Булырҙайҙың - ҡулынан, булмаҫтайҙың - уйынан (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Кем аҡыллыраҡ
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар
    Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл

    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов менән оҙаҡ йылдар аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Мәскәүҙә лә, Дәүләкәнгә ҡайтҡан сағында ла мөмкинлек тыуған һайын әҙиптең янына ба-рырға тырышылды. Сөнки уның менән һөйләшеп ултырыу йәш ижадсы өсөн үҙе үк бер тарихи ваҡиға ине. Моғайын, ҡәләм оҫтаһы һәм философ булараҡ, Әхиәр ағай өсөн дә үҙенән һуңғы быуын вәкилдәре менән аралашыу эҙһеҙ үтмәгәндер. Ул заман һулышын тойоп, тормош эсендә ҡайнап йәшәгән ир-уҙаман ине. Был ялҡын тыштан ялтлап күренмәне, бөйөк ижад әһеленең эске дөрләүен, йәғни рух ялҡынының оло эшмәкәрлеге аша күрәбеҙ. Донъя кимәлендә башҡорт әҙәбиәтенең урынын, бейеклеген һәм дәрәжәһен билдәләүсе китаптары аша.

    Кәңәшсе

    Әхиәр ағай Хәкимов менән беҙ Башҡортостандан килеп, Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге университетта уҡып йөрөгәндә ныҡлап таныштыҡ. Илебеҙ баш ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ араһында төрлө һөнәр эйәһе бар. Ә Әхиәр ағайҙы, ижад әһеле, яҙыусы булараҡ, СССР-ҙың һәр республикаһында яҡшы белделәр. Уның әҫәрҙәре төрлө телгә тәржемә ителде һәм башҡалар өсөн башҡорт халҡының тормошон сағылдырыусы иң тулы сығанаҡтарҙың береһе лә ине. Совет осоронда фәҡәт союздаш республикаларҙың мәҙәниәте, әҙәбиәте киң пропагандаланды, автономиялы республикаларҙың хоҡуғы был йәһәттән сикләнгән дә ине бит. Ә Әхиәр ағай ана шундай мәлдә бөтә барлығы менән беҙҙең милләтебеҙҙең бер күрһәткесе һәм юғары баҫҡысы булып ҡалды.
    Беҙҙең төркөмдә төрлө милләт вәкиле уҡыны. Һәр береһе баш ҡалала танылыу алған яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана. Шул уҡ ваҡытта уларҙың Мәскәүҙә ижад итеүсе, яуаплы вазифа биләгән яҙыусылары юҡ ине тиерлек. Беҙҙең төркөм студенттарының «Литературная газета» редакцияһына осрашыуға барыуы ла осраҡлы күренеш булманы. Әхиәр ағай был абруйлы гәзиттә – бүлек мөдире һәм бөтә ваҡиға-ларҙы белеп барыусы, шулар эсендә ҡайнап йәшәүсе арҙаҡлы журналист. Фекер алышыу юғары кимәлдә үтте, төркөмдәштәремдең бик күп һорауына яуап бирҙе һүҙ маһиры. СССР-ҙың ҡайһы ғына республикаһында булмаған да, ҡайҙа ғына эшләмәгән ул. Телдәрҙе еңел үҙләштергән, шул арҡала һәр республика халҡы уны үҙенекеләй ҡабул иткән. Был йәһәттән дә яҙыусы, ғөмүмән, ижад кешеһе өсөн ул өлгө булып ҡаласаҡ. Ә беҙҙең, йәғни Башҡортостандан килеп Мәскәү-ҙә уҡыусы студенттар өсөн, әлеге осрашыу сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо ла уятты. Бына шулай үҙенең булмышы, тотошо, ғилеме, киң мәғлүмәтлелеге, тормошҡа, әҙәбиәткә етди ҡарашы, кеселеклелеге менән Әхиәр ағай барыбыҙҙа ла иң яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы, йәштәрҙең күңелен үҫтерҙе. Уның ашыҡмай ғына һөйләүе, уйсан ҡарашы бөгөнгөләй күҙ алдында тора. «Бына ниндәй ул башҡорт улы, бына ниндәй ул башҡорт уҙаманы!» Төркөмдәштәремдең ҡарашынан уҡыйым был һүҙҙәрҙе. Әхиәр Хәкимовтың талантлы ижады һәм фиҙакәр хеҙмәте уларҙы уйландырмай ҡалманы. Өлгө алыр сағыу образдарҙың милли ғорурлыҡ төшөнсәһенән айырылғыһыҙ икәненә йәнә бер мәртәбә инанғанбыҙҙыр. Һуңынан үҙ республикаларына ҡайтып хеҙмәт юлын башлаған төркөмдәштәремдең күпселеге, иманым камил, юҡ-юҡта ошо осрашыуҙы ла иҫенә төшөрәлер.
    Тыуған илдә ситтә торғанда, ғәҙәттә, яҡташлыҡ тойғоһо бик көслө була. Беҙ ҙә, бер төркөм студенттар, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырыштыҡ. Әхиәр ағай менән аралашыу ысын-ысындан байрам да ине. Күптәрҙән айырмалы рәүештә, Әхиәр Хәсән улының туған телебеҙҙең тәмен, бәҫен белеп һөйләшеүе, уның моңон һәр тыңлаусыға еткерә алыуы ғына ни тора! Был йәһәттән ул ҡабатланмаҫ бер бейеклек булып ҡаласаҡ. Шул йылдарҙа Мәскәүҙә уҡыған студенттар – Рәдис Ноғоманов, Рәмис Дәүләтбаев, Гөлсәриә Әбилева, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Рәшиҙә Лотфуллина, Әнисә Ҡазыева – һәр береһе күңелендә был шәхес хаҡында йылы хәтирәләр йөрөтә. Яҙыусының йорто беҙҙең өсөн атай йорто ла ине. Гелән асыҡ йөҙлө, ихлас, яғымлы Лидия апай, ҡыҙҙары Гөлшатҡа иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Матур, татыу ғаиләнең яҡты, сыуаҡ йортонда әҙиптең ҡанатландырырлыҡ күпме һүҙен ишеттек. Ул киләсәккә лә, йәштәргә лә оло ышаныс менән баҡты. Шуға күрә һуңынан да, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡас та, иғтибарын тойоп йәшәнек, һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһынып, хәл-әхүәлде һорашып торор ине. Ул саҡта ниндәй инек беҙ, буласаҡ журна-листар? Бер ни тиклем кимәлдә балалыҡ та һаҡланғайны, шул уҡ ваҡытта йәшлек дәрте-илһамы ташып тора, үҙебеҙҙең файҙалы белгестәр булырыбыҙға ышаныс та көслө, тимәк, шуға бәйле ҡайһы саҡ өлкәндәрсә етдилек тә сағылғандыр. Сит мөхиттә яҡташтар менән ҡатышыу ҡабатланмаҫ бер ваҡиға һымаҡ та ҡабул ителһә, һәр осрашыу айырым мәғәнәгә эйә. Ул саҡта һирәк-һаяҡ булһа ла, БДУ уҡытыусылары ла килеп сыға торғайны. Эйе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы вәкилдәре менән күрешеү-осрашыу юйылмаҫлыҡ булып хәтерҙә һаҡлана. Һуңынан журналист һөнәренә, биләгән вазифаға ярашлы, беҙҙең һәр беребеҙгә төрлө урында булырға, төрлө кеше менән осрашырға, аралашырға тура киләсәк. Ләкин Рәсәй йөрәге Мәскәүҙә үҙебеҙҙең яҙыусы Әхиәр ағай менән эскерһеҙ тәбиғи һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, рухи үҫешебеҙ өсөн баҫҡыс булырлыҡ аҡыллы кәңәштәре тормош юлыбыҙҙа иң әһәмиәтле ваҡиға-күренеш булып ҡаласаҡ.
    Замандаштарымдың, һабаҡташтарымдың Әхиәр ағай һымаҡ ил ағалары менән осрашҡан һәр мәлде иҫтә тотоуы бик тәбиғи, иң-иң яҡты хәтирәләр быуындар сылбыры төҙөклөгөнә лә бәйле, ҡабатланмаҫ студент йылдарында был бурысты Әхиәр Хәсән улы атҡарҙы.
    Үҙемдең бер осорҙа уҡыған иптәштәрем, студент йылдары тураһында яҙған өлөштә Әхиәр ағайҙы «Кәңәшсе» тип атаным. Әлбиттә, был һүҙ маһирҙың, талант эйәһенең булмышын асып бөтмәй. Шулай ҙа тап ошо һүҙ тел осона килде һәм мин уны төҙәтмәҫкә булдым. Әхиәр ағай үҙенә генә хас булған интонация, моң менән һөйләй, әңгәмәсеһен сабыр ғына тыңлай... Мәғәнәле һәм төплө фекере, ашыҡмай үлсәп әйтелгән һәр һүҙе тәьҫир итеү көсөнә эйә, һәм, әлбиттә, йөрәге булған һәр әҙәм ул әйткәндәргә битараф ҡала алмай ине. Махсус рәүештә кәңәш-төңәш иткәне лә булманы уның. Ләкин тәрән фәлсәфәһе һәм йәшәү рәүеше – йәғни бер төрлө уйлап, икенсе төрлө һөйләмәүе, эшенең һүҙенән айырылмауы – үҙе үк тормошҡа етди ҡараш, хеҙмәткә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны.

    Журналистика тураһында

    Журналист булып эш башлағас, Әхиәр ағай Хәкимов менән Өфөлә, Дәүләкәндә осрашҡан саҡтар булды. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ул «Ағиҙел» ҡунаҡханаһына урынлаша торғайны. Бында ла әҙип янынан ҡәләмдәштәре өҙөлмәне. Ҡанатланып, дәртләнеп ҡайта, тап шул мәл-дәрҙә Башҡортостанына кәрәк буласағына ышаныс менән йәшәне ул. Ләкин бер мәлде: «Минең ғилемем, тәжрибәм талап ителмәне, ахырыһы», – тигәнен дә хәтерләйем. Ләкин, нисек кенә булмаһын, яҡташтары ололаны әҙипте. Үҙе иҫән сағында шул иғтибарҙы, ихтирамды тойҙо.
    Дәүләкәндә йорт-музейы төҙөлгәс, Әхиәр ағайға оҙайлы ваҡытҡа ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙы. Унда ла осрашыуҙарға ихлас йөрөй торғайны. Уҡыусыларын яратты халыҡ яҙыусыһы. Тормош тураһында уйланыуҙары китаптарында ғына сағылыш алманы, уның менән әңгәмәләр радио тулҡынында ла даими яңғырап торҙо.
    Бер ҡайтҡанында мин уға: «Әҙипкә үҙ заманын баһалау еңелме, әллә ауырмы?» – тигән һорау бирҙем. «Быға яуап биреүе лә еңел түгел. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, донъяға үҙенең мөнәсәбәтен китаптарында сағылдыра, – тине ул. – Йәш олоғайған һайын төрлө ваҡиғала ҡатнашыу түгел, күңелдә реакция тыуҙырыуы ла ҡыйын, ләкин донъя хәлдәренә битараф түгелмен. Республикабыҙ тормошо тураһында башлыса Дәүләкән районы етәкселәре, халыҡ вәкилдәре менән аралашыуҙан хә-бәрҙармын. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының күбеһен алдырам, уҡып барам...»
    Мәскәү яҙыусылары менән Владимир, Рязань һәм башҡа өлкәләргә сығып йөрөгән Әхиәр Хәкимовтың ҡайһы бер Мәскәү журналистарының республикаға яла яғыуына, ғәҙел булмаған ҡараш таратырға тырышыуына бик әсенгәнен дә әйтергә кәрәк. Бындай мәлдә хәбәрсе исемен йөрөткән һәр кемгә материал өҫтөндә эшләгәндә факттарға нигеҙләнергә һәм күрһәткестәрҙе сағыштырып ҡарау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Мин йөрөгән өлкәләрҙә, ә улар Мәскәүҙән алыҫ түгел, күпме бөтөп барған ауыл аша үтергә тура килде. Ҡапҡа төбөндә бер нисә ҡарт-ҡоро ғына күренә. Уларҙан нимә көтөп ултырғандарын һорайбыҙ. Баҡтиһәң, автолавка менән икмәк килтергәндәрен көтәләр. Машинала аҙнаһына бер мәртәбә генә килә икән. Күмәк хужалыҡ күптән емертелгән, тарҡатылған, йәштәр китеп бөткән. Бына ауыл ниндәй хәлдә ҡалған. Ә Башҡортостанда халыҡтың йәшәү рәүешен ҡапыл ғына 180 градусҡа бороп булмағанын аңлап эш итәләр, шул арҡала мал һаҡланды, уңыш йыйыла килә...»
    Ғәйәт тә ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтле булыуы уны алыҫ юл-дарға, сәфәрҙәргә әйҙәй. Йыйған тәжрибәһен, фәлсәфәүи уй-фекерҙәрен һәр саҡ ҡағыҙ битенә теркәй барҙы, шулай уҡ матбуғат баҫмаларына биргән фәһемле интервьюлары рухи донъябыҙҙы байытыуға тос өлөш индерҙе. Башҡа халыҡ вәкилдәре араһында дуҫтарының күп булыуы тел-дәрҙе тиҙ үҙләштереү һәләтенә лә бәйле булғандыр. Ипле генә һөйләгән, ә ипкене менән донъяны яҡтыртҡан шәхес. Үҙгәртеп ҡороу тип аталған йылдарҙа Әхиәр Хәсән улы талантлы режиссер Әмир ағай Әбдразаҡов, оператор Эдуард Әғзәмов менән Үзбәкстанда телевизион тапшырыу эшләп ҡайтты. Ташкенттың үҙәгендә тимурҙар һәм тимуриҙар нәҫеленә асҡан музей тураһында һөйләп, тарихҡа мөнәсәбәттең мөһимлеген билдәләгәне хәтерҙә. 1992 йылда Алишер Навоиҙың 550 йыллығын билдәләгәндә Үзбәкстан Президенты ҡәләм оҫтаһын шәхсән саҡыра. Әйткәндәй, унда Мостай Кәрим менән бергә баралар. Донъя кимәлендә ҙурлап, шаулап үткән сара була ул. Һәйкәлде асҡан ваҡытта ни бары биш кешегә һүҙ бирелә, шуларҙың береһе, тәбиғи, Әхиәр ағай Хәкимов була (Мостай Кәрим тантаналы йыйылышта сығыш яһай). Башҡортса сәләм еткергәндән һуң, әҙип телмәрен үзбәк телендә дауам итә. Һуңынан Үзбәкстан Президенты Кәримов: «Беҙҙең телде белеүегеҙ менән халҡыма хөрмәт күрһәттегеҙ», – тип үҙенең рәхмәтен белдерә. Үзбәктең ике олуғ шәхесенә асылған музейҙарҙы Әхиәр ағай: «Киләсәк өсөн ҡиммәтле ике ҡоролма», – тип атаны.
    Журналистарға хөрмәт менән ҡарауының бер яғы шунда, ғәйәт тормошто һөйгән, тарих менән бөгөнгөгә битараф йәшәмәгән зат булараҡ, хәбәрселәрҙе тормоштоң нәҡ уртаһында ҡайнаған һөнәр эйәләре, тип баһалай ине халыҡ яҙыусыһы. Был һөнәр эйәләренә тик ултырып ҡына эшләү хас булмағанлыҡтан, сөгөрмәнендә өҙлөкһөҙ әйләнеүсе тейен менән сағыштырғанын хәтерләйем. Бер мәл минән нимәләр яҙыуымды һорашты. Мин инде аҡ-ланғандай: «Әлегә шул журналистик эш менән генә...», – тип яуап биргәс, ҡанатландырырға теләгәндәй, хуплау һүҙҙәре генә әйтте. «Бик яҡшы. Күпме кеше яҙмышы менән осрашыу, ниндәй тормош мәктәбе! Әҙәбиәткә килеүсе башта журналистика аша ҡәләмен үткерләй!». Оҙаҡ йылдар журналистикала эшләүе Әхиәр ағайҙың йәнә лә бер өҫтөнлөгө булып торҙо, был бигерәк тә теге йәки был күренешкә ашығып, йә ҡыҙып китеп баһа бирмәүендә сағыла ине. Уның өсөн хәҡиҡәт ҡиммәт, шуға ла уйлап, һәр нәмәне күҙҙән үткәреп, төбөнә төшөп үҙ фекерен белдерә. Бындай саҡта әҙиптең дәлилдәрен кире ҡағыу мөмкин түгел. Ҡайһы бер яҙыусыларҙан ниндәй ҙә булһа эштә эшләүен ижад эшенә ҡамасаулыҡ итеүе, нимәнелер яҙырға ваҡыттары етмәүе тураһында ишетергә тура килә. Әхиәр ағай матбуғатта эшләү йылдарын һис кенә лә иңендә ятҡан ауыр йөк тип ҡабул итмәне, киреһенсә, ижад эшенә тәрәнлек биреү сараһы тип ҡараны. «Журналистикала мин үҙем 30 йылға яҡын эшләгән кеше, был өлкәне бик яҡшы беләм, шул тиклем тәрән тормош материалы бирә. Арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙҙың күпселеге матбуғатта йә нәшриәттә эшләгән. Булат Рафиҡов ғүмеренең аҙағына тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булды. Рәшит Солтангәрәев та һуңғы сәғәтенә тиклем ошо журналдың бүлек мөдире булып эшләне. Бының кеүек миҫалдар бик күп».
    Бына шундай шәхес, йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист ине Әхиәр ағай. Шулай ҙа мәҙәни-рухи донъябыҙҙа ул иң элек яҙыусы, һүҙ сәнғәте маһиры булып телгә алынасаҡ.

    Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

    (Аҙағы бар).
    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡолас йәйеп ижад ит
  • Әҙип намыҫы
  • Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
  • Атайым
  • Кисәге студент – бөгөнгө профессор
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru