Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәншишмә»лә мәҡәләң сыҡҡан! Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Һөйөнсө, «Йәншишмә»лә мәҡәләң сыҡҡан!» Әсәй шулай тип мәктәптән ҡаршы алһа, түбәм күккә тейә торғайны. Хәҙер ҡайһы саҡта үҙем улым Алмасты шул һүҙҙәр менән көтөп алам.
    «Йәншишмә» – ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫы. Бала саҡта ҙур өмөт менән хат яҙып һалып, уның гәзиттә донъя күреүен тү­ҙемһеҙләнеп көтөү, баҫылғас иһә, ҡайһы ерен үҙгәрттеләр икән, тип йотлоғоп уҡыу – үҫмер мәлемдең иң сағыу хәтирәләренең береһе.
    Хәҙер 2-се синыфтағы улым ошо тойғоларҙы кисерә.
    Уның тырыша-тырыша мәҡәлә яҙғанын күреп: «Бәлки, «Йән­шишмә» уға ла һөнәр һайларға ярҙам итер», – тип уйлап ҡуям.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар күңеле Тереһыу кеүектер Башҡортостан » Юбилейҙар

    Балалар күңеле Тереһыу кеүектерБыйыл балаларҙың яҡын дуҫы, аҡыллы кәңәшсеһе, изге серҙәше «Йәншишмә» гәзитенә 80 йыл тулды. Керһеҙ сабый күҙе, зирәк бала күңеле аша ил тарихын, тынғыһыҙ донъя ағышын ҡарап-баһалап, борсолоп-ҡыуанып, уйнап-уйланып йәшәй баҫма. Йәше, абруйы, мәртәбәһе олатай-өләсәйҙәрҙеке кеүек ҙур, оло, хәстәре атай-әсәйҙәрҙеке кеүек изге, яғымлы, уйлағандары балаларҙыҡы кеүек саф та, шуҡ та, атҡарған эштәре сәпкә тейгән уҡтай булған Тереһыу кеүек гәзит бөгөн ниндәй уй-хыялдар менән яна икән? Юбилей мәшәҡәттәре (үҙе әйтеүенсә, татлы хәстәрҙәр) менән йүгереп йөрөгән «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы ЮНЫСОВ беҙҙең бер нисә һорауға яуап бирергә ваҡыт тапты.
    – Балалар гәзитен һәр саҡ яратып уҡынылар, уҡыйҙар. Бөгөн баҫма үҙ уҡыусыларын нисек һәм нимә менән ҡыҙыҡһындыра, иғтибарын йәлеп итә?
    – «Йәншишмә»нең һәр саҡ үҙ йөҙө булды. Унда һаҡланып килгән йола­ларҙан тайпылмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта ижадыбыҙҙы яңы заман уҡыусылары ҡарашына, мәнфәғәттәренә ярашлы алымдар менән байытырға тырышабыҙ.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәнфәғәтем барҙы тоямын Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ғүмеренең алтын көҙөнә аяҡ баҫҡан Вәсилә Садиҡова бөгөн дә йөрәгенән шулай илһам-дәрт урғылтып йәшәй. Һәм уның шулай әйтергә хаҡы бар. Сөнки тәпәй баҫып ҡына ҡалған ҡыҙ атаһы Зәйнулланың, Берлинғаса һуғыш юлы үтеп, ҡырҡ ерҙән яраланып, тыуған еренә гүр эйәһе булырлыҡ хәлдә ҡайтып төшөүен яҡшы хәтерләй. Шөкөр, әсәһе Әминәнең һөйөүе һәм хәстәре атаһын аяҡҡа баҫтыра, һәм улар тағы дүрт балаға ғүмер бүләк итә.
    Тормош юлында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙына бындай аяныслы ла, фәһемле лә күренештәрҙе бихисап күрергә тура килә. Сөнки ул тормош уртаһында, кешеләр араһында ҡайнап йәшәй. Бигерәк тә ике тиҫтә йыл буйы ауылда клуб мөдире булғанда. Һәйетҡол кешеләренең үткән быуаттың етмешенсе йылдарында «Ҡарға бутҡаһы», һикһәненсе йылдарҙа ауылдаштар осрашыуы, «ҡоро закон» осоронда ауылды айыҡлыҡ зонаһы тип иғлан итеүе һәм әле лә шул байрамдарҙы бөтөн республика алдында йөҙҙәре ҡыҙармаҫлыҡ итеп үткәреүе һәм башҡа бихисап шундай изге эштәре уртаһында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы йөрөй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаманда илһамланып эшләгем килә Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Һаманда илһамланып эшләгем киләМәскәү ҡалаһының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының башҡорт студияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлаған Салауат районының Ахун ауылы егете Хәмит Яруллин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яуларға өлгөрә. Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилметдин, Ә. Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә – Мәркәз, Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә – Фабрицио, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд, И. Абдуллиндың «Йөрәк менән шаярмайҙар» пьесаһында – Раззаков, Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һында – Әбүбәкер, Ғ. Шафиҡовтың «Операция»һында – Ғиндуллин, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ендә – Рушан, М. Кәримдең «Салауат»ында – палач, Ә. Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендә – Хәйернас, Х. Ибраһимовтың «Башмағым»ында – Ғәлимйән, Р. Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир!» спектаклендә – Сынтимер, И. Йомағоловтың «Нәркәс»ендә – Байымбәт... – артистың ролдәре ысын ижад өлгөләре. Халыҡ уның уйнағанын ярата, спектаклдәрен көтөп алып, ҡабат-ҡабат килеп ҡарай.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия. Юбилейҙар, Мәғәриф

    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия.– Подъе-е-ем! Подъем!
    – Торҙоғоҙмо? Зарядкаға һуңламайбыҙ, нишләп тормай ятаһығыҙ? Тиҙерәк, ҡыҙҙар, тиҙерәк! Һуңламайбыҙ!
    Һәр көн таңғы сәғәт етелә беҙҙе тәмле йоҡонан уятыусы ҡыңғырау тауышын ишетеү менән бер аҙ һуҙылыбыраҡ, мыжыбыраҡ ятһаҡ та, тәрбиәсенең тауышын ишетеү менән һикерешеп торабыҙ. Әлбиттә, күңелдә: «Тышҡа сыҡҡы килмә-ә-ә-й, әллә ҡорған артында ғына ҡасып ҡалырға инде...» – тигән уйҙар ҙа тыумай ҡалмай. Шулай ҙа тиҙ генә йыйынып, зарядкаға йүгереүең хәйерлерәк, беренсенән, дежурҙар һине барыбер табып аласаҡ, икенсенән, дәрестәрҙә йоҡомһорап ултырғансы, иртәнге саф һауаны һулап, йүгереп инеүең мең артыҡ – көнө буйы дәртле йөрөйәсәкһең!

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республикабыҙҙың хөрмәтле улы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Республикабыҙҙың хөрмәтле улыСалауат Мөхтәр улы – Учалы районының Рәсүл ауылы егете. Йәштәштәре әйтеүенсә, мәктәптә үҙенең яҡшы уҡыуы, тәртибе, спорт менән ныҡлы шөғөлләнеүе менән башҡаларҙан айырылып торған. Артабан ул Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатта уҡый. Был белем усағында ла егет тырыш, ҡыҙыҡһы­ныу­сан була, ваҡытын бушҡа үткәрмәй, төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөй. Мәҫәлән, Республика пионерҙар һарайының фото, шахмат түңәрәктәрен үҙ итә, киномеханик һөнәрен үҙләштереп, мәктәп уҡыусыларына кино күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас, Новосибир­скиҙағы элемтә институтына юл ала. Унда һөйгәнен табып, өйләнә. Институтты тамамлағас, Салауат ағай ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта.
    Бөгөн Салауат Мөхтәр улы ауылыбыҙҙа йәшәмәһә лә, уны беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә белә, хөрмәт итә. Уның менән һөйләшеү – үҙе бер мәртәбә, тиҙәр.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы Юбилейҙар, Мәғәриф

    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусыРәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты республикабыҙҙың күп кенә уҡыусыларының яҙмышында мөһим урын биләй. Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы, маҡсатҡа юлдар асыусы, республикабыҙҙың күп кенә үҫмерҙәренә ҙур тормош юлында үҙ һуҡмағын табырға ярҙам итеүсе белем усағы ул. Асылған көнөнән алып ошо маҡсатҡа тоғро хеҙмәт итә. Бөгөн уның уҡыусылары ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәй ҙә, ниндәй генә дәрәжәләргә эйә булмаған! Араларында исемдәре бөтә илгә, республикабыҙға билдәле күренекле шәхестәр бихисап.
    Бынан биш йыл элек гимназияның 60 йыллығына арналған оло тантана уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусы уҡыусыларҙы бергә йыйғайны, ошо көндәрҙә тағы ла шундай матур осрашыу күҙаллана. Ул иртәгә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтә.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ уңдыҡ һинән, Мортаза!» Башҡортостан, Юбилейҙар

    «Беҙ уңдыҡ һинән, Мортаза!»Башҡортостан тарихы йылъяҙмаһында данлы биттәр етерлек. Төбәк халҡы үҙенең шәхестәре, хеҙмәт ҡаҙаныштары, матур традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
    Республикабыҙ бөгөн йылдам үҫеш юлында, ҡеүәтле потенциалға эйә һәм бихисап социаль программаны тормош­ҡа ашыра. Йәнтөйәгебеҙ ил төбәктәренең иң алдынғы имен субъекты булыуы менән дә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
    Болғауырлы 90-сы йылдарҙан яңы ынтылыштарға маҡсат ҡуйып сыҡҡан, ныҡлы социаль сәйәсәт нигеҙендә төҙөлгән дәүләтебеҙ – беҙҙең төп ҡаҙаныш. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республиканың күп милләтле халҡы мәнфәғәте иҫәпкә алынған үҙ үҙгәреш моделе барлыҡҡа килде. Яңы үҫеш юлдарына беҙ ашыҡмай, дөрөҫ һуҡмаҡтан сыҡтыҡ һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ.
    Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡты ла нисәмә йылдар Рәсәй менән тигеҙ уртаҡлаш­ҡан Башҡортостаныбыҙ бөгөн дә илдең терәк төбәге булып ҡала. Республика донъяның байтаҡ илдәре менән хеҙмәттәшлек итә, был тәңгәлдә ныҡлы ышаныс яуланған, күп өмөттәр аҡланған.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru