Донъяның эше бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Ураҙа байрамы менән!
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Ҡотлайбыҙ!
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт рухлы өләсәйем Башҡортостан » Юбилейҙар
    85 йәшлек өләсәйем, Зөлхиә Атаулла ҡыҙы Булатова, 1924 йылдың 1 июнендә Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылында Маһира һәм Атаулла Сабитовтарҙың өсөнсө балаһы булып донъяға ауаз һала. Күп балалы ғаиләлә ул эшкә лә етеҙ, егәрле һәм тәртипле булып үҫә. Бер-бер артлы тупырлап үҫкән туғыҙ баланың әлеге көндә тик дүртеһе генә иҫән-һау... Икенсе ҡыҙҙары Зөбәржәт Себер яҡтарында Гүзәл исемле ҡыҙында йәшәй, Рәйсәләре – Новосибирск ҡалаһында, ә төпсөктәре – Гөлкәй Һатлыҡ ауылында йәшәй, ул күптән инде хаҡлы ялда.
    Өләсәйем, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә, өйөн, уның тирә-яғын ҡурсаҡтай тота, бөтә ере таҙа, ишек алды, йырҙа йырланғанса, йәшел келәм, баҡсаһы сәскәгә күмелеп ултыра.
    Ауыр һуғыш йылдарында өләсәйемде, 18 йәше лә тулмаған тал сыбығындай ғына нәҙек ҡыҙыҡайҙы, Красноярск ҡалаһындағы ФЗО-ға алалар. 1942 йылдан 1944 йылға тиклем ул хәрби заводта эшләй, ҡара таңдан ҡараңғы төнгәсә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хеҙмәт итә. Ә 1945 йылдан 1947 йылға тиклем Енисей йылғаһы аша понтон күпер төҙөүҙә ҡатнаша, контролер ҙа булып эшләй. Ашау яғы бик наҡыҫ булғас, ФЗО балалары (йәштәр тип әйтергә тел дә бармай), уйнап-көлөп, уҡып ҡына йөрөрлөк балалар, шунда йәшәгән кешеләргә эшләп, тамаҡ туйҙыра. Өләсәйем ҡалала төпләнеп ҡалған бай ҡытай ҡатынына хеҙмәт иткән, һауыт-һабаһын, иҙәнен, керен йыуған, баҡсаһында еләк-емешкә һыу һибеп үҫтерешкән. «Ҡайһы саҡ хатта 30 – 40 көйәнтә һыу ташый инем, – тип һөйләй ул. – Хеҙмәтем өсөн алған аҡсаға әҙерәк тамаҡты алдаштыра инем. Аслыҡтан хатта мамыҡ һығындыһын ашап, сирләгән саҡтар ҙа булды».
    Тик 1947 йылдың аҙағында, оҙон-оҙаҡ аслы-туҡлы биш йылдан һуң ғына тыуған яғына ҡайта ала ул. Ауыр һуғыш йылдары артта ҡала. Йәш, һылыу ҡыҙ 1948 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, түше орден-миҙалдар менән тулған, дүрт «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған күрше ауыл егете Солтан Булатовҡа тормошҡа сыға. Ҡартатайым да 1942 йылдан 1947 йылға тиклем фронттан ҡайтмай, немец фашистарына ҡаршы алыша, разведчик, танкист һәм снайпер ҙа була.
    Улар, өйләнешкәс, Нуҡай ауылында йәшәй башлай. Мөхәббәт емештәре булып биш балалары донъяға килә. Өләсәйем тегенсе, һуңынан һатыусы була. Бер ни тиклем ваҡыттан Нуҡай һәм Буҫтыбай ауылдарында келәт мөдире вазифаһын башҡара, һәм хаҡлы ялға киткәнсе шунда эшләй.
    Өләсәйемде ауылда, килен булып төшкәс, «егәрле килен» тип йөрөтһәләр, хәҙер ул күптәр өсөн уңған еңгәй, уңғай инәй.
    Уның биш балаһына, 13 ейән-ейәнсәренә, биш бүләһенә бәйләгән ойоҡбаштарын теҙһәң, ер шарын бер ҡат уратырлыҡтыр ул! Беҙ бәләкәй саҡта дүрт ейәнсәренә төрлө фасон менән йәйге күлдәктәр тегә торғайны.
    Өләсәйем күстәнәскә ебәргән балан, ҡыҙыл эремсектән бешергән бәлештәренең тәме әле һаман ауыҙҙан китмәгән. Сәк-сәкте лә телде йоторлоҡ итеп бешерҙе.
    Ҡәҙерлебеҙ әле лә тик торорға яратмай: өйөн дә йыйыштыра, аш-һыу ҙа әҙерләй, ҡойған ҡоймаҡтары шундай йоҡа һәм тәмле. Ҡоротто ла оҫта итеп эшләй, ауыҙҙа иреп кенә тора.
    Оло улы – аҡ бабайым уҡырға төшөү менән, телде бутамаһын, тип ғаиләһендә тик башҡорт телендә генә аралашалар. Әлеге көндә өләсәйем башҡорт һәм татар телдәрендә иркен һөйләшә. Рус телен дә һәйбәт белә, сөнки уларҙың ауылына терәлеп тиерлек рус ауылы урынлашҡан.
    Мәктәптә уҡығанда иң яратҡан фәне математика булған. Был фәндән башҡаларға һәр саҡ ярҙам иткән. Иҫәпкә лә шәп.
    Балаларын уҡытып сығарғансы дебет шәл бәйләп, Ырымбур, Орск, Свердловск ҡалаларына алып барып һатып, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алып ҡайтыр булған.
    Улар, иңде-иңгә терәшеп, күгәрсендәй гөрләшеп бергә 50 йылға яҡын йәшәне. Сабыр, тыныс холоҡло ҡартатайым янында үткер телле, егәрле, сая өләсәйем дә тиҙ генә тыныслана алған. Ҡартатайым үлгәс, өләсәйем бик бөтөрөндө, тик бирешмәне. Ике һыйырын, 5 – 6 һарығын, атын да 4 – 5 йылға яҡын яңғыҙы ҡараны. Әле ул ҡышын – балаларында, ә яҙ-йәйҙе үҙ өйөндә, ҡартатайым нигеҙендә, үткәрә. Ауылын да, ауылдаштарын да хөрмәт итә. Ҡайҙа ғына барһа ла, Нуҡайым, тип һағынып ҡайта. Сөнки ғүмеренең иң бәхетле минуттары ошо ауыл менән бәйле. Бында ул 61 йыл ғүмер кисерә, балаларын тәрбиәләп үҫтерә, аяҡҡа баҫтыра, ҙур тормош юлына сығара. Өләсәйем, тыуған ерҙән килен булған ер ҡәҙерле, тип ҡабатларға ярата.
    Уның тағы бер шөғөлө бар: бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай, оҫта итеп бейей ҙә. Табындарҙа, төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша.
    Өләсәйемә иҫәнлек-һаулыҡ, беҙҙе ҡыуандырып бик оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Мәҡәләмде әсәйемдең ситтә уҡып йөрөгән саҡтарында өләсәйемә арнап яҙған шиғри юлдары менән тамамлайым:
    Ауыр саҡта һине иҫкә алам,
    Эс серемде асып, хаттар һалам.
    Һинән килер яуап көтөп ҡалам,
    Тағы яҙам – тағы һалам,
    Яҙам-һалам, яҙам-һалам.
    Ғүмер буйы шулай булһын ине,
    Эй бәхетле итер инең, әсәй, мине.
    Динара МУСИНА,
    БДУ студенты.
    авторы: Нур | 16 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡәҙерле ҡартатайым
  • Килдеғоловтарҙың биш ҡаһарманы
  • Мәңге һүнмәҫ ялҡының
  • Күңел йылыһы барыһына ла етерлек
  • Уның йылыhынан йылы алам
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru