Изге ниәт менән башланған эштең ахыры хәйерле булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Арыҫландай ир-улдарын халҡы мәңге онотмаҫ Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Арыҫландай ир-улдарын халҡы мәңге онотмаҫҺоҡланғыс талант эйәләрен тәбиғәт быуатҡа бер тыуҙыра. Эйе, эйе, улар – ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балалары. Үркәсле ҡаялы, армыт-армыт Урал тауҙары теҙмәһе, һомғол ҡарағайҙар, шәмдәй шыршылар, ишелеп аҡҡан йылғаларыбыҙ һәр кемдең күңелен арбай, сал ҡаялар өҫтөндә, зәңгәр күктә һалмаҡ елпенгән ғорур бөркөттәр күңелдәрҙе елкендерә. Белорет районының Асы яҡтары тәбиғәте хаҡында һүҙем. Ҡаяларға ялғанып, айыуҙар менән алышып, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, имәндәр менән ярышып, Урал тәбиғәтле уҙамандар менән аралашып сыныға, сая бөркөттәй сәмләнеп ынтыла хыялына был яҡтың кешеләре бала сағынан уҡ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Тормошта, эштә, ялда – «Йәшлек» бара гел алда! Яңылыҡтар, Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Тормошта, эштә, ялда – «Йәшлек» бара гел алда!Был датаны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 12 декабрь, 2008 йыл. Урынын һәм аныҡ ваҡытын да онотмағыҙ: Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, 18 сәғәт.
    Семтем генә үкенес белдерәйек тә, үҙебеҙ э-э-эрәхә-ә-әтләнеп күңел асайыҡ! Бигерәк тә күңел асыр үҙебеҙҙең шә-әп йырсыларыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ барҙа! Фәрүәз Урманшин, Хәсән Усманов, Роберт Юлдашев, Гөлсөм Бикбулатова, Фирзинә Абдуллина, Альберт Шаһиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Байыҡ, Нәжип Юлдашбаев, Ирек Ноғоманов, Радик Юлъяҡшин, «Ант» төркөмө, «Гәлсәр һандуғас»тар һәм башҡалар бер генә минутҡа ла бойоғорға ирек бирмәйәсәк.
    Әйткәндәй, байрамға инеү бушлай, кем теләй – барыһына ла ишек асыҡ. Тик шулай ҙа кеҫәләрегеҙҙе ҡапшап ҡарағыҙ, уның төбөндә кәмендә 278 һум 16 тин ятһын ул, сөнки байрамда ошо сама суммаға яратҡан гәзитегеҙ «Йәшлек»кә ярты йылға яҙылып та буласаҡ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ишембай районының Әхмәр ауылынан донъялағы иң изге кешебеҙ – ҡәҙерле әсәйебеҙ hәм өләсәйебеҙ Зөмәрә Әҙhәм ҡыҙы FИЗЗӘТУЛЛИНА үҙенең күркәм юбилейын – 50 йәшен билдәләй.
    Әсәй! Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, беҙҙе, балаларыңды, наҙлап, иркәләп үҫтерҙең hәм оло тормош юлына баҫтырҙың. Күңелең hәр саҡ көр, кәйефең күтәренке, тыуыр таңдарың hәр саҡ яҡты hәм имен булhын! Һиңә сикhеҙ рәхмәтлебеҙ hәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ап-аҡ бәхет, икhеҙ-сикhеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар hәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Аһылай ауылынан тыуған көнө – 40 йәшлек юбилейы уылынан Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы ЗӘЙТҮНОВАНЫ тыуған көнө – 40 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
    Ҡәҙерлебеҙгә аҡ бәхеттәр, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, донъя рәхәттәренә кинәнеп, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт ҡояш кеүек балҡып, оҙон ғүмерле, бәхетле бул.
    Иң изге теләктәр менән – әсәйең, апайың Фәнилә, ағайҙарың Рифат, Зөлфәт, еңгәйҙәрең Зөлфирә, Светлана, шулай уҡ Хәмзә менән Ғәлиә һәм уларҙың балалары.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ҡотлайбыҙ!Элекке хеҙмәттәшебеҙ, әлеге көндә Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе
    Гүзәл Рауил ҡыҙы БАЙҒОТЛИНАНЫ күркәм юбилейы – 30 йәше тулыу менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Хөрмәтле коллегабыҙға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ!
    Гүзәлһең дә, уңғанһың да,
    Күңелең тулы изгелек.
    Өс тиҫтә йыл үткән тимә,
    Ҡал һин мәңге йәш булып.
    Ҡотлау менән – «Йәшлек»тәр.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Мәләүез районының Иштуған ауылынан ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ
    Нурия Мәхмүт ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВАНЫ hәм Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы
    СӘFИТОВАНЫ 70 йәшлек оло юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Хоҙай hеҙҙе hаулыҡтан, күңел тыныслығынан айырмаhын.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сәнғәт академияһы үҙ йортомдай яҡын» Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе ректоры, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы вице-президенты, Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы Зиннур Әхмәҙи улы НурҒәлин менән был әңгәмәлә һүҙ Өфө дәүләт сәнғәт институты хаҡында бара.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

     ҡотлайбыҙ!Хеҙмәттәшебеҙ, Өфө ҡалаһы һылыуы Гүзәл РАЯНОВА менән Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылы батыры Артур ТАПАҠОВТЫ законлы никахтары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бергә үтер оҙон ғүмер юлығыҙ аҡ, таҡыр булһын, бәхет, шатлыҡ-йыуаныстар ғына оҙата барhын.
    Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора
    Был йылдарҙың уҙып барғанын.
    Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
    Мөхәббәттең алтын балдағын!
    Иң изге теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru