Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Сыңғыр
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар
    Беҙ – «Йәшлек» иленән!Ниязбай Булатбай улы СӘЛИМОВ, «Йәшлек»тең 1994 – 97 йылдарҙағы баш мөхәррире, хәҙер Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеге мөдире:
    – Йәштәр өсөн тәғәйен саф башҡорт телендәге гәзитте ойоштороу эше ябайҙан булманы, тип билдәләр инем. Айырым башҡорт гәзитен сығарыу тураһындағы фе­керҙе 1989 йылда «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең ултырышында еткерҙем. Унда халҡыбыҙҙың билдәле, милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған шәхестәр йыйылғайны. Шунда бөтәһе лә был фекерҙе күтәреп алды! Ни тиһәң дә, дубляж хәлендә сыҡҡан гәзит телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың мәртәбәһен тотоп торорлоҡ, күтәрә алырлыҡ баҫма түгел ине. «Ленинсы»ла эшләгән хәбәрселәрҙең күпселегенең башҡорт түгел, ә башҡа милләт вәкиле булыуы, уларҙың, башлыса, Өфө тирәһендәге хәл-ваҡиғалар хаҡында яҙыуы беҙҙең халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе яҡтырта алманы. Төпкөл ауылдарҙа, алыҫыраҡ ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙә дубляж гәзит ҡыҙыҡһыныу уятманы, уны йүнләп уҡыманылар. Ярай әле, гәзиттең дүртенсе битендә башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының шиғыр-хикәйәләрен, ҡайһы берҙә башҡа мәҡәләләр ҙә баҫтырҙыҡ. Әммә ул ғына ла йәштәребеҙҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй ине шул. Быларҙың бөтәһен дә халҡыбыҙ өсөн «Йәшлек»тең ни тиклем мөһим, кәрәкле икәнлеген, был баҫманы ойошторғанда ниндәй маҡсаттар ҡуйылыуын күрһәтер өсөн билдәләйем.
    Башҡорт йәштәре өсөн айырым гәзит сығарыу тураһындағы фекер ул ваҡытта «аҫтан килгән инициатива» бит инде ул. Бөгөнгөләй иҫемдә – Әбйәлил районына командировкаға барҙым, механизаторҙар, башҡа һөнәр эйәләре менән һөйләшәм. Уларҙың күпселеге әлеге дубляжды уҡымай булып сыҡты. Районда «Ленинсы»ның 500-ләгән дана башҡортса дубляжы алдырыла. Ә «Йәшлек»те алдырыусылар Әбйәлилдә генә 3 меңгә еткәне булды! Ә баймаҡтар иһә 7 меңгә еткерҙе! Бына был инде иң шәп күрһәткес!
    Әлбиттә, тәүҙә эш, ысынлап та, ауыр ине, башҡорт телендә яҙған журналистар аҙ, етмәһә, яңы гәзит сыға башлаясағына күптәр ышанып та бөтмәй. Әммә быларҙың бөтәһе лә йырып сығырлыҡ эш булды, иң мөһиме – 17 генә кешенән торған коллектив менән «Йәшлек»тең тәүге һанын лайыҡлы кимәлдә әҙерләнек. Шул көндә ни тиклем бәхетле булғаныбыҙҙы белһәгеҙ!
    «Йәшлек» һәр ваҡыт халҡыбыҙҙы борсоған иң киҫкен проблемаларҙы күтәреп сыҡты һәм был әле лә дауам итә! Гәзит башлап күтәреп сыҡҡан нисәмә мөһим мәсьәлә хәл ителде, Башҡортостанға үҙаллылыҡ яулағанда, башҡорт теленә дәүләт статусын бирелеүҙә «Йәшлек» кеүек ҡыйыу сығыш яһаған башҡа бер генә баҫманы ла айырып әйтә алмайым!
    Үҙенең йөҙө, бәҫе булған «Йәшлек»кә уңыштар теләйем. Булған абруйҙы һаҡлап, матур итеп ижад итегеҙ! Халҡыбыҙҙы борсоған «социаль сирҙәр»ҙе дауалау, ҡыйыу ҡарашы менән замана проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашыу – «Йәшлек»тең ҡулынан, ә, дөрөҫөрәге, теленән килә торған эш!
    авторы: admin | 6 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • «Йәшлек»кә йән өрөүсе
  • Салауат Кәримов
  • Ниязбай Сәлимов
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru