәте ҙур.
    Район мәктәптәрендә барлығы 4377 уҡыусы белем ала. Һәр мәктәптә лә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу тейешле дәрәжәлә алып барыла. Шулай уҡ башҡорт теле предмет булараҡ та уҡытыла. Уҡытыусыларҙың бөтәһе лә юғары белемгә эйә. Һәр береһе үҙ эшен аңлап, күңел йылыһын биреп башҡарған педагогтарҙан тыш, мәктәптәрҙә директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫарҙары, мәғариф бүлегендә башҡорт теле буйынса методист булдырыу уҡытыу һәм тәрбиә эшенә ыңғай йоғонто яһаны.
    Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн семинарҙар, асыҡ дәрестәр үткәрелә. Семинарҙар юғары кимәлдә үтә.
    Үрге Йәркәйҙең 4-се урта мәктәбе уҡытыусылары К. Насретдинова менән Ф. Шәрәфетдинова уҡыусыларҙы «түңәрәк өҫтәл»гә йыйҙы. Осрашыу ваҡытында уҡыусылар тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, уҡытыусылар асыҡ дәрестәр күрһәтте. Бындай осраҡтарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа яңы технологиялар оҫта ҡулланыла.
    Әлбиттә, Илеш мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға күп көс һалған уҡытыусыларҙы атап үтмәй булмай. Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Ғ. Ғәлиева, Үрге Йәркәйҙең 4-се мәктәбенән К. Насретдинова, Ф. Шәрәфетдинова, 2-се мәктәптән Ғ. Фәхруллина, Ҡарабаш мәктәбе уҡытыусыһы З. Нуриева, Ҡаҙырҙан Г. Дәүләтова, Һеңрәндән Л. Гәрәева, Этәйҙән Ғ. Мөхәммәтова, Тыный мәктәбенән Г. Күсмәева, Илештән Ф. Ғибәйҙуллина, Маншырҙан М. Баҙыҡова һ. б. Улар барыһы ла заман менән бергә атлай, яңы асыштар эҙләй, үҙ белемдәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.
    Шулай уҡ тәжрибәле педагогтар йәш уҡытыусыларға ла ҙур ярҙам күрһәтә.
    Тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – үҙҙәренең методик әсбаптарын, район мәғариф бүлеге «Уҡытыусыларға ярҙамға» тип исемләнгән китап сығарҙы. Китапта уҡытыусыларҙың дәрес һәм синыфтан тыш саралар өлгөләре урын алды. Ғ. Ғәлиеваның «Башҡорт әҙәбиәтендә синыфтан тыш эштәрҙә әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү» методик ҡулланмаһы донъя күрҙе. Унда әҙәбиәт дәрестәрендә әңгәмәләр, диспуттар, китап уҡыусылар конференцияһы кеүек сараларға һорауҙар тәҡдим ителгән. Г. Күсмәеваның «Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа әүҙем алымдар» тигән китапсығында дәрес һәм синыфтан тыш саралар өлгөләре урын алған.
    К. Насретдинованың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ерле материалдарҙы уңышлы ҡулланыуға ярҙам иткән «Ринат Хәйри – тыуған яҡ йырсыһы» тип исемләнгән йыйынтығы, М. Ғилметдинованың «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға эстетик тәрбиә биреү» тигән ҡулланмаһы ла йәш уҡытыусыларға ярҙамға килә.
    Әлбиттә, бындай эштәрҙең емештәре лә тос. Уҡыусылар район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа йылдан-йыл призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы уҡыусыһы Рида Тимершәйехова ике йыл рәттән «Аҡмулла вариҫтары» республика конкурсында еңеүсе булды. Шулай уҡ республикала үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр.
    2007 йылда Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы Регина Тажиева – 1-се, 2008 йылда Үрге Йәркәйҙең 4-се мәктәбенән 10-сы синыф уҡыусыһы Регина Вәхитова – 1-се, Тыпый мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Йондоҙ Латипова һәм Ҡәҙер мәктәбенән Гөлсәсәк Дәүләтова 3-сө урынды яуланы. Быйыл Үрге Йәркәйҙең 4-се мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Әлиә Арыҫланова БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Район командаһы һәр йыл һайын «Урал батыр» сәсәндәр бәйгеһендә лә еңеүгә өлгәшә. Былтырғы конкурста Рида Тимершәйехова үлемһеҙ эпосты яттан һөйләүселәр араһында гран-приға лайыҡ булды.
    Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының абруйын һәм һөнәри оҫталығын күтәреүгә арналған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурсы уҙғарыла. Республика этабында ла уңыштар ҙур. Былтыр Үрмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы М. Ғилметдинова «Ижадҡа илһамландырыусы» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
    Г. Хәйруллина һәм Ғ. Ғәлиеваның хеҙмәте Рәсәй гранты менән баһаланһа, Г. Насретдинова республика кимәлендәге конкурста еңде.
    Зифа ФӘТХУЛЛИНА,
    үҙ хәбәрсебеҙ.
    Илеш районы.
    авторы: Нур | 9 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде
  • Йәрмәкәйгә –ярҙамға
  • Белем биреү шарттары яҡшыра
  • Мәңге йәшә, туған телем!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru