Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Ҡарбуз күп!
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Тормош күренештәре
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Президент указы буйынса "Материнская слава" миҙалы тапшырыла Башҡортостан, Юбилейҙар

    по муниципальному району Абзелиловский район
    АГЗАМОВА Амина Зиннатовна – домохозяйка, 5 детей
    ГИБАДАТОВА Земфира Фиркатовна – домохозяйка, 5 детей
    ТАГИРОВА Зульфия Сабитовна – домохозяйка, 5 детей
    ШАРАФУТДИНОВА Амина Фаритовна – санитарка муниципального учреждения Аскаровская центральная районная больница, 5 детей
    по муниципальному району Альшеевский район
    ГИМАЕВА Сабина Эрфановна – домохозяйка, 5 детей
    КРИВОШАПКО Лилия Рахимьяновна – оператор обособленного структурного подразделения Раевский почтамт, 6 детей
    ФЕДОРОВА Лена Герасимовна – учитель муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с. Воздвиженка, 5 детей

    авторы: admin | 9 февраля 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер-береңә терәк булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр Башҡортостан » Юбилейҙар

    Күптән түгел элекке танышымды осраттым. Ул әле лә элеккесә теремек. Алдымдан ышаныслы аҙымдар менән атланы Абдулла Мөхәммәт улы. Көн кискә табан ауышҡанға ул тиҙерәк ҡайтып етергә ашыҡты: мал бикләйһе бар...
    Рәсимә менән Абдулла Мөхәммәт улы Миһрановтар Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған. Инйәр урта мәктәбендә уҡығандан һуң, алған белемдәре менән сикләнмәй, уҡыуҙарын артабан дауам итәләр. Рәсимә Шәйәхмәт ҡыҙы – Стәрлетамаҡ пединститутының физика факультетына, ә Абдулла Мөхәммәт улы Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлап, Архангел районында фельдшер булып эшләп йөрөгән йәш белгесте Совет армияһына хеҙмәткә алып китәләр. Армияла ла фельдшер була. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Абдулла Мөхәммәт улы юғары белем алыу теләге менән тағы ла Өфө ҡалаһына юл ала.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шағир ижады тураһында – замандаштары Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ ИГЕБАЕВҠА – 80 йәш
    Ирәндектең моңло улына – юғары исем
    Шағир ижады тураһында – замандаштары
    Күптән түгел республикабыҙ Президенты Указы менән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләргә йыйынған Абдулхаҡ ағай Игебаевҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары исем бирелде. Оло әҙипте – Ирәндектең моңло улын күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенең лайыҡлы баһаланыуы айҡанлы коллективыбыҙ һәм гәзитебеҙҙе алдырған меңәрләгән уҡыусы исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә Һаҡмар йылғаһындай оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ.
    Хөрмәтле Абдулхаҡ ағай, артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен!
    «Йәшлек»тәр.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхет ҡапҡалары асылғанда Башҡортостан » Юбилейҙар

    Бәхет ҡапҡалары асылғанда1921 йылғы аслыҡ мәлендә Башҡортостан ауылдарында тиҫтәләрсә кеше иртәле-кисле ҡырыла. Ашарға бер тәғәм ризыҡтары булмағанлыҡтан, Учалы районының Балбыҡ ауылында йәшәүсе бер нисә ғаилә Украинаға сығып китә. Улар араһында Талиба менән Нәбиулла Яхиндар ҙа була. Йылы яҡта еңелерәктер, тигән өмөттәре барыу менән селпәрәмә килә, әммә шунда уҡ кире ҡайтып китергә мөмкинлектәре лә, хәлдәре лә булмай. Сит ерҙә 1923 йылдың 23 майында Яхиндар ғаиләһендә ир бала донъяға килә, уға Ғәлиулла тип исем бирәләр. Июль айында Зияф Зәйнетдинов менән Ғөзәйер Мадияров тыуған яҡтарына юлланырға ниәт итә. Талиба ла бәпесе менән уларға эйәрә, ә Нәбиулла тороп ҡала. Ауылға ирһеҙ ҡайтып төшкән йәш ҡатын ике йылдан һуң икенсегә кейәүгә сыға, әммә, күп тә тормай, үпкә ауырыуы уның ғүмерен өҙә. Вафатынан алда әсәһенә, баланы атаһына бир, тип васыят әйтеп ҡалдыра. Шуға ҡәҙәр иһә Ғәлиулланы Сермән балалар йортонан ҡайтҡан Файза апаһы Хисмәтуллина ҡарамағына тапшыралар.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Ватан һуғышы көндәлегенән Башҡортостан » Юбилейҙар

    1945 йыл
    25 апрель
    – 3-сө Белоруссия фронты Пиллау ҡалаһын азат итә.
    – Торгау районында Эльба йылғаһы эргәһендә Советтар Союзы һәм Америка ғәскәрҙәре осраша.
    25 апрель – 26 июнь
    – Сан-Францискола БМО конференцияһы үтә. Унда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Уставын ҡабул итәләр.
    – Лондонға Гиммлерҙың тыныслыҡ тәҡдиме барып етә.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыһан сыҙамдарҙы ғына ҡабул итә Башҡортостан » Юбилейҙар

    Йыһан сыҙамдарҙы ғына ҡабул итәПланетаның тәүге йыһангирҙәре тураһында бөгөн барыһы ла белә. Гагарин, Титов, Терешковалар бихисап йәш кешенең кумирҙары булғандыр. Уларҙың Йыһан гиҙеүе тейешле техниканы һәм кешенең мөмкинлектәрен һынаусыларҙың эшмәкәрлегенән башҡа үтмәгән, әлбиттә.
    Бынан 50 йыл элек, 1960 йылдың февралендә, совет йыһангирҙәренең тәүге отрядтары төҙөлә башлай. Алты төп кандидат һайлап алынһа ла, Йыһанға уларҙың береһе генә осорға тейеш була. Был бөтөнләй билдәһеҙлеккә осоу тигәнде аңлата. Һынаусыларҙы, кешенең экстремаль көсөргәнештәрҙе, үҙенең ауырлығын һиҙмәү шарттарын нисек кисереүе менән бер рәттән, сикһеҙ йыһанда аҡылдан яҙып, карап менән идара итә алмау хәүефе лә борсой.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шаҡып йөрөй йөрәктәрҙе шағир ҡәләме Әҙәбиәт, Юбилейҙар

    Шаҡып йөрөй йөрәктәрҙе шағир ҡәләмеБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» поэмаһы буйынса шиғри театр тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы, рух уятты.
    Йәл, мин Салауат заманында тыумағанмын. Батырҙың нисек яуға әйҙәгәнен күрер инем. Мин дә башҡорт халҡының ирке өсөн көрәшкә күтәрелер ҙә, яуҙаш булыр инем Салауатҡа. Барыр инек алышҡа атта сабып, ҡылыс болғап, йәшәүемдән ғәм-мәғәнә табып. Сығыр ине Салауат майҙанға, әйтер ине һүҙен ҡурҡмай, аңлатып, ҡолаҡ һалған кеүек аҙанға тыңлар ине халыҡ таң ҡалып. Барып етмәһә һүҙе аңдарға, тотонор ине ерен данларға, шиғри һүҙе менән уятыр ине нәфрәт дошманға. Һәм һәр яугир азатлыҡ өсөн көрәш рухы менән яныр ине. Радио-ТВ, гәзит-журнал юҡ, тик батырҙың шиғри һүҙе, ораны йөрәктән-йөрәккә, телдән-телгә, ырыуҙан-ырыуға күсә. Мин тоям ул осорҙо, ҡамсат бүрекле башҡорттарҙың күҙҙәре нисек янып, күрәм нисек һөңгөләре күкте тишкәнде...

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих биттәренән Башҡортостан » Юбилейҙар

    1929 йылдың 12 декабрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты республика балалары өсөн башҡорт телендә гәзит сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ошоға ярашлы, 1930 йылдың 12 февралендә балалар баҫмаһының тәүге һаны донъя күрә. «Йәш төҙөүсе» тип атала ул. Мөхәррире итеп Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнә. Яңы ҡанат ҡаҡҡан гәзиттә Ғариф Ғүмәр, Мәлих Харис, Рәшит Ниғмәти, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш һәм башҡалар әүҙем автор була. Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова, башҡа күп әҙиптәребеҙ ҙә сынығыуҙы тап «Йәш төҙөүсе»лә ала. 1931 йылда уҡ ун меңдән ашыу дана тираж йыйыуға өлгәшкән баҫма республиканың мәғариф өлкәһендә оло ярҙамсыға, тәрбиәсегә әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит сығыуҙан туҡталырға мәжбүр була.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru