Ғәйрәт иткән тау ярыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Батша васыяты
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һөйләшһәк тә төрлө телдәрҙә, Башҡортостан » Юбилейҙар
    Шуно йылме дене мутланен
    Илиш мландыште илена куанен.
    Красный ОктЯбрь ауылына килеп ингәс үк, бындағы күренешкә хайран ҡалырлыҡ – урамдар таҙа, бар ерҙә лә тәртип. Өҫтәүенә, ауыл күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Йәйгә сыҡһаң, тирә-яҡта иген баҫыуҙары тулҡынланып ултыра, яҡында ғына урман. Ауыл аҡһаҡалдары һөйләүенсә, Красный Октябрь 1927 йылдың октябрендә ойоша. Бына ошонан килеп сыға ла инде мариҙар нигеҙ һалған ауылдың исеме.
    Буш ерҙәргә Ҡалтасы районынан Умурак Умурьянов, Сайран Сайранов, Ирәй Гәрәев, Андыган Андуганов, Имән Янгличевтар ғаиләләре менән килеп урынлаша. Килеүселәр йорт-ер тергеҙеп донъя көтә башлай, игенселек менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирә. Айырым бер майҙанды ғына биләгәнгә күрә башта Участок тип йөрөтөлә.
    1935 йылда ауылға беренсе трактор ҡайтарыла, ат көсө лә ҡулланыла. Участок ҙурая бара һәм бер аҙҙан «Октябрь» колхозына әйләндерелә.
    Халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Улар араһында тун тегеүселәр, быйма баҫыусылар, мейес сығарыусылар кеүек һөнәрмәндәр арта. Ағастан ике ҡатлы мәктәп, клуб төҙөлә. Ауыл күҙгә күренеп йәмләнә, үҙгәрә. Һуңғы йылдарҙа күп кенә йәштәр ауыл тормошон һайлай. Яңы йорттар ҡалҡа. Красный Октябрь ауылы әле «Урожай» хужалығына инә. Унда клуб, балалар баҡсаһын, мәктәпте, медпунктты үҙ эсенә алған ике ҡатлы социаль комплекс төҙөлгән. Сусҡа фермаһы бар.
    Халыҡтың күпселеген мариҙар тәшкил итә. Татар, башҡорт менән аралашыу нигеҙендә интернациональ ғаиләләр барлыҡҡа килгән.
    Ауыл халҡы үҙенең милли традицияларын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Йылдан-йыл мари һабантуйы уҙа. Байрамда бар тирә-яҡ ауылдар халҡы ҡатнаша. Красный Октябрҙә йәшәүселәр Анач ауылындағы милләттәштәре менән дә аралашып йәшәй. Күп кенә берлектәге мәҙәни саралар уҙа. Мари халҡына хас йолалар ҙа онотолмай. Мәҫәлән, «Шорыкйол». Уны икенсе төрлө «Муллыҡ байрамы» тип тә атайҙар. Байрам һуғым һуйғас уҙғарыла. Халыҡ төрлө кейем, битлек кейеп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Икенсе байрам – «Семык». Беҙҙеңсә әйткәндә, Сәскәләр байрамы. Июнь айында ауыл ҡарттары сәскәләр тотоп ҡәберлеккә бара, үлгәндәрҙе иҫкә төшөрә.
    Халыҡтың ҙур байлығы – туған теле. Ауылда башланғыс синыфтан уҡ мари теле уҡытыла. Ә сәнғәткә ғашиҡ кешеләрҙе йыйған мари фольклор ансамбле тураһында район кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙың йөҙөк ҡашы тиһәк, һис хаталанмабыҙ.
    Бер-береһенең ҡыуанысын да, ҡайғыһын да бүлешеп, төрлө милләт халыҡтары менән уртаҡ тел табып, аралашып йәшәй бындағы мариҙар. Тырышып эшләй ҙә, матур итеп йәшәй ҙә белгән Красный Октябрь халҡына милләт айырыу – ят күренеш.
    З. ФЛҮРОВА.
    Илеш районы.
    авторы: Нур | 9 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә ...
  • Мең һөнәрле Йөҙбикә
  • МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ КӨҘГӨҺ ...
  • Башҡортостан хәстәрлекле әсә кеүек
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru