Иренмәгәндең эше сифатлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Хорау-яуап
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия. Юбилейҙар, Мәғәриф
    Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты ошо көндәрҙә 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусылар, унда эшләүселәр республиканың, илдең төрлө төбәктәренән баш ҡалабыҙға иң сағыу, матур йылдарын тағы ла бер тапҡыр кисереү өсөн тантаналы кисәгә йыйылды.

    – Подъе-е-ем! Подъем!
    – Торҙоғоҙмо? Зарядкаға һуңламайбыҙ, нишләп тормай ятаһығыҙ? Тиҙерәк, ҡыҙҙар, тиҙерәк! Һуңламайбыҙ!
    Һәр көн таңғы сәғәт етелә беҙҙе тәмле йоҡонан уятыусы ҡыңғырау тауышын ишетеү менән бер аҙ һуҙылыбыраҡ, мыжыбыраҡ ятһаҡ та, тәрбиәсенең тауышын ишетеү менән һикерешеп торабыҙ. Әлбиттә, күңелдә: «Тышҡа сыҡҡы килмә-ә-ә-й, әллә ҡорған артында ғына ҡасып ҡалырға инде...» – тигән уйҙар ҙа тыумай ҡалмай. Шулай ҙа тиҙ генә йыйынып, зарядкаға йүгереүең хәйерлерәк, беренсенән, дежурҙар һине барыбер табып аласаҡ, икенсенән, дәрестәрҙә йоҡомһорап ултырғансы, иртәнге саф һауаны һулап, йүгереп инеүең мең артыҡ – көнө буйы дәртле йөрөйәсәкһең!
    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия.Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 65 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә уҡыусыларҙың бөгөнгө тормошон һүрәтләүсе фильмды ҡарағанда һәр гимназист үҙенең дә интернат тормошон (ә унда һәр көн тап зарядканан башлана), матур үҫмер сағын тағы ла бер тапҡыр күңеленән үткәрҙе. Һәр хәлдә, гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаған, унда эшләгән кешеләрҙе бергә йыйған Нефтселәр мәҙәниәт һарайының матур залында ниндәйҙер бер эске елкенеү менән бергә һағыш та үрелеп барыуы һиҙелеп торҙо. Гимназистар бер-береһен шул тиклем һағынып, ашҡынып осрашыуға йыйылды – кисә башланыуға ике сәғәт ваҡыт бар ине әле – фойе халыҡ менән тулды, кемдәрҙер ҡосаҡлаша, берәүҙәр тальянға ҡушылып йырлай, бейей, кемдер шым ғына күҙ йәштәрен дә һөртөп ала... Бөтәһенең дә исемен белеп тә бөтөп булмай. Әммә был кәрәк тә түгел: осрашыуға килгән һәр кем – һинең туғаның, яҡының. Сөнки ул – гимназист! Барыһына ла йылмайып, сәләм бирәһең дә ары атлайһың – синыфташтарҙы ла табырға кәрәк!
    Сәстәренә сал ингән, бер-береһе менән туғандарса күрешкән ағайҙар менән һөйләшәм. Уларҙың береһе – Шәйхетдин ағай Ғайсин, бөгөн пенсионер, интернатты 1952 йылда тамамлаған, 1982 – 1986 йылдарҙа республиканың ауыл хужалығы министры булған кеше. «Һағындырамы?» – тигән һорауға яуап бер генә булды: – «Һай-й-й-йй!»
    Рәми Ғариповтың исемен йөрөткән гимназия-интернаттың шәхес тәрбиәләүҙәге, республиканан ғына түгел, төрлө төбәктәр­ҙән йыйылған башҡорт балаларын оло тормошҡа әҙерләүҙәге өлөшө хаҡында күпме генә яҙһаң да аҙ булыр кеүек. Синыфташтарың менән бергә уҡыйһың, йәшәйһең, көн дә шул уҡ тәрбиәселәрҙе, уҡытыу­сылар­ҙы, ашнаҡсыларҙы күрәһең. Йәшәгән бүлмәңде, коридорҙы көнөнә икешәр тапҡыр йыуаһың, көн дә зарядка, бергәләп дәрес әҙерләү, аҙна һайын тиерлек концерттарға йәки спектаклдәргә йөрөйһөң... Әммә ысынында бер генә көн дә ҡабатланмай, һәр көн бала үҙе өсөн нимәлер аса, күңел­һеҙләнергә ваҡыт та юҡ. Иң мөһиме – бер кемде лә көсләп уҡытырға, өгөтләргә тура килмәй: интернатта уҡыусыларға белемле кешеләрҙең генә тормошта үҙ урынын таба алыуын шул тиклем етди аңлаталар, тырышып уҡығаныңды үҙең дә һиҙмәйһең! Насар уҡыу тураһында һүҙ ҙә юҡ – ояты ни тора?!
    Ата-әсәһенән алыҫта йәшәп уҡыған балалар рухи яҡтан еңел булмаған шарттарҙа уҡый башлай – бөтәһе лә тиерлек райондар­ҙағы мәктәптәрҙән отличник булып килә, ә гимназияла, үҙең кеүек үк уҡыу алдынғылары араһында юғалып ҡалмау, үҙеңде күрһәтә алыу еңелдән түгел. Бөтә шарттарҙа ла үҙеңдең урыныңды таба белеү – лайыҡлы йәшәү өсөн талап ителгән тормош ҡануны. Тап ошо ваҡытта үҫмерҙәргә тәрбиәселәрҙең бер йылы һүҙе, уҡытыусыларҙың аҡыллы кәңәше кәрәк тә инде. Бөтәһен дә иҫләйбеҙ, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ, матур итеп кейенергә лә, иншаларҙы «алтын йыйылма»ларҙан күсереп түгел, лайыҡлы итеп үҙебеҙгә яҙырға ла, «физик түгел, лирик» булһаң да, химия, физика кеүек фәндәр­ҙе лә аңларға, өйрәнергә бурыслы булыуыбыҙҙы ла аңлаттығыҙ, өйрәттегеҙ. Рәхмәт һеҙгә сабырлығығыҙ, эшегеҙҙе, беҙҙе ярата белгәнегеҙ өсөн!
    Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын директор Әлфир Ғайсин етәкләй. Һәр ваҡыттағыса, унда үҙенең эшен белгән, яратҡан педагогтарҙан, балалар өсөн икенсе әсәй булған тәрбиәселәрҙән матур коллектив тупланған. Уларҙың эшенең күрһәткесе итеп бер фактты ғына килтерергә була: йыл һайын гимназияны тамамлаусыларҙың 98 проценты юғары уҡыу йортона инә, уҡыусылар республиканың ғына түгел, илдең дә иң шәп университеттарында белем ала. Аҙмы ни гимназияны тамамлағандар араһында үҙҙәрен халыҡҡа танытҡан, ҙур сәхнәләр­ҙе шаулатҡан, фән өлкәһендә исемдәрен алтын хәрефтәр менән яҙған, хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған шәхестәр!
    Юбилей кисәһендә лә гимназияның бөгөнгө таланттары – «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле бөтә залды «аһ» иттерҙе, байрам уңайынан әҙерләнгән концерттың йөҙөк ҡашы булды. Уларҙың оҫта бейеүенә ҡарап шул тиклем ҡыуандыҡ. Ошо бейеүселәр араһынан да донъяға билдәле булырлыҡ талантлы сәхнә оҫталары сыҡмаҫ тимә!
    Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамблендә шөғөлләнеүселәр сығып теҙелгәс тә, Әҙһәм ағайҙың беҙгә үҙе килеп ҡурай серҙәрен аңлатҡан, егеттәр менән бергә беҙҙең – ҡыҙҙар­ҙың да ҡурай тартып маташҡан ваҡыттар иҫкә килеп төштө. Шуға ла ҡурайсылар моң өләшкәндә лә, онотолоп китеп, сәхнәгә генә ҡарап ултырырға тура килмәне – күңелде хистәр, хәтирәләр сорнап, уйға сумып та алынды. Кешеләрҙе шулай хистәргә батырырлыҡ итеп ҡурай уйнаған егеттәргә «афарин!» тип кенә әйтәһе ҡала. Ә инде бөгөн билдәле табип, гимназия-интернаттың кисәге уҡыусыһы Наил Ғабдуллин йырлағанда зал бөтөнләй тынып ҡалды. Бәрхәт тауышлы һәүәҫкәр йырсыны рәхәтләнеп тыңланыҡ, бигерәк тә гимназист егеттәр тураһындағы йыр күңелгә ятты.
    Гимназияла алған тәрбиә лә күңелдәргә мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Мәҫәлән, беҙ юғары уҡыу йортонда уҡығанда ятаҡта бер бүлмәлә ике гимназист йәшәнек. Икебеҙ ҙә биш йыл буйы карауаттарыбыҙҙы тап гимназистарса, ситен бөгөп, тип-тигеҙ, бер иш итеп йыйыштыра инек, мендәрҙе лә өсмөйөшләп бороп һалып ҡуябыҙ. Был бәләкәй генә деталь – тышҡы яҡтан күренгәне генә, ә күңелгә һалынған орлоҡтар, белем, тәрбиә бер ниндәй бизмән менән дә үлсәрлек түгел. Абруйлы уҡыу йортонда бергә йәшәгән, бөтә эс серҙәребеҙҙе һаҡлаған ҡыҙҙарыбыҙ – мәңгелеккә әхирәт, запискалар яҙған малайҙар – шуҡ дуҫтарыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ – кәңәшсе, уҡы­тыу­­сыларыбыҙ остаз булып ҡала.
    Мәҡәләне интернаттың кисәге уҡыусыһы, билдәле шағир Рәмил Йәнбәктең шиғырынан өҙөк менән тамамлағы килә:
    Шылтыраны кеүек кисә генә
    Беҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау.
    Уның сыңы, ахыры,
    күңелдәрҙә
    Ғүмер буйы торор яңғырап.
    Тынғы бирмәй яна
    ҡараштарҙа
    Һиңә беҙҙең тәбрик-теләктәр.
    Наҙлы әсә, наҙлы ата
    булдың –
    Рәхмәт һиңә ысын йөрәктән!

    Лилиә СИРАЕВА.
    Юлай КӘРИМОВ фотолары.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һау бул, спартакиада!
  • Сәм һәм ғәмгә тулды «Ҡашҡа& ...
  • Осрашайыҡ әле, синыфташтар!
  • Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы
  • Уҡыу йылына – матур нөктә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru