Ир аҫылы эштә беленә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Июнь
  • Иман
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үҙебеҙҙең Йәүҙәт Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ҡатыны Әминә апай вафат булғас, яңғыҙы ике балаһын аяҡҡа баҫтыра ул
    Бынан теүәл 60 йыл элек, 1949 йылдың 19 майында – заманында Ленин исемендәге Бөтә Союз пионерҙар көнөндә – Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында Мөсәүәрә Шәйхетдин ҡыҙы һәм Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы Әхтәмовтарҙың ябай колхозсы ғаиләһендә етенсе бала булып Йәүҙәт атлы ир бала донъяға килә. Мәғлүм булыуынса, ул осор балалары коммунистик идеяла тәрбиәләнеүҙең иң түбәнге баҫҡысы – октябряттан һуң пионерға алына. Ә пионерҙар иһә Советтар Союзы коммунистар партияһы эше өсөн һәр саҡ алда йөрөнө. Пионерҙар көнөндә тыуғанғамы, Йәүҙәт бәләкәйҙән бер эштә лә алдынғылыҡты бирмәй, алға ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән булып үҫә.

    авторы: Нур | 19 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТАРИХ ТИКЛЕМ ТАРИХСЫ Башҡортостан » Юбилейҙар

    Билдәле ғалим, тарихсы Әнүәр Закир улы ӘСФӘНДИӘРОВҠА – 75 йәш
    ТАРИХ ТИКЛЕМ ТАРИХСЫ
    Арҙаҡлы ғалим, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровҡа – 75 йәш. Ике тиҫтәнән ашыу китап, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, В. Бирюков исемендәге Урал hәм Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Ә. Әсфәндиәров бөгөн дә – тынғыhыҙ ғилем даръяhында йөҙгән, халҡыбыҙҙың тарихи ысынбарлығын түкмәй-сәсмәй, факттарҙан тайпылдыртмай бөгөнгө һәм киләсәк быуынға еткереүсе абруйлы тарихсыларыбыҙҙың береһе.

    авторы: Нур | 16 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бабич кемдәрҙе үҙ итер? Хәтер, Юбилейҙар

    Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүсе кандидатуралар менән танышып, уларҙың эшмәкәрлеген ентекле тикшергәндән һуң, конкурс комиссияһы мәртәбәле бәйгелә артабан ҡатнашыуға һәм йәмәғәтселек араһында фекер уртаҡлашыуға түбәндәге дәғүәселәрҙе тәҡдим итте:

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡармаҡ Башҡортостан » Юбилейҙар

    БАЛЫҠҠА БАРАМ ӘЛЕ...
    Ҡармаҡ
    Оҙайлы ҡыштан һуң, ниһайәт, көткән яҙ ҙа килде. Ҡар иреп, йырлай-йырлай гөрләүектәр аҡты, йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайтты, ағастар йылыны һиҙеп уянған төҫлө.
    Тирә-яҡ йәнләнгән, йәмләнгән осорҙа хайуандар донъяһы ла яңырыу кисерә. Һыу аҫты хужалары – балыҡтар ҙа, йәнлектәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, киләсәк быуынын хәстәрләү менән мәшғүл. Тап шул йәнлелек, йәмлелек, тереклек уянған осорҙа һунарсылар йәнлек, ҡош ауларға сыҡһа, балыҡсыларға, ҡармаҡтарын әҙерләп, яҙғы миҙгелде башларға ваҡыт етте.

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҫәрҙәрендә – ил хөкөмө Башҡортостан » Юбилейҙар

    Улар аша яҙыусының биографияһын да күҙалларға мөмкин
    Әҫәрҙәрендә –  ил хөкөмө
    Яҙыусы, публицист һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлим Афзал улы Хисамов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы, матбуғат һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй наградалары менән бүләкләнгән. Прозаик Ғәлим Хисамов – тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы, әҫәрҙәре утыҙлаған нәфис һәм документаль китаптарында тупланған. Әҙәби тәнҡит уның ҡәләмен милли әҙәбиәтебеҙҙә сәйәси детектив жанрын үҫтереүҙә әүҙемлеге өсөн дә ыңғай баһалай.

    авторы: Нур | 25 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәтер барҙа ғүмер бар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәте архив фондтары һәм документтарының күләме, дәүләт һәм муниципаль архивтар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында иң ҙурҙарҙың береһе булып тора. Республикабыҙҙың архив фондының дөйөм күләме, район һәм ҡала муниципаль архивтарын да индереп, яҡынса дүрт миллион һаҡлыҡ берәмеге тәшкил итә. Республикала архив хеҙмәтен ойоштороуҙың хоҡуҡи базаһы булдырылған. «Башҡортостан Республикаһында архив эше тураһында», «Башҡортостан Республикаһында архив закондарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ тураһында» закондар ҡабул ителгән. БР дәүләт архив хеҙмәте ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара архивтар советына инә.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балсыҡтан әүәләнгән бәхет Хаттар яҙҙым, Юбилейҙар

    Балсыҡтан әүәләнгән бәхетӨфөлә йәшәгәнгә ара алыҫ булыуға ҡарамай, беҙ уның янына ай һайын тиерлек ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайтабыҙ, тим, сөнки улар хәҙер минең өсөн икенсе өйгә әйләнде инде. Ишек тупһаһына баҫып та өлгөрмәйһең, ҡайным менән бергә ҡаршы сығып, ҡолонсаҡтарым ҡайтты, тип, һәр беребеҙҙе ҡосағына алып, иркәләй. Хатта ҡайһы саҡ кәләшем көнләшеп тә ҡуйған һымаҡ.
    Үҙем хәҙер өс бала атаһымын. Атайҙар кисерешен дә, әсә ҡәҙерен дә ныҡлы аңлайым бөгөн. Ете генә йәшемдә ҡәҙерле әсәйемдән ҡалыуым хәтерҙә лә юҡ инде хәҙер. Шулай ҙа, һәр бала һымаҡ, балалығымдың иң шатлыҡлы миҙгелдәре уның менән кисерелгәндер, тигән ышаныстамын. Олоғайып, үҙҙәре атай-әсәй булып бөткән кешеләр ҙә әсәй наҙына мохтаж икән ул.

    авторы: admin | 7 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло талант эйәһе Яңылыҡтар, Әҙәбиәт, Хәтер, Юбилейҙар

    Оло талант эйәһеПоэзияһы ла, драматургияһы ла, прозаһы ла үҙенең бай һәм образлы теле менән уҡыусының иғтибарын тартып торған бөйөк әҙип Баязит Бикбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Илеш районының бик күп мәктәптәрендә, китапханаларҙа хәтер кисәләре, күргәҙмәләр үтте.
    Яҙыусының танылған драма һәм музыкаль комедия әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, шиғырҙары яттан һөйләнде һәм проза әҫәрҙәре буйынса фекер алышыуҙар үтте. Район китапханаһында уҙған «Баязит Бикбай – талант эйәһе» тип аталған кисәлә бөйөк яҙыусының талантына ғашиҡ ҡәләмдәше һәм дуҫы, үҙе лә күренекле шағир булып танылған Муса Сиражи Баязит Бикбайҙың тормош һәм ижад юлы менән яҡындан таныштырҙы.

    авторы: admin | 22 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru