Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Дайджест
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – «Йәшлек» иленән! Башҡортостан » Юбилейҙар
    Салауат КӘРИМОВ, «Йәшлек»тең элекке яуаплы сәркәтибе, яҙыусы, тәржемәсе, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире:
    – Уҙған быуаттың аҙағында башҡорт телендә үҙ аллы йәштәр гәзите сыға башлауы беҙҙең өсөн бик һөйөнөслө булды. Үҙ телебеҙҙә гәзит булырына 70 – 80-се йыл­дарҙа уҡ өмөт итә инек. Ниһайәт, 90-сы йылдар башында «Йәшлек» йәштәр гәзите сыға башланы. Уның тәүге һанынан уҡ халыҡҡа сығара башлау эшендә ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ни тиһәң дә, ул саҡтарҙа гәзит сығарыу бик еңелдән булманы. Журналистар, хәбәрселәр, материалдар туплау кеүек эштәр күберәк минең – яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған кешенең өҫтөндә ине. Баш мөхәррир Батыр Назарғолов, уның урынбаҫары Нияз Сәлимов менән бергә гәзиттең кимәлен күтәреү буйынса көн-төн белмәй эшләнек. Уның иң тәүге һанын һуңға ҡалып, еренә еткереп биҙәп сығарыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтеремдә.
    Әйтергә кәрәк, «Йәшлек» гәзите тәүге һандарынан уҡ милләт, тел, мәҙәниәт мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Башта «Ленинсы» гәзитенең дубляжы булып, уның аҡсаһына донъя күргән баҫмабыҙҙың ике айҙан һуң аҡсаһы ҡалманы. Шунда беҙгә республика халҡы ярҙамға килде лә инде. Ошонан сығып, «Йәшлек»те нисек халыҡ гәзите тип әйтмәйһең инде?! Бөгөн дә ул үҙенең традицияларына тоғро ҡала, башҡа баҫмалар менән сағыштырғанда, бөтә башланғыс­тарҙың башында тора. Киләсәктә лә «Йәшлек»кә – иң шәп гәзит, ә «Йәшлек»тәргә иң шәп журналист булып ҡалыуҙарын теләйем!
    авторы: admin | 6 ноября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Беҙ – «Йәшлек» иленән!
  • Салауат Кәримов
  • Сәлмән Ярмуллин
  • Ниязбай Сәлимов
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru