Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республикабыҙҙың хөрмәтле улы Башҡортостан » Юбилейҙар
    Республикабыҙҙың хөрмәтле улыСалауат Мөхтәр улы – Учалы районының Рәсүл ауылы егете. Йәштәштәре әйтеүенсә, мәктәптә үҙенең яҡшы уҡыуы, тәртибе, спорт менән ныҡлы шөғөлләнеүе менән башҡаларҙан айырылып торған. Артабан ул Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатта уҡый. Был белем усағында ла егет тырыш, ҡыҙыҡһы­ныу­сан була, ваҡытын бушҡа үткәрмәй, төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөй. Мәҫәлән, Республика пионерҙар һарайының фото, шахмат түңәрәктәрен үҙ итә, киномеханик һөнәрен үҙләштереп, мәктәп уҡыусыларына кино күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас, Новосибир­скиҙағы элемтә институтына юл ала. Унда һөйгәнен табып, өйләнә. Институтты тамамлағас, Салауат ағай ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта.
    Бөгөн Салауат Мөхтәр улы ауылыбыҙҙа йәшәмәһә лә, уны беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә белә, хөрмәт итә. Уның менән һөйләшеү – үҙе бер мәртәбә, тиҙәр.
    Рәсүл ауылы муллаһы Салауат Камил улы Насиров ауылдашының Өфөлә уҡыған саҡта каникул­ға ҡайтыуын: «Йәйгеһен ауылға ҡайтыр ине. Бергә «Өс мөйөш», «Марш» бейенек, клубта төрлө уйындар ойошторҙоҡ. Ул шул тиклем ипле, тәртипле кеше. Электән бөхтә кейенә белде. Ололар менән – олоса, кеселәр­ҙе кесе күреп һөйләшә», – тип иҫкә алды.
    Тиҙҙән йәш ғаилә Белоретҡа күсеп килә. 1965 йылда йәш белгесте Белорет элемтә эксплуатация-техник үҙәге башлығының урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тағы бер йылдан ул үҙәктең начальнигы булып китә. 1987 йылдан ул – ПТУС начальнигы. ПТУС 1992 йылда акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә һәм «Башин­формсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте исеме аҫтында йөрөй. Салауат Ғайсин уның генераль директоры була.
    Яҡташыбыҙ етәкселек иткән «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте күп йылдар Рәсәй кимәлендә генә түгел, Европа киңлегендә лә ҡаҙаныштары менән дан тота.
    Салауат Мөхтәр улы шулай уҡ илебеҙҙең элемтә предприятиеларының матди-техник базаһын нығытыу, халыҡты сифатлы телефон бәйләнеше, радио, телевидение менән тәьмин итеү өсөн тырыша. Бының өсөн ул бик күп сит ил партнерҙары менән эшләй. Башҡортостаныбыҙҙың элемтә предприятиеларын заманса юҫыҡта үҫтерә, уның ярҙамы менән ауылдарҙа телефон үткәрелә. Халыҡты телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙа, һәм был уңышта Салауат Мөхтәр улының өлөшө ҙур.
    Салауат Мөхтәр улы республикабыҙҙы үҫтереү өсөн янып йәшәй. Мәктәп эскәмйәһенән үк беҙ уның алдына ҡуйған маҡсатына ирешә белеүсән, иҫ киткес сыҙамлы, аҡыллы, ҡыйыу, уйлап эш итеүсән икәнен беләбеҙ. Донъяға ҡыйыу ҡараш ташлап, үҙ көсөнә ышана белгәнлектән, ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙе үҙ иткән һәм бейек үрҙәр яулаған ул.
    2008 йылда Учалы ра­йо­нының Рәсүл ауылында мәсет һалыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Унан алда күп өйгә телефон үткәреүҙә һәм тыуған төйәгендә ике ҡатлы мәктәп төҙөүҙә лә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
    Рәсүл ауылының иҫке мәсетенә яңы манара ҡуйырға кәрәклеген ишеткәс, ауылға бура килтер­ҙе. Баҡтиһәң, Салауат Мөхтәр улы иҫке мәсетте яңыртырға түгел, ә ауылдаштарын яңы иман йорто менән ҡыуандырырға булған. Яҡташыбыҙ төҙөткән мәсеткә хатта күрше ауылдар­ҙан да киләләр.
    Яңыраҡ Салауат Ғайсин оло юбилейын – 70 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, еңел булмаған эшендә ҙур уңыштар, яңынан-яңы үрҙәргә үрләп, яҡындарын ҡыуандырып ғүмер итеүен теләйбеҙ. Бәхетле ғаилә усағы бер ҡасан да һүнмәһен. Беҙҙе нисек һөйөндөргән, үҙе лә шулай бәхет-ҡыуанысҡа ҡойоноп йәшәһен.

    Ләйсән ЮЛБИРҘИНА,
    БДУ аспиранты.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләт ...
  • Ҡояш ҡына тиңләшәлер уларға
  • Рэсми хроника
  • «Кино сәнғәтендә – Салауат Юлаев образы»
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru