Иренсәк иркә булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Май
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар
    Беҙ – «Йәшлек» иленән!Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА, шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
    – Тарихты төҙәтеп тә, үҙгәртеп тә, заманғамы, кемдеңдер теләгенәме яраҡлаштырып та булмай. Тарих биттәрен онотторорға маташыу ҙа, иҫкә алмаҫҡа тырышыу ҙа файҙаһыҙ. «Йәшлек» гәзите тарихы менән дә шул уҡ хәл. Уның инде үҙ тарихы, үҙ үткәне, үҙенеке генә булған тәүге мөхәррире, тәүге хеҙмәткәрҙәре, тәүге һандары, тәүге тиражы, тәүге уҡыусылары бар. Мин шул тәүгеләр рәтендә булыуым менән ғорурланам. «Йәшлек»кә эшкә мине уның тәүге мөхәррире Батыр Назарғолов саҡырҙы. Башта мин әҙәби бүлек мөдире, унан яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым. «Йәшлек» элекке рус телендәге «Ленинец»тың дубляжы булған «Ленинсы»нан үҙ аллы башҡорт телендәге баҫма булып үҫеп сыҡты, һәм уның тәүге хеҙмәткәрҙәре лә ошо дубляждыҡы ине. Һуңғараҡ Батыр Ғәйфулла улы менән минең саҡырыуым буйынса Тамара Юлдашева, Хәсән Назар, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Лилиә Ҡәйепова кеүек тәжрибәле журналистар эшкә килде. Коллектив үҫте, яңырҙы. Иң мөһиме – ул тиҙ арала илебеҙҙә булған оҙайлы торғонлоҡ йылдарынан һуң йәмғиәтебеҙгә яңы һулыш алып килде: демократик азатлыҡтарҙы яҡлаусы бик популяр баҫмаға әйләнде. Иҫемдә, был популярлыҡ Шәйехзада Бабичтың совет власы йылдарында тыйылған «Башҡорт халҡына көйлө хитап» әҫәрен баҫыуҙан башланды. Халҡыбыҙға Башҡортостан йөмһүриәтен төҙөүселәребеҙҙең исемдәрен ҡайтарып биреүҙә, милләтебеҙҙең үҙаңын уятыуҙа «Йәшлек» баһалап бөткөһөҙ роль башҡарҙы. Зәки Вәлиди исемен дә беренсе башлап матбуғат биттәренә «Йәшлек» сығарҙы.
    «Йәшлек» тарихтың һынылыш йылдарында ойошторолдо. Комсомолдың өлкә комитеты йәшәүҙән туҡтағас, баҫманы финанслау өҙөлдө. Батыр Назарғолов гәзит биттәрендә SOS иғлан итеп, «Йәшлек»тең күпмелер һаны халыҡтан йыйылған аҡсаға сыҡты. Шул мәлдә Өфөгә Борис Ельцин килде. Ул республиканың Ижтимағи-сәйәси йортонда зыялылар вәкилдәре менән осрашты. Унда мин дә саҡырылғайным. Һүҙ һорап, «Йәшлек»тең финансланыуҙан туҡталыуын әйттем, ярҙам һораным. Күп тә үтмәй, хөкүмәт гәзит иҫәбенә аҡса күсерҙе, үҙен гәзиттең ойоштороусыһы итеп тә ҡуйҙы.
    «Йәшлек»тә уянған сәйәси ҡомарым мине артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенә алып килде. Ә журналист дәрте «Шоңҡар» йәштәр журналын ойоштороуыма ярҙам итте. Мин был баҫманың тәүге баш мөхәррире булдым. Йәштәр баҫмаларында эшләгән йылдарымды әле лә һағынып иҫкә алам.
    авторы: admin | 5 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Салауат Кәримов
  • Батыр Наҙарғолов
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru