Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • «Төндә атыр гөл»
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар
    Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ, «Йәшлек» гәзитенең 1990 – 1993 йылдарҙағы биҙәлеш мөхәррире:
    – «Йәшлек» гәзите халыҡтың рухи күтәрелеше осоронда барлыҡҡа килгәнгәме, беҙ ҙә шул рухи мөхиттә, милли үҙаңдың уянған мәлендә эшләнек. Ул осорҙа рухи күтәрелеш менән һуғарылған мәҡәләләр ҙә күберәк донъя күрҙе. Бик яҡшы коллективҡа эләктем. Унда мөкиббән китеп ижад иткән, үҙ эшен яҡшы белеп, халыҡ, гәзит хәстәре менән йәшәгән кешеләр, арҙаҡлы журналистар, ҡаурый ҡәләмдәрен нығытыусы шағирҙар, яҙыусылар күп булды. Зәйтүнә Ханова, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәрова, Салауат Кәримов, Юлай Мәҡсүтов һәм башҡалар менән эшләүемә бик шатмын һәм бәхетлемен. «Йәшлек»тең тәүге көнөнән алып эшләгән алмаштырғыһыҙ фотограф Юлай Кәримовҡа бурыслымын. Ятаҡта йәшәгәндә тап ул мине, ҡолаҡтан тип әйтерлек һөйрәп, гәзиткә эшкә алып килде. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтында художество-графика бүлегенең 3-сө курсында уҡып йөрөй инем, миңә «Йәшлек»тең «баш»ын (логотип) эшләргә ҡуштылар. Йөрьәт итеп ҡарайым, тинем дә, төрлөсә уйлай-һыҙа торғас, 25 вариант килеп сыҡты. Улар араһынан берәүһе һайлап алынып, логотип итеп ҡалдырылды һәм халыҡ күңеленә лә хуш килде шикелле.
    Үҙемде шиғриәт киңлегенә күтәргәне өсөн дә «Йәшлек»кә рәхмәтлемен. Гәзиттең баш мөхәррирҙәре Батыр Назарғолов, Артур Иҙелбаевтар менән эшләргә тура килде. Улар гәзиттең абруйын күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һалды.
    Баҫма әле сыға ғына башлаған йылда, әлбиттә, ауырлыҡтар, ҡатмарлы осорҙар ҙа булманы түгел. Бер мәл ҡағыҙға ла ҡытлыҡ кисерергә тура килде. Баш мөхәрриребеҙ Батыр Ғәйфулла улы Соликамскиға үҙе барып, ҡағыҙ йүнләп ала торғайны. Аҡса етмәгән саҡтар бигерәк тә хәтергә уйылып ҡалған. Тәүге эш хаҡын да ала алмай йөрөгәйнек. Әммә, шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙ гәзитте яңы тыуған балалай «тәрбиәләнек», уны ҡыҙыҡлы, халыҡҡа яҡын итеп эшләргә тырыштыҡ. Беребеҙ ҙә эшһеҙ ятманы, баҫманың абруйын, уҡыусылар һанын күтәреү өҫтөндә даими эш алып барҙыҡ.
    Бөгөн гәзит төҫлө, матур сыға, бындай матур баҫманы ҡулда тотоп тороуы ғына ла кинәнес уята түгелме?! Юлбарыҫ йылында «Йәшлек» тағы ла ҡыйыуыраҡ сығыш яһаһын, яңы башланғыстарға нигеҙ һалһын, тип теләгем килә!
    авторы: admin | 20 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Салауат Кәримов
  • Артур Иҙелбаев
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru