Бер ҡалған эш ҡырҡ йылға ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Һынамыш
  • Донъя яңылыҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Араларҙа ятһа ла мең саҡрымдар, Башҡортостан » Юбилейҙар
    Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ – изге төшөнсә. Илебеҙҙә йәшәүсе әллә нисә милләттең йәшәйешен тотоп тороусы, улар төйәк иткән ерҙәрҙәге тормоштоң үҫешен тәьмин итеүсе төп факторҙарҙың береһе ул. Элек-электән башҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы, аш-һыуға оҫталығы менән айырылып торған. Ҡунаҡтарҙы тәүҙә табын артына ултыртып, хәл-әхүәлен һорашмайынса сығармаған. Үҙ тирмәһенән йә йорто түренән урын бирер булған.
    Быйыл Баймаҡ һәм Илеш райондары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек бәйләнешен булдырыуға 45 йыл тула. Йылдар һынауы үткән был дуҫлыҡ иҡтисад, ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара бәйләнеште нығытты. Йылдың-йылы делегацияларҙың бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы, эш сәфәрҙәре ойоштороу, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы осрашыуҙар ғәҙәти күренешкә әйләнде, матур йолаға әүерелде.
    Һандар һәм факттар
    Баймаҡ районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола һәм республикала иң ҙур төбәктәрҙең береһе булып һанала.
    *Майҙаны – 5432 кв. км. Административ үҙәге – Баймаҡ ҡалаһы. Районда 17 мең халыҡ йәшәй.
    *Райондың 91 ауылында һәм ҡалала 56,1 мең кеше иҫәпләнә. Халыҡтың күпселеген башҡорттар, рустар һәм татарҙар тәшкил итә.
    Илеш районы 1935 йылдың 31 ғинуарында ойошторолған, район үҙәге – Үрге Йәркәй ауылы. Районда бөгөн 36 мең 900 кеше йәшәй.
    *Район республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашып, Саҡмағош, Дүртөйлө, Краснокама, Баҡалы, Татарстандың Аҡтаныш райондары менән сиктәш.
    *Райондың дөйөм майҙаны – 198,5 мең гектар. Барлығы 25 ауылы советы ауыл биләмәһе, 89 ауыл иҫәпләнә.
    *Бөгөн районда төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, рустар, удмурттар, мариҙар, әрмәндәр, украиндар, белорустар һ.б. дуҫ һәм татыу йәшәй, эшләй.
    Баймаҡ – Илеш дуҫлығы, уның күп яҡлы хеҙмәттәшлеге күптәргә өлгө булып тора. Ошо хаҡта танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың «Баймаҡ – Илеш» тип исемләнгән шиғыры ла бар:
    Араларҙа ята мең саҡрымдар,
    Сал урмандар, Урал һырттары,
    Әммә араларҙы яҡынайтып,
    Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
    Дөрләп яна дуҫлыҡ уттары!
    Һаҡмар буйҡайҙары йәнде арбай,
    Күңелдәрҙе тарта Сөн яры.
    Ғүмер баҡый даръя булып ҡайнай
    Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
    Ғәзиз илдәштәрҙең моң-зары!
    Заманалар ауыр, Хоҙай үҙе
    Тәүәккәллек бирһен, сыҙамлыҡ.
    Шөкөр тимен, хисен
    сафландырып,
    Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
    Арта бара рухи туғанлыҡ!
    Берсә сәскә тотоп яҙ йылмая,
    Берсә ҡар яуҙыра ҡыштары...
    Әммә ниндәй генә миҙгелдә лә
    Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
    Һайрап тора һөйөү ҡоштары!
    Әллә нимә булды был донъяға,
    Аҡылынан шаша, боларып...
    Әммә ошо шомло заманда ла
    Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
    Ил иманы балҡый нурланып!
    Илаһи шул иман нурын
    Һаҡлап саф, изге килеш,
    Тыуған илгә бүләк итеп,
    Тос карауай, тос өлөш...
    Бик күптәргә өлгө булып,
    Бер-беребеҙгә терәк булып,
    Ялҡынлы, ҡуш йөрәк булып,
    Йәшнәп-күкрәп йәшәгеҙ һеҙ,
    Ике дуҫ – Баймаҡ – Илеш!
    Ике дуҫ – Баймаҡ – Илеш!
    Республикабыҙ Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тарафынан хуплау һәм яҡлау тапҡан дуҫлыҡ күпере нығынғандан-нығый. Был ике районды тағы ла нығыраҡ берләштереп, матур ғаиләләр барлыҡҡа килә. Илештәр баймаҡтарҙан килен алһа, баймаҡтарға кейәүгә сыҡҡан Илеш ҡыҙҙары ла бар. Мәҫәлән, шундай ғаиләләрҙең береһе бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Флидә һәм Таһир Кәримовтар ғаиләһе үрҙә әйтелгәндәрҙең сағыу өлгөһө.
    Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы ҡыҙы Флидә 5-се синыфта уҡығанда башҡорт теле дәрестәре инә башлай. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ артабан уҡыуын хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт – рус бүлегендә дауам итә. Студент йылдарында Баймаҡ районының Аҡморон ауылы егете Таһир Кәримов менән таныша. Уларҙың дуҫлыҡ ебе көндән-көн нығынып, оло мөхәббәткә әүерелә. Флидә 3-сө курста уҡығанда Таһир уға өйләнешергә тәҡдим яһай. Йәштәрҙең Заһир исемле улдары тыуа. Улар уҡыуҙы бөтмәгән булһа ла, бәпес ата-әсәгә ҡамасау булмай. Улай ғына ла түгел, Флидә хатта уҡыу йортон «ҡыҙыл диплом»ға тамамлай. Башҡорт дәүләт аграр университетының 5-се курсын бер йыл алда тамамлаған Таһирҙы йүнәлтмә буйынса тыуған яҡтарына эшкә ҡайтаралар. Бер йылдан Флидә лә Баймаҡ районына йүнәлә. Сәйғәфәр ауылында туғыҙ йыл йәшәгән осорҙа ул рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уларҙың ҡыҙҙары – Физәлиә тыуа.1996 йылда тормош иптәше Таһир Уйылдан улын «Урал аръяғы» МТС-ының Баймаҡ филиалына эшкә күсереү сәбәпле, ғаилә ҡалала төпләнә. Флидә Фәһим ҡыҙы ике йыл 3-сө мәктәптә уҡытҡандан һуң, 4-се мәктәпкә эшкә уҡытыусыларҙы йыя башлағас, шунда бара.
    Илеш ҡыҙы баймаҡтарға үҙенең уңғанлығын танытып өлгөргән дә инде. Быны педагогтың эшләү дәүерендә яулаған ҡаҙаныштары ла дәлилләй.
    Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исеме, БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәр кемгә лә бирелмәй. Бынан тыш, республика күләмендә ойошторолған олимпиадаға уҡыусыһы Алиса Мервазованы әҙерләй ул. Ҡыҙ һынатмай, 2-се урынды яулап ҡайта. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Яҡшы призер әҙерләгәне өсөн БР Мәғариф министрлығы уҡытыусыға Рәхмәт хаты ебәрә. Ә «Йыл уҡытыусыһы – 2009» конкурсында Флидә Фәһим ҡыҙы үҙе лә призлы урын алыуға өлгәшә.
    Татыу ғаилә бәхетле тормош кисерә. Улдары Заһир Ингушетияла хәрби бурысын үтәп, май аҙағында Баймаҡҡа ҡайтып төшкән. Ҡыҙҙары Физәлиә 2007 йылда ҡаланың 4-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлағас, БДУ-ның – башҡорт – инглиз бүлеге студенты булып киткән. Әйткәндәй, апаһының юлынан Флидә Фәһим ҡыҙының һеңлеһе Тәнзилә лә Баймаҡҡа килә. Ул да 4-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Апалы-һеңлеле Баймаҡ ерендә төпләнеүҙәренә үкенмәй.
    Баймаҡ – Илеш араһындағы бәйләнеш шулай саф, изге көйө һаҡланып ҡалһын, дуҫлыҡ ебе өҙөлмәһен!
    Земфира ТАҺИРОВА.
    Баймаҡ ҡалаһы.
    авторы: Нур | 9 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңелендә уның моң йәшәй
  • Үткәндәрҙән һабаҡ алып,
  • Сәскә ата Башҡорт баҡсаһының Илеш, Байм ...
  • Баймаҡтар ҙа, ниһайәт, ипподромлы булды
  • Алты балалы әсә һәм уҡытыусы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru