Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым...» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым...»
    Журналист Венер Йәнбәковтың уҡыусылары хәҙер республика матбуғатында, радио-телевидениела эшләп йөрөй. «Пионер» журналында (»Аманат») ул, күпме баланың күңелен үҫтереп, хаттар яҙҙы, шиғри орлоҡ табылған яҙмаларынан шиғыр, матбуғатҡа бирерҙәйҙәренән мәҡәлә «әүәләне».
    Кеселекле коллегабыҙ үҙе лә балалар, өлкәндәр өсөн шиғырҙар яҙа. Юбилейы менән ихлас ҡотлап, уға hаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ hәм гәзит уҡыусыларға бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә йән өрөүсе Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Йәшлек»кә йән өрөүсе
    Уның хаҡында бик күптәр йылы hүҙҙәрен әйтер. Берәүҙәр Fафури районының «Табын» гәзитен саф башҡорт телендә сығарыуға өлгәшеүе хаҡында hүҙ алып барыр, икенселәр, балалар яҙыусыhы булараҡ, атай хәстәре хисе бөркөлөп торған шиғырҙарын маҡтап телгә алыр, өсөнсөләр башҡорт әҙәби теленең публицистик стиленә бағышланған фәнни хеҙмәтен юғары баhалар, дүртенселәр дәүләт эшмәкәре булараҡ, кимәлле, файҙалы кәңәштәре менән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтер... Хәйер, hанай китhәң, аралашҡандар араhында уның итәғәтле, әҙәпле мөнәсәбәтен тоймаған кеше юҡ. Ул hис ҡасан өҫтәл hуғып, йоҙроҡ төйнәп, төкөрөк сәсеп ғәҙеллеккә юл ярыусы түгел. Күңелендәге тандыр уты менән өтөп алмай, ә үҙен борсоған, йәнен hыҙландырған мәсьәләләр менән башҡаларҙы уйға hала, әсендерә.
    Һүҙем – «Йәшлек» гәзитенең 1994 – 1997 йылдарҙағы баш мөхәррире, балалар яҙыусыhы, фән кандидаты, дәүләт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов хаҡында. Мәҡәләмдә тап үҙебеҙгә таныш булған баш мөхәррир хаҡында hөйләргә теләйем.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул hаман да йәш Башҡортостан » Юбилейҙар

    Дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Таhир АХУНЙӘНОВҠА – 85 йәш
    Ул hаман да йәш
    «Кызыл таң» гәзитенең элекке баш мөхәррире, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, идеолог Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың исеме республика халҡына яҡшы таныш. Уны театр һөйөүселәр «Ғәлиә» спектакленең авторы булараҡ та белә.
    Ҡатмарлы йылдарҙың ҡойононда йәшәгән шәхестең ваҡиғалар, кешеләр хаҡында әйтәһе һүҙҙәре бар. Уны 85 йәшлек юбилейы уңайынан ҡотлап, гәзит уҡыусыларға әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 23 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыhандағы йырлы хәрәкәт Башҡортостан » Юбилейҙар

    Йыhандағы йырлы хәрәкәт
    Уның йылдам хәрәкәтенә, әүҙемлегенә, өлгөрлөгөнә ҡараhаң, көләс йөҙөнә баҡhаң, hис кенә үҙ йәшен бирмәйhең. Ҡайҙан килә икән был тиклем көс, энергия, тип уйлағанда, Гөлфиә апайҙың булмышына яуапты мин уның исеменән таптым. Күрәhең, 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында беренсе бала булып донъяға килгән ҡыҙҙарына юҡҡа ғына Гөлфиә тип исем ҡушмағандыр Аҙнағол олатай менән Хөмәйрә инәй. Унан hуң тыуған алты бер туғанына ла терәк булырҙай мәғәнәләр ята Шағирәнең исемендә

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең милиция байрам итә Башҡортостан » Юбилейҙар

    Беҙҙең милиция байрам итә
    Конгресс-холда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының патруль-пост хеҙмәте ойошторолоуға – 85, ә Өфө ҡалаhы эске эштәр идаралығының патруль-пост хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә бер йыл тулыу уңайынан тантана үтте.
    Милиционерҙарҙы ҡотларға республиканың «баш милиционеры», Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Рафаиль Диваев килде. Ул Рәсәйҙең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиевтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.

    авторы: Нур | 4 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милицияның «эш аттары» Башҡортостан » Юбилейҙар

    Рәсәйҙә патруль-пост хеҙмәте 1923 йылда ойошторолған. Беҙ көн һайын урамдарҙа күргән көлһыу төҫтәге махсус кейемдәрҙә йөрөүсе был егеттәр (ҡайһы берҙә ҡыҙҙар ҙа осрап ҡуя) – ысын мәғәнәhендә милицияның нигеҙе, «эш аттары». Уларға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Милицияның патруль-пост хеҙмәте вәкилдәре – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының иң күп һанлы һәм хәрби һәләтле хеҙмәткәрҙәре.

    авторы: Нур | 2 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байҡағанда тарих төпкөлдәрен киләсәк тә асыҡ күренә Башҡортостан » Юбилейҙар

    Байҡағанда тарих төпкөлдәрен киләсәк тә асыҡ күренә
    Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын иҫкә алhаң, юғары кимәлдәге профессионалдар, халҡыбыҙ тарихын төрлө яҡлап тәрән өйрәнеүсе рухлы ағайҙарыбыҙ күҙ алдына баҫа: И. Ғ. Аҡманов, М. М. Ҡолшәрипов, Ә. З. Әсфәндиәров, Н. М. Ҡолбахтин, Н. А. Мәжитов, Р. З. Янғужин. Шәхсән беҙҙе уҡытҡандарынан тыш, тарих фәненә нигеҙ hалыусы Б. Х. Юлдашбаев, Кузеевтар, С. Ф. Ҡасимов, Х. Ф. Усманов кеүек фән әhелдәренең исеме тарих донъяhына, Рәсәйгә яңғыраны. Бөгөн шуларҙың береhе, билдәле тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре, Халыҡ-ара Төркиәт академияhы hәм РФ Гуманитар академияhы академигы, Башҡортостан фән hәм техника буйынса дәүләт премияhы лауреаты, БДУ-ның Ватан тарихы кафедраhы профессоры Ирек Fайса улы АҠманов менән юбилей уңайынан осрашып hөйләшергә булдыҡ. Ейәнсура районының Рыҫҡол ауылында тыуған ғалимдың бала сағы Байыш ауылында үткән, шунда уҡ ете йыллыҡ мәктәпте лә тамамлаған. Китапҡа ҡытлыҡ булған заманда тарих фәне менән ҡыҙыҡhыныу ҡасан яралды икән? Ошо хаҡтағы hорау менән hөйләшеүҙе башланыҡ.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эсендәге тәрән моңон, халҡы күңеленә бөркөнө Башҡортостан » Юбилейҙар

    Эсендәге тәрән моңон, халҡы күңеленә бөркөнө
    Эсе тулы моң булған кешеләрҙең йөҙө, ҡарашы бөтөнләй башҡаса була бит ул. Мәшhүр йырсы Сөләймән Абдуллин менән яҡындан таныш булмаhам да, моңоноң тәрәнлегенә, hағышына иҫем китә торғайны! Моңло халҡыбыҙҙың иң моңло йырсыларының береhе булды ул. Ана шул күңелендә йөрөткән моңо йөҙөнә, ҡарашына ла сыға төҫлө ине. Һағышлы ҡараштары менән өҙөлөп ҡарағандарын күптәр хәтерләйҙер әле.

    авторы: Нур | 16 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru