Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар
    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл

    Милли ғорурлыҡ тураһында

    Мәскәүҙә мин Мәликә исемле тажик ҡыҙы менән бер бүлмәлә торҙом. Шәреҡ, тәбиғи, борон-борондан нәфис һүҙ, шиғриәт менән донъяны әсир иткән. Был традиция үҙ асылын юғалтмаған, әҙәби һүҙгә мөнәсәбәт хәҙергә тиклем әллә ни үҙгәреш кисермәгән. Урта Азиянан килеп белем алыусы студенттарҙың күпселеге һүҙ сәнғәтенә мөкиббән киткәйне. Арбаттағы китап магазинында Әхиәр Хәкимовтың рус телендә сыҡҡан повестар йыйынтығын һатып алғайным. Повестарҙың йөкмәткеһе, геройҙарҙың хәрәкәте, сюжеттарҙың психологизмы күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уятты. Унда бер героиняның исеме Мәликә булып сыҡты. Башҡорт яҙыусыһының Мәскәүҙә һатып ала алған тәүге китабым, шуның өсөн ул миңә бик ҡәҙерле ине. Шулай ҙа уны Мәликә дуҫыма бүләк итергә булдым. Тәрән йөкмәткеле повестар, шуларҙың береһендә дуҫымдың аҙашы «тап булыуы» – бөтәһе лә йоғонто яһағандыр. Арҙаҡлы яҙыусы ижады аша халҡым тураһында күп нәмә аңлата алыуым менән дә ҡәнәғәт инем. Мәликә ошо ҡәҙерле бүләкте башҡорт әҙәбиәтенең бер өлгөһө итеп ҡабул иттеме, китапты һаҡлаймы икән, тип хәҙер ҙә уйлап ҡуям. Халыҡтарҙың үҙ-ара аралашыуында, бер-береһенә баһа биреүендә әҙәбиәт һәр саҡ һиҙелерлек роль уйнаған. Әхиәр ағайҙың рус телендә донъя күргән китаптары совет осоронда ғына түгел, унан һуң да изге бурысты атҡара килде. Сөнки бигерәк тә сит мөхиттә милли ғорурлыҡ тойғоһонан тыш йәшәүе ауыр. Студент йылдарында иһә мин, халҡымдың бер күренекле вәкиле иҫәпләнгән Әхиәр ағайҙың уҡыусыһы булараҡ, ана шундай тойғо кисергәйнем, һуңынан әҙиптең үҙе менән танышып, аралаша-һөйләшә башлағас, һәм, әлбиттә, үҙем дә ижадҡа яҡыныраҡ килгәс, уның туған халҡына ни ҡәҙәр яуаплы ҡарауын тағы ла тәрәнерәк аңланым, ғорурлыҡ тойғоһо нығына ғына барҙы. Ҡәләм оҫтаһының һәр әҫәрендә ил яҙмышының иң боролошло, тетрәндергес мәлдәре бәйән ителә. Халыҡ ниндәй генә фажиғәләр аша үтһә лә, эске ҡеүәтен, аҡылын егеп, яңынан күтәрелә. Әҙиптең үҙенә ҡуйған бурыстары юғары һәм бөйөк, сөнки ул бөгөнгө уҡыусы өсөн генә яҙмай, ул киләсәкте лә күрә. Бына нимә тигәйне Әхиәр Хәкимов:
    «Яҙыусылар эшен сапер эше менән сағыштырыр инем. Сапер бер генә яңылыша, тип әйтәләр бит. Кеше күңеленә инерҙәй әҫәр яҙмайһың икән, был бик үкенесле хәл. Яҙыусы – талант эйәһе, шул уҡ ваҡытта аҡыл эйәһе лә. Ул, был әҫәремде донъяға сығарырға хаҡым бармы-юҡмы, тип уйланырға тейеш. Әҙәбиәт – бик тә етди даирә. Уйламай, үлсәмәй яҙған һөйләм, әйләнеп килеп, үҙеңдең башыңды сүкеүе мөмкин. Бындай нәмәләрҙән ысын яҙыусы һаҡланырға тейеш».
    Әхиәр ағайҙың яҙған ҡараламаһына тиклем таҙа булыуын, һәр өтөр-нөктәһенең үҙ урынында ҡуйылып барыуын билдәләргә кәрәк. Хатаны ул шундуҡ төҙәтә, аңлашылмаусанлыҡҡа, буталсыҡҡа нигеҙ ҡалдырмай. Һүҙҙең генә түгел, өндөң-хәрефтең бәҫен, дәрәжәһен һәм моңон белеүсе ҡәләм оҫтаһы ине ул. Ниндәй генә күләмле әҫәргә тотонмаһын, машинкала йә компьютерҙа түгел, ә ручка менән яҙыуҙы ҡулай күрә. Үҙе әйтмешләй: «Һүҙҙең тәмен белеп, күреп яҙа».
    Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы ҡәләмдәштәре Рәми Ғарипов һәм бер нисә фекерҙәше менән ситләтелеүгә дусар ителә, ахырҙа тыуған Башҡортостанын ташлап китергә тура килә. Бынан ары байтаҡ йылдар әҫәрҙәрен сығарыу еңел булмай, улар ҡаты тикшереү аша үткәрелә. Шул ауыр саҡтарҙа республика өлкә комитетының идеология бүлегендә эшләүсе бер зыялы зат уға һәр саҡ ярҙам итеп торған, терәк булған. Уны Әхиәр ағайыбыҙ һәр саҡ рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала торғайны. Һәр хәлдә, замандың бөйөк рәссамы һаналған Ә. Хәкимовтың оло ижад донъяһының теүәл һәм бөтөн килеш күҙ алдына килтерә алыуыбыҙҙа ана шундай шәхестәрҙең дә роле ҙур булғанын да әйтергә кәрәктер. Әхиәр ағай Башҡортостанға ҡайтҡан һайын уҡыусылары менән осрашып торҙо, үҙ янына килгәндәрҙе ихлас ҡабул итте һәм саҡы-рыусыһының да һүҙен кире йыҡманы. Ҡыҙыҡһыныусан уҡыусы әҫәрҙең йөкмәткеһе менән генә ҡәнәғәтләнмәй, уның маҡсаты – тағы ла төпкәрәк, тәрәнгәрәк төшөү, йәғни ижадсының «кухня»һына үтеп инергә тырышыу. Халыҡ яҙыусыһының был туралағы фекере лә бик фәһемле: «Яҙыусылар менән осрашыу булһа, уҡыусылар, ғәҙәттә, был геройығыҙ тормоштан алынғанмы, ул булған кешеме, тигәнерәк һорау бирергә ярата. Г. Флоберҙан да бер ваҡыт: «Мадам Бавари ысын кешеме? – тип һорайҙар. Яҙыусы шулай тип яуап бирә: «Мадам Бавари – ул мин үҙем». Әҙип нимә генә яҙмаһын, фантастик киләсәктеме, тарихтымы – үҙен яҙа. Үҙенең күңелен яҙа. Булмағанды һауанан алһынмы ни ул? Үҙен яҙмаған яҙыусының әҫәрен уҡыуы ла ҡыйын».

    Сикһеҙ дала. Мәңгелек моң

    Мәскәүҙә торһа ла, йәй айҙарында мотлаҡ Дәүләкәнгә ҡайтып йөрөгән Әхиәр ағайҙан ике мөхиттә йәшәүе менән ҡыҙыҡһынам.
    «Миңә, бит, һылыу, бында, Башҡортостанда, барыбер, үҙемдең мөхитем менән аралашыу етмәй. Гәзит-журналдарға яҙылғанмын, телевизор ҡарайым, радио тыңлайым, ләкин яҙыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу бик аҙ. Тәүге мәлдә Дәүләкәнгә ҡайтып йәшәй башлағас, ҡәләмдәштәремде күрәйем, тип, айына ике-өс тапҡыр Өфөгә барып әйләнә инем. Хәҙер һаулығым бик шәп түгел. Килеп хәл белеү... Быйыл ундай хәл булманы. Быны ла аңлайым. Үпкәләгәндән әйтмәйем, һәр кемдең үҙ донъяһы, йәй ғүмере ҡыҫҡа бит, һәр кем ҡышты уйлай. Күпселегенең баҡсаһы бар, уны ҡулың менән тәрбиәләргә кәрәк. Беҙ бит ер балалары». Был осраҡта ла ул зарланманы һәм үпкә белдермәне. Аңлай һәм аҡлай белгән оло йөрәкле зат булып ҡалды. Йәшерәк быуын ҡәләмдәштәре өсөн Әхиәр Хәсән улы менән бер һөйләшеп ултырыу үҙе байрам ине. Һәр хәлдә, Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Искәндәрова, Әхмәр Үтәбаев бындай аралашыуҙан үҙҙәре өсөн күп нәмә алғандыр, тип уйлайым.
    Оло маҡсаты оҫтаны ваҡлыҡтарҙан, ығы-зығыларҙан юғары тотто. Ваҡытын буш ғәмәлдәргә тәләфләмәне. Инаныуы ғүмеренең аҙағына тиклем әҙәбиәт менән генә бәйле. «Бөтөн кеше мине яратырға тейеш тип иҫәпләмәйем, ләкин ижад мәсьәләһендә ғәҙел булырға кәрәк. Бысраҡлыҡ менән эш итергә яратмайым...»
    Икһеҙ-сикһеҙ даланың айырылғыһыҙ биҙәге булған, елгә сайҡалып-бәүелеүсе ҡылған ҡайһы саҡ ижадсының тут алмаҫ үткер, тылсымлы ҡәләмен хәтерләткәндәй. Ҡайһы саҡ ул бөйөк далала барған аяуһыҙ алыштарҙа баштарын һалған батырҙарҙың инде сал төҫкә әйләнгән сәстәрен һынландырғандай. Ә ҡайһы саҡ осло ҡылған, ысынлап та, ҡылған ғәмәлдәргә – яҡшыһына ла, яманына ла – үҙ нөктәһен ҡуйған тарих йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтырғандай. Ләкин унда берәү ҙә туҡтата һәм тотҡарлай алмаҫ бер хәрәкәт бар. Даланың сабыр, һағышлы, бер үк ваҡытта дәртле лә үҙ моңо түгелә унан. Скрипканың, думбыраның ҡылы ошо көйҙө отоп ҡабатлай һымаҡ... Дала кешелек кеүек үк тере бит. Уны ишетеүсе, башҡаларҙың күңеленә еткереүсе ысын ижад ҡөҙрәтенә эйә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов ана шуларҙың береһе ине.
    Аҡыл эйәһе быуаттарҙан-быуаттарға йәшәп килгән дала моңо серен тәрәнерәк аңланы, уны һаҡлауҙы замандаштарына, килер быуындарға аманат итеп тапшырҙы. Эйе, офоҡтоң сикһеҙлеген күрһәтеүсе дала шикелле киң күңелле, алсаҡ кеше булды Әхиәр ағай. Был оло күңелгә бөтәһе лә һыйҙы. Ҡайҙа ғына барһа ла, нимә генә эшләһә лә, ниндәй хәстәр менән янһа ла Башҡортостанына, тыуған халҡына, уның тарихына булған мөхәббәт һәр саҡ беренсе урында торҙо. Ғүмерен шулар хаҡына фиҙа итте. Халыҡ яҙыусыһын милләттәштәре киләсәктә лә шулай тип хәтергә аласаҡ. Бына ошондай кеше-ләрҙе, уларҙың тауҙай хеҙмәтен күҙ алдына килтергәндә генә милли ғорурлыҡ тигән тойғоноң бик аныҡ төшөнсә икәнен нығыраҡ аңлайбыҙ.

    Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әҙип намыҫы
  • Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
  • Атайым
  • Әҙәбиәт өсөн һыҙланыу
  • Бөгөнгөнө уйлап, киләсәкте хәст&# ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru