Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар
    Беҙ – «Йәшлек» иленән!Лилиә ҠӘЙЕПОВА, шағирә, драматург, «Йәшлек»тең элекке хеҙмәткәре:
    1989 йылда Өфөгә килеп, тәүҙә бер аҙ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгәс, үҙ теләгем менән «Йәшлек» гәзитенә күстем. Ул саҡта, моғайын, йәшлек дәрте ташып торған яңы коллектив һулышын тойғом килгәндер. Ысынлап та, беренсе көндән үк «ҡайнап торған» ваҡиғалар диңгеҙенә сумдым. Беҙ, шағирә Тамара Юлдашева менән, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген алып барҙыҡ. Көн һайын яңы тамаша, мәҙәни саралар, спектакль, концерттар… Ҙур уңыштарға ирешкән йәш таланттар менән һөйләшеүҙәр… Яңы рубрикаларға исемдәр уйлайбыҙ, яңы конкурстар тураһында хыялланабыҙ. «Башҡорттарға гәзит сығарырға рөхсәт иттек тә, ана, уҡырлыҡ нәмә яҙмайҙар. Яҙҙырып алдырыусылары ла аҙ ғына», – тип әйтмәһендәр өсөн бар көсөбөҙҙө һалып тырышабыҙ. Башҡа журналистар, исмаһам, киске сәғәт 7 – 8-ҙәрҙә ҡайтып китә, ә беҙгә көн дә тиерлек йә спектакль, йә концерт тураһында яҙырға кәрәк. Тамашаны тулыһынса ҡарамайынса матур итеп мәҡәлә яҙып булмай. Ә улары төнгө сәғәт 10, 11-ҙәрҙә тамамлана ла ҡуя. Сиратлап барып та ҡарайбыҙ, барыбер аҙнаға ике-өс көн тура килә. Тамара, ярай, үҙ фатирында йәшәй. Мин бер апайҙа фатирҙамын. Филармония, театрҙарҙан автобуста 40 минуттай ҡайтырға кәрәк. Аҙаҡ 10 минуттай йәйәү тәпәйләргә. Ҡайһы мәл, бәлки, 11-гә тиклем ҡайтып өлгөрөрмөн, тип, театрға барыуымды хужабикәгә әйтмәй торғайным. Ә ул, яңғыҙ йәшәгәс, фатирын төнгө 11-ҙән һуң милиция һағына тапшыра икән. Шулай бер нисә тапҡыр, 5 – 10 минутҡа һуңлап, фатирға инә алмай тороуҙар, аҙаҡ яртышар сәғәт апайҙың битәрҙәрен тыңлауҙарымды хәҙер ҡыҙыҡ ваҡиға итеп иҫләйем.
    Йәшлек дәрте менән бик теләп, күңел биреп яҙыша торғайным. Ә райондарға командировкаға сығып, гәзитте яратып уҡыусы­ларҙың рәхмәттәрен ишетеү, уларҙың теләктәрен тыңлау… Күпме һәләтле, исемдәре журналистика тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылыр шәхестәр менән аралашып, бергә хеҙмәттәшлек итеү! Хеҙмәткәрҙәрен үҙ балаһылай яҡын күреп ҡурсалаған, һәр журналист менән ихтирамлы, мөләйем, эскерһеҙ мөғәмәләлә булған (үкенескә күрә, арабыҙҙан иртә киткән) баш мөхәррир Батыр Назарғолов ағайҙы онотоуы мөмкин түгел. Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Юлдашева, Зәйтүнә Ханова, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Булат Тимерғәлиев, Юлай Кәримовтар – һәр журналист, һәр хеҙмәткәр «Йәшлек»те халыҡҡа яҡынайтыуға, уны бар итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Үҙем өсөн «Йәшлек»тә эшләүем журналист һөнәренең нескәлектәренә төшөнөү мәктәбе булды.
    «Йәшлек» ул осорҙағы журналистарҙың саялығы, ваҡыт менән иҫәпләшмәй хеҙмәт итеүе, район, ауылдарҙа гәзит кәрәклеген яҡшы аңлаған халыҡтың рухи йәһәттән булһа ла һәр ваҡыт көс-дәрт биреп тороуы менән күтәрелеп китте. Шуның өсөн дә «Телем» шиғырында былай тигәнмен: «Халҡым – ерем үҫтермәһә, телем зәғиф була икән, һуҡыр тингә торор һүҙҙәр – сүп үләне тула икән, шул баҫыуҙы йөрәк кенә илай-илай ура икән…»
    Әгәр ҙә минең бөгөнгө заман йәштәренә мөрәжәғәт итергә хаҡым булһа, шуны әйтер инем: үҙ телебеҙҙәге йәштәр гәзите юҡҡа сыҡһа, милләт булараҡ юҡҡа сығыуға дусар буласаҡбыҙ! Бары тик бөгөн барған ваҡиғаларҙың үҙ телебеҙҙә яңғырашы аша беҙ күңелебеҙ берлеген, уйҙарыбыҙҙың оҡшашлығын тоябыҙ. Ә фекер берлеге ул төйәк иткән ер, биләмә берлегенән мең тапҡырға көслөрәк! Төрлө төҫтәге тәтәй гәзит йә журналдар менән «Йәшлек»те сағыштырыу урынһыҙ. Иң мөһиме – баҫманың йөкмәткеһе һәм уҡыусыларының уға тоғро ҡалыуы!
    авторы: admin | 3 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Салауат Кәримов
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru