Ашағанда икәү яҡшы, эшләгәндә өсәү яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Башҡортостан халҡы, милләттәштәрем бик әүҙем, артабан да шулай булып ҡалһындар» Башҡортостан » Юбилейҙар
    РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов «Йәшлек» гәзите редакцияһында уҙғарылған «тура бәйләнеш»тә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
    Марсель Харис улы парламенттың төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Уға һорауҙар ҙа башлыса ошо өлкәләргә ҡағылды. Бынан тыш, милләттәшебеҙ арҙаҡлы шәхес, көрәш батыры, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙаған тренеры Харис Йосоповтың улы ла. «Тура бәйләнеш»кә шылтыратыусылар был хаҡта ла онотманы.

    Азамат Абдрафиҡов, мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы:
    – Һаумыһығыҙ, Марсель Харисович. Һеҙгә шундай һорауым бар ине: Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары ҡайһы комитеттарҙа айырыуса әүҙем эшләй?
    – Мин үҙем парламенттың Төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы. Уның эшмәкәрлегенә туҡталғанда, шуны әйтергә була: бында ярайһы ғына ҙур эш алып барыла, Думалағы барлыҡ комитеттарҙың иң әүҙем эшләүсе бишәүһе иҫәбенә инәбеҙ. Башҡортостандан һайланған депутаттар төрлө комитеттарҙа. Беҙҙең төбәк депутаттар һаны буйынса ла айырылып тора тиерлек. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән генә 15 депутат. Ветерандар эше, хәүефһеҙлек, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитетта эшләйҙәр. Әүҙемдәр, тип әйтер инем. Бында пленар ултырыштарҙа ҡатнашыу, закон проекттарын тәҡдим итеүҙе лә индерәм.

    Луиза Хәйретдинова, Салауат районының, Арҡауыл ауылы:
    – Алло, һаумыһығыҙ. Был Арҡауыл ауыл хакимиәте башлығы шылтырата. Марсель Харис улы, һеҙгә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Һеҙ шул тиклем эштәр баш­ҡар­ҙығыҙ. Беҙҙең ауыл зыяратын кәртәләтеп, аҡһаҡалдарҙы, халыҡты ныҡ шатландырҙығыҙ. Элек атайығыҙ Харис ағай үҙе беҙҙә мәсет һалдырғайны, һеҙ ҙә әруахтар рухын ихтирам итеп, ярҙам ҡулы һуҙҙығыҙ. Беҙ һеҙҙе «Салауат йыйыны»нда көткәйнек, «Рәхмәт хаты» тапшырырға ине ниәтебеҙ. Бына форсатты файҙаланып, гәзит аша рәхмәт еткерергә булдыҡ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәм һәр ваҡыт һеҙҙе Арҡауыл ерендә көтөп ҡалабыҙ.
    – Бик ҙур рәхмәт, Луиза Хәбир ҡыҙы, йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн! Ысынлап та, минең өсөн Арҡауыл яғы тыуған яҡ һанала. Ата-бабаларым йәнтөйәге тормошомдоң бер өлөшө. Ер йөҙөндә күңелемә иң яҡын ер. Зыяраттағы эштәр инде ул бигерәк тә тереләр өсөн кәрәк. Артабан да мөмкинлек булһа, ҡулдан килгәнсе һәр ваҡытта ла ярҙам итәсәкмен. Һеҙ ҙә шуны белеп тороғоҙ: Арҡауылда йәшәмәһә лә, һеҙгә ярҙамға килер яҡташығыҙ бар.
    – Рәхмәт. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

    Әмир Сафин, Бөрйән районы:
    – Һаумыһығыҙ, иптәш Йосопов. Әмир ағайығыҙ был, Бөрйәндән. Беҙ, һуғыш ваҡыты балалары ла, аҙ ҡалып барабыҙ. Ғүмер буйы колхозда эшләнек. Беҙгә берәй льготалар ҡаралмағанмы ул? Шунан, ветерандар Өфөлә госпиталдә дауалана, беҙ унда бара алабыҙмы икән?
    – Әмир Ғәлимйән улы, был «Йәшлек»тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. Беҙҙең гәзитте уҡыһағыҙ, беләһегеҙҙер, Дәүләт Думаһы һуғыш осоро балаларына ҡарата төрлө закон проекттарын ҡарай. Марсель Харис улы ла Мәскәүгә барғас, һеҙҙең үтенесте мотлаҡ еткерер, тип өмөтләнәйек. Ә госпиталгә килгәндә, һеҙҙең телефон һандарығыҙҙы депутат ярҙамсыһы яҙып алды, бәйләнешкә сығыр.
    Рәхмәт шылтыратыуығыҙға, һау булығыҙ.

    Илмир, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты экономисы:
    – Хәйерле көн! Һорау бирергә мөмкинме?
    – Һаумыһығыҙ, әлбиттә, тыңлайым һеҙҙе.
    – Һеҙҙең аҙашығыҙ билдәле көрәшсе Марсель Йосопов хаҡында һорашмаҡсымын. Беҙ уның менән бергә уҡыныҡ. Марсель, ике ҡулы ла йәрәхәтләнеүгә ҡарамаҫтан, спорт­ҡа килеп, ныҡышмал рәүештә шөғөлләнеп, ҙур уңыштарға ирешкән көслө шәхес, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әүҙем ағзаһы ла (һүҙ көрәш буйынса күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Европа чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре, Учалыла тыуып, хәҙер Силәбелә йәшәүсе 27 йәшлек милләттәшебеҙ Марсель Йәлил улы Йосопов хаҡында – авт.). Бер нисә аҙна элек кенә ул юғары ауырлыҡ категорияһында ике тапҡыр Европа чемпионы исемен дә яуланы. Уның был еңеүенә нисек ҡарайһығыҙ? Силәбе башҡорттары ҡоролтайы, өлкә хөкүмәте ошондай еңеүҙәрҙе нисек баһалай? Һеҙ, Марсель Харис улы, сер булмаһа, аҙашығыҙҙы нисек дәртләндерҙегеҙ?
    – Һорау, ысынлап та, бик әһәмиәтле. Марсель менән оҙаҡ ҡына бергә эшләнек. Уның һәр еңеүе ниндәйҙер кимәлдә атайымдың, тренеры ағайымдың (Морис Харис улы Йосопов – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры) эшенең дауамы кеүек. Бөгөн Марсель Башҡортостанда, Силәбелә көрәшселәр символы кеүек тә ҡабул ителә. Беҙ ауылдарҙа спортты, айырыуса көрәште, үҫтереүгә өлөш индерергә тырышабыҙ. Секциялар эшенә (инвентарь менән тәьмин итеү, тренерҙарға түләүҙәр һ.б.) матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Марселде ныҡ көслө шәхес, тип иҫәпләйем. Ул ныҡышмалылығы, ихтыяр көсө, сәмлелеге арҡаһында бөгөнгө кимәлгә етте. Уны һәр саҡ матди яҡтан да, былай ҙа дәртләндерергә тырышабыҙ, ҡаҙаныштары артабан да иғтибар уртаһында буласаҡ. Ысын батыр ул. Әйткәндәй, билдәле милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин да уны физик яҡтан әҙерләүгә күп көс һалды.

    Илдар АҠЪЮЛОВ, «Башҡортос­тан» гәзите журналисы:
    – Атайығыҙҙың танылған шәхес булыуын беләбеҙ. Уның ниндәй сифаттары һеҙгә ҡәҙерле?
    – Атайым минең өсөн бөйөк спортсы ғына түгел, уныһы бәхәс­һеҙ. Ул – ифрат та киң күңелле, бик күп кешегә йүнәлеш биреүсе кеше булды. Уҡыусылары менән йыш осрашам. Һәр береһе атайымдың кешегә дөрөҫ юл күрһәтә белеүен иҫкә ала. Уға күпселек осраҡта кәңәш һорап килер булғандар. Ысын педагог булараҡ та ихтирам итеүселәр байтаҡ. Ағайым уның юлынан китте, мин дә спорт менән шөғөлләндем, был өлкәнән «алыҫ» түгелмен.

    Рөстәм СӘҒИҘУЛЛИН:
    – Һаумыһығыҙ, һеҙгә һорау бирергә мөмкинме? Марсель Харис улы, һеҙ, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе булараҡ, өлкәлә башҡорт ырыуҙары йыйындарын үткәреүгә нисек ҡарайһығыҙ? Башҡортостанда улар үтеп тора...
    – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бер өлөшө бит инде ул. Башлыса, Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк тип иҫәпләнһә лә, милләттәштәребеҙ өлкәнең һәр районында, ҡалаһында көн күрә. Уларҙа ҡоролтайҙар ҙа эшләп килә. Һабантуйҙар үткәрәбеҙ. Үҙ сиратымда республика ҡоролтайы үткәргән һәр сараға ыңғай ҡарайым. Халыҡ байрамдары беҙҙә лә йыш үтә башланы.
    – Минеңсә, «Силәбе башҡорттары» тигән системалаштырылған китап та сығарылһа, һәйбәт булыр ине. Унда өлкәнең һәр районынан ентекле мәғлүмәт булһа, беҙ архив­ҡа йә интернетҡа инеп, ваҡыт үткәреп ҡарап ултырмаҫ, ә китапты асып, тарихыбыҙҙы, кәрәкле материалды алыр инек. Бындай китап менән һәр китапхананы тәьмин иткәндә лә һәйбәт буласаҡ. Был турала ни әйтерһегеҙ?
    – Мин шундай һәр башланғысты хуплайым. Беҙҙең тарихсыларыбыҙ ҙа, тыуған яҡты өйрәнеүселәребеҙ ҙә етерлек. Башҡорт халҡының тарихы иҫ киткес бай, уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Силәбе, Ырымбур, ғөмүмән, башҡорттоң аҫаба ерҙәре һаналған башҡа төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ хаҡында ла китап сығыуы бик әһәмиәтле буласаҡ.
    Мин ярҙам итергә вәғәҙә бирәм. Һеҙ, аңлауымса, Силәбе өлкәһендә йәшәйһегеҙ, беҙҙе ҡайҙан табырға беләһегеҙ. Бөгөн-иртәгә хәл итергә тырышайыҡ. Был мәсьәләгә конкрет күҙлектән ҡарайыҡ. Әле булған, баҫылып сыҡҡан материалдарҙы ҡарарға, тағы ла тупларға кәрәк.

    Илдар АҠЪЮЛОВ:
    – Марсель Харисович, депутат булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәттәр күп­ме? Ниндәйерәк үтенес-һорау­ҙар өҫтөнлөк итә?
    – Мөрәжәғәттәр, төбәгенә ҡарап, айырыла. Ил субъекттарынан аныҡ һорауҙар, тәғәйен бер проблемалар буйынса мөрәжәғәттәр күп. Ер мөнәсәбәттәре буйынса, әлбиттә. Унан килеп, бына, мәҫәлән, Еңеү көнө осоронда һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле һорауҙар күбәйгәйне. Бөгөн хәл итәһе мәсьәләләр күп, эш тә алып барыла. Һәр мөрәжәғәткә шәхсән рәүештә ҡарау талап ителә.
    Башҡортостан халҡы бик әүҙем. Өфөгә килгәндә, алданған «дольщик»тар проблемаһын хәл итеүҙе һорайҙар. Ауылдарҙан ер мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан һорауҙар байтаҡ килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡортостандар ғәҙеллек, хәҡиҡәт яратыусы халыҡ, тигән фекергә киләһең.
    Социаль тәьминәт, эш хаҡтары, пособие, пенсиялар, бер туҡтауһыҙ үҫеүсе тарифтар – был һорауҙар ҙа һәммәһен дә борсой. Әлбиттә, бөгөн хәл итә торған сетерекле мәсьәләләр улар.
    «Берҙәм Рәсәй» партияһы ла, башҡарма власть та социаль йүнәлештә эшләй. Беҙ инфляцияны «йүгәнләү», тарифтарҙы үҫеүҙән туҡтатыу юлдарын эҙләйбеҙ.

    «Йәшлек»тең электрон почтаһына һәм «аська» буйынса килгән һорауҙар
    – Өфө ҡалаһының Киров райо­нында балалар баҡсаһында урын алырға ярҙам итегеҙсе (мөрәжәғәт итеүсе телефон һандарын ҡалдыр­ған, Марсель Йосопов үҙенә теркәп ҡуйҙы).

    – Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы биреү мәсьәләһе ҡайһы стадияла?
    – Был мәсьәлә Рәсәй Президенты тарафынан хупланды. Бөгөн өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә, ысынлап та, торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы. Ғаилә ғариза яҙырға тейеш. Был тәңгәлдә, сиратҡа баҫырға тура киләсәк. Шул ғына проблема тыуҙырыуы бар. Ергә килгәндә, шуныһын да әйтергә кәрәк: Рәсәйҙең ни бары ике проценттан да әҙерәк майҙаны ғына төҙөлөштәргә йәлеп ителгән. Ә нисәлер сутый ер алыр өсөн бихисап кәртә аша үтергә тура килә. Бында нимәлер дөрөҫ түгел.
    Бөгөн халыҡ аҙ ҡатлы йорттар һалыуҙы ла хуп күрә. Башҡортостанда был юҫыҡта программа ла эшләй. Бер яҡтан ер участкаларының бүленеүгә әҙер булмауы (кадастр планы, геодезия тикшереүе юҡ һ.б.) борсой. Ә Рәсәйҙә ер майҙанының күпме икәнен яҡшы беләбеҙ...

    Электрон почта аша Марат исемле уҡыусыбыҙ мөрәжәғәт иткән:
    – Рәсәй хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, 2011 йыл аҙағына сиратта тороусы бөтә хәрби пенсионерға торлаҡ буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе. Башҡортостанда был хәл нисек тора?
    – Был һорауға РФ Дәүләт Думаһы депутаты, ветерандар эше буйынса комитет ағзаһы Иршат Фәхретдинов анығыраҡ яуап бирер (әйткәндәй, «Йәшлек» уның менән «тура бәйләнеш» үткәреп, мәҡәләне 43-сө һанда, йәғни 4 июндә баҫып сығарҙы – авт.).
    Дөрөҫөн әйткәндә, федераль бюджеттан хәрби ветерандар өсөн торлаҡҡа бик ҙур средстволар бүленгән.

    Марсель Йосопов Иршат Фәхретдинов менән бәйләнешкә сығып, Мараттың һорауын еткерҙе һәм түбәндәге яуапты алды:
    – Хәрби пенсионерҙарға торлаҡ бүлеү РФ Дәүләт Думаһының ветерандар эше буйынса комитеты тарафынан тәҡдим ителгән. Әлегә торлаҡ бүлеү механизмдары билдәләнә. Был хәрби комиссариат аша булырмы, йә Социаль яҡлау министрлығынанмы – һәр хәлдә торлаҡҡа сиратта тороусы хәрби пенсионерҙар йәшәгән урыны буйынса мөрәжәғәт итергә тейеш. Был тәңгәлдә эш алып барыла.

    «Йәшлек» редакцияһы хеҙмәткәре һорауы:
    – Ғаиләгеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
    – Ҡатыным менән өс бала үҫтерәбеҙ. Ике улыбыҙ һәм бер ҡыҙыбыҙ бар, ғаиләм Өфөлә. Балаларымдың өлкәндәре һөнәр үҙләштерә, бәләкәйе мәктәптә уҡый.
    авторы: admin | 7 июня 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Депутатҡа һорау бирегеҙ!!!
  • Батырҙың тыуған ерендә – милли көрәш ту ...
  • Силәбе өлкәhендә Йосоповтар милли көрәш ...
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • Рухыбыҙ ныҡ, Урал тауындай
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru