Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Шәжәрәңде бел!
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Ислам әҙәбе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үкенмәҫлек итеп йәшәйҙәр Башҡортостан » Юбилейҙар
    Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында ғүмер кисереүсе Миңлегөл апай менән
    Шәрифйән ағай Байбулатовтар 60 йыл инде тормош йөгөн тигеҙ тарта
    Ғүмер кешегә бер тапҡыр бирелә һәм уҙған йылдарың өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы. Бына ошо хәҡиҡәтте аңлап, күңелдәренә һеңдереп йәшәгән Байбулатовтар ғаиләһе хаҡында һүҙем. Күгәрсен районында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙа билдәле иң татыу, иң егәрле, оҙон ғүмерле, ишле ғаиләләрҙең береһе булараҡ танылған ул.
    Теләүембәт ауылында йәшәүсе Шәрифйән ағай менән Миңлегөл апайҙың, тормош тәмен белеп, уның ауырлыҡтарына баш эймәйенсә, ел-дауылдарында һынмайынса ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә – 60 йыл, ә ғаилә башлығына 80 йәш тула.
    Заманға һылтанып, 2 – 3 балаһын да ҡарай алмаған «кәкүк» ата-әсәйҙәргә һәр яҡлап үрнәк ул Байбулатовтар тоҡомо. Ун бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр ҡайһыһына лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарған ата-әсәнең – олатай-өләсәйҙең йөҙө яҡты, ҡәҙер-хөрмәте ҙур бөгөн.
    Барлыҡ ауылға нур бөркөп ултырған зәңгәр йорттоң ишек алды – йәшел сиҙәм, тик ҡапҡа төбө генә тапалған. Шулай булмай ни, күпме балаһын, ейән-ейәнсәрен, бүлә-бүләсәһен ҡаршылап оҙатҡан йорт хужалары. Күпте күргән һәм кисергән был ихата һәм унда йәшәүсе ғаилә.
    Бынан 60 йыл элек 20 йәшлек Шәрифйән, күрше Ҡалдар ауылы сибәркәйе Миңлегөлгә күҙе төшөп, уны ҡоҙалап, яусы ебәрә. Йәш булһа ла, эшкә талымһыҙ, тилбер йәш килен оло һәм кесе ҡәйнәһе менән тормош башлай. Йәш ир тракторсы булып ялан-ҡырҙарҙы иңләй, ҡатыны көнбағыш утай. Һыйырын да һауа, быҙауын да ҡарай. Йәш балам бар, тип һылтау табып йәшәргә күнекмәгән Миңлегөл. Һәр эште урын-еренә еткереп башҡарғанғамы, эше лә табылып тора. Колхоздың төрлө миҙгелле эштәрендә, интернатта, медпунктта йыйыштырыусы булып эшләгәндә балаларын 20 йыл бергә ғүмер иткән ҡәйнәһе Мәрхәбә инәй ҡараша. Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ йорт эштәрендә ҡул аҫтына бер-бер артлы ингән балалары ярҙамлаша. Иҫ белгәндән эшкә егелеп, ҡыйынлыҡтарҙы сыҙамлылыҡ менән үткәреп, үҙ-ара татыу, яуаплылыҡ, бер-береһенә ҡарата ихтирам тойғоларын күңелдәренә һеңдереп үҫә ун бала.
    – Ҡарт ҡәйнәм, аҙаҡ беҙҙең менән йәшәгән әсәйем балаларҙы ҡултыҡ аҫтарына ҡыҫтырып алып йөрөй торғайны. Ҡыҙҙарым үҙем менән интернатта, медпунктта кер, иҙән йыуышты, өйҙәге мәшәҡәттәргә лә өлгөрҙөләр. Ҡул эштәренә оҫталар. Ҡатын-ҡыҙ нимәләрҙе белергә тейеш – барыһын да эшләйҙәр: бәйләйҙәр, сигәләр, бешеренәләр. Бабайым да аҡыллы булды, балаларға ҡул күтәреп, әрләп үҫтермәне. Эшкә ҡушып, сабыр ғына өйрәткәнгәме, үҙе ҡайтыуына шартлатып, аһ иттерерлек итеп эшләп ҡуйырҙар ине, – тип үткәндәрҙе барлай Миңлегөл апай.
    Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Үҙ тыуған яғында ерегеп, ныҡлы тамыр йәйеп йәшәгән Шәрифйән ағайҙың балалары ата-әсә намыҫына тап төшөрмәй, үҙ нигеҙенән һут алып, донъя, тормош йәмен тойоп йәшәй. Уларҙың балаларын, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәләренең һәр береһен һанап-барлап яҙа башлаһаң, гәзит биттәре етмәҫ. Йәмғеһе иллегә яҡын дүрт быуын вәкилен үҙенә туплаған ҡотло Байбулатовтар тоҡомо!
    Шулай ҙа ғаилә вәкилдәренең бер нисәһен атап үтмәйенсә булмаҫ. Республикабыҙҙағы тиҫтә-тиҫтә иҡтисад, география фәне уҡытыусыларына Земфира Шәрифйән ҡыҙының исеме яҡшы таныш. Ул. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынының иҡтисад кафедраһында өлкән уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы. Асиялары – Республика иҡтисад лицей-интернатында директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары. Оло ҡыҙҙары Рәмзиә – хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялда. Улдары Ғәфүрйән – РФ-ның атҡаҙанған нефтсеһе. Апаһы Рәйлә менән алыҫ Мегион ҡалаһында егерме биш йыллап «ҡара алтын» табыуҙа намыҫлы хеҙмәт итте. Иң өлкән улдары Ғәзизйәне ата-әсәһе янында нигеҙ ҡороп, донъя көтә.
    – Аллаға шөкөр, балалар йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һәр ҡайһыһы үҙ эше, тормошо менән ҡыуандырып йәшәй. Килһәләр ҙә, үҙҙәренә барһаҡ та, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр, – тип ҡыуана ата-әсә.
    Ҡыҙҙары Әлфирә, Дамира, Люциә лә ғаиләле, оҫта хужабикәләр, аҡыллы ир ҡатындары, өлгөлө әсәләр. Люциә Ә. Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында директор урынбаҫары, Әлфирә Мегионда йәшәй, Дамиралары Ҡырмыҫҡалы егете Әхәт менән татыу ғаилә ҡорған.
    Кинйәләре Илнур – Өфөлә федераль ҡаҙнасылыҡта өлкән белгес.
    Бына шулай, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, намыҫлы хеҙмәттән йәм табып, бәхетле ғүмер кисерә Байбулатовтарҙың балалары.
    Һәр йыл һайын йәй Миңлегөл апай менән Шәрифйән ағайҙың йорто күңелле шау-шыуға күмелә. Бына әле лә һәр ҡайһыһы оло юбилейға әҙерлек менән мәж килә. Ғорурланмаҫлыҡмы ни, аталарына – 80, әсәләре менән иңгә-иң терәшеп донъя көтөүҙәренә – 60 йыл. Һәр кемгә тәтемәй бит ул бындай бәхет.
    Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
    хеҙмәт ветераны.
    Күгәрсен районы.
    авторы: Нур | 18 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тыуған яҡта тапҡан бәхет ҡәҙерле
  • Татыулыҡтың сере нимәлә?
  • Бәхет башы – хеҙмәттә
  • Ҡартлыҡтағы бәхет – ҙур бәхет
  • Итәғәтле белгес, һәләтле ойоштороусы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru