Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ... Башҡортостан » Юбилейҙар

    АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ...Ҡайҙа нисектер, әммә тыуған ауылымда кешегә тағылған ҡушамат уның исемен алмаштыра ла ҡуя. Мин үҫкәндә лә беҙҙең урамда йәшәгән бер бабайҙы тик «капитан» тип йөрөткәнлектән, уның ысын исемен дә һуңыраҡ ҡына белдем. Балалары иһә барыһы ла – «капитан балалары». Насар ҡушамат түгел, шулай бит, киреһенсә, ниндәйҙер ҡаһарманлыҡ, дисциплина, маҡсатҡа ынтылышты кәүҙәләндергәндәй.
    Минең өсөн ғүмер буйы капитан булып хәтерҙә ҡалған Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1932 йылда Йәлил Кейекбаев менән бергә Башҡортостан педагогия техникумын тамамлай. Ул ваҡытта Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Ҡыйғы районынан айырылып сыҡҡас, райондың тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. 1941 йылдың 22 июнендә һабантуй ваҡытында, Молотовтың радио аша һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр иткән сығышын ишетеп, доброволец булып яуға китә. Һуғышты башынан аҙағына тиклем өлкән политрук, гвардия капитаны, рота командиры булып, Еңеү майында ауылына ҡайта һәм бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юбилейҙар Башҡортостан » Юбилейҙар

    1 – Башҡортостандың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Абрар ҒАБДРАХМАНОВҠА – 75 йәш (1935).
    – филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВАҒА – 60 йәш (1950).
    – шағирә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Факиһа ТУҒЫҘБАЕВАҒА – 60 йәш (1950).
    – ауыл хужалығы кандидаты, БР мәктәптәренең 10–11-се синыфтары өсөн «Умартасылыҡ» программаһы авторы Рафиҡ НОҒОМАНОВҠА – 50 йәш (1960)
    2 – талантлы йырсы Илфат СМАКОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1940 – 1993).

    авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған ере – алтын өҫтөндә, Башҡортостан » Юбилейҙар

    Тыуған ере – алтын өҫтөндә,Тормош шулай бит ул... Тап бөгөн атҡан таңға, бөгөн сыҡҡан ҡояшҡа ынтылып бер ҡарамай, иртәгә атасаҡ таңды, сығасаҡ ҡояшты көтөп ғүмер уҙа. Әйтелмәгән йылы һүҙ, ҡылынмаған изгелек, бөгөн сыҡҡан ҡояш кеүек, офоҡ араһына инеп юғала.
    Аҙмы-күпме йәшәлгән ғүмеремдә күпме изгелек ҡылғанымды хәтерләмәйем. Әммә миңә ҡарата ҡылған изгелектәрҙе онотасағым юҡ. Оноторға хаҡым юҡ.
    Ул саҡта Башҡорт дәүләт университетының IV курсында уҡый инем. «Махсус курс» буйынса беҙҙе профессор Эрнст Ишбирҙин уҡыта башланы. Быға тиклем беҙ уны «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» китабының авторҙашы булараҡ, «Историческое развитие лексики башкирского языка» һәм «Башҡортостан ҡоштары» китаптары буйынса күптән белә инек инде.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе иҫтәлегенә Хәтер, Юбилейҙар

    Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе иҫтәлегенәБашҡортостандың мәҙәни һәм мәғариф донъяһында сағыу-сағыу ваҡиғалар бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Күптән түгел генә халҡыбыҙ республикабыҙ­ҙың иң алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе – Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәйне, әле иһә халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре бара.
    Билдәле булыуынса, был сараға халыҡ-ара статус биреү тураһында 2006 йылдың декабрендә Мифтахет­дин Аҡмулланың 175 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа һүҙ ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда йыл һайын халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәрен уҙғарыу тураһында республика Президенты Указы донъя күрә.
    Форумда Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша. «Башҡорт халҡының иң бөйөк улдарының береһе – Мифтахетдин Аҡмулланың бай ижади һәм мәғрифәтселек мираҫы алдынғы ижтимағи-сәйәси ҡараштарҙы үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи ҡиммәттәренә инә», – тиелә Баш­ҡор­тостан Президенты Мортаза Рәхимовтың халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәрендә ҡатнашыусылар исеменә ҡотлау сәләмендә.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Юғарыла Зәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабында, һаҡлыҡ йөҙөнән, арҡаҙаштарының исем-шәрифтәрен яҙмауы хаҡында әйтеп кителде. Әммә уның кешеләр яҙмышы хаҡында ҡайғыртып ошондай саралар күреүенә ҡарамаҫтан, ВЧК, НКВД, МВД, МГБ кеүек бөтә нәмәне «үтәнән-үтә күреп» тороусы ойошмаларҙың «үткер ҡарашы»нан Мөхәмәтша Латипов бер генә минутҡа ла ситтә ҡалмаған. Был мәсхәрәле эҙәрлекләүҙәр бигерәк тә совет власының «күкрәп сәскә атҡан» Сталин заманында көслө булған.
    Бер башлағас, был турала тулыраҡ мәғлүмәт биреп китмәксемен. Аяуһыҙ аслыҡ хөкөм һөргән 1947 йылдың март айҙары ине, буғай. Башҡа аң-тоң инә башлаған, өсөнсө синыфта уҡып йөрөйөм бит инде. Бына шул ваҡытта атайҙы ай һайын район үҙәгенә алып китеп, ҡайҙалыр унан ниндәйҙер һорау алыуҙары тураһында белдем.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыу йортон данлаған – данға күмелгән Шиғырҙар, Юбилейҙар

    Уҡыу йортон данлаған – данға күмелгәнБашҡорт дәүләт университетында «Триумфаль арка» премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Мәртәбәле премияға фәндә, уҡыуҙа, мәҙәниәттә, сәнғәттә, спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар, аспиранттар, студенттар лайыҡ булды.
    Был матур традицияға 2005 йылда нигеҙ һалына. Лауреаттар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Былтыр, мәҫәлән, 130 кеше премияға лайыҡ булһа, әле бүләкләнеүселәрҙең һаны 200-гә етте. Быйылғы тантана айы­рыуса иҫтәлекле, сөнки ул белем усағының 100 йыллығына арнала.
    – Башҡорт дәүләт университеты – Башҡортостан биләмәһендә төҙөлгән тәүге юғары уҡыу йорто. Уҡытыусылар институтын асыу мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Был ваҡиғаны ҙур сәйәси ваҡиғалар менән бер рәткә, хатта юғарыраҡ та ҡуйырға мөмкин, сөнки һүҙ цивилизацияны үҫтереү, интеллигенция вәкилдәрен әҙерләү тураһында бара, – тине БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов лауреаттарҙы тәбрикләп.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҙатып ҡалды күк Урал Башҡортостан » Юбилейҙар

    Оҙатып ҡалды күк Урал
    112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле ШАЙМОРАТОВТЫҢ тыуыуына – 110 йыл

    “Данлы атлылар юлынан” Башҡортостан – Украина халыҡ-ара акцияһы маршруты буйлап
    Башҡорт дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 34 эре бәрелештә һәм 67 урындағы әһәмиәтле һуғышта ҡатнаша һәм береһендә лә сигенмәй, еңеү яулай.
    21 май, 1958 йыл. (Белдермәнән күсермә).

    авторы: Альбина | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ай күрҙе, ҡояш алды Шиғырҙар, Юбилейҙар

    Ай күрҙе, ҡояш алдыШиғриәткә йондоҙҙай атылып килеп ингән, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы тип баһаланған, ижад эше менән 5 – 6 йыл самаһы ғына шөғөлләнеп, яҙмыш тарафынан 23 йәшендә генә ижад итеүҙән туҡталып ҡалған райондашыбыҙ – Төрөмбәт ауылы егете Рәшит Назаровтың балалыҡ һәм йәшлек йылдары хаҡындағы белгән-күргәндәремде, хәтирәләремде гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен. Тыуып үҫкән Мораҙым ауылында ете йыллыҡ ҡына мәктәп булғанлыҡтан, 1956 – 57 уҡыу йылында миңә күрше Төрөмбәт ауылы мәктәбендә уҡыуымды артабан дауам итергә тура килде.
    Яҙлы-көҙлө йөрөп уҡыйбыҙ. Көндәр һалҡынайтып, ҡыш еткәс, фатирҙарға урынлашабыҙ. Миңә фатир эҙләп йөрөргә түгел: әсәйем менән бер туған Фатима апайым һәм Сәйетбаттал еҙнә бар. Уларҙа урынлашам.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru