Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күсәр
  • Шәхси хужалыҡ
  • Һынамыш
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Красноусол» шифаханаһы ойошторолоуға – 85 йыл

    Ысындан да, һүҙле, йырлы, моңло инде ул был яҡтар!.. Теге донъяның һис кем күрмәгән ожмахы менән һаташып йәшәмәгеҙ – ул ошонда, иркен яландар, сауҡалыҡтар, йүкәлектәр, тон­йораған күлдәр, шәмдәй шыршылар араһында. Ошонда тыуған бер лаҡап хәтергә килә. Имештер, Хоҙай кешеләргә ер-һыу өләшә башлағас, башҡорт, әллә баҙ­натһыҙланып, әллә оялсанлығынан, бәлки, бүтән сәбәптәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына һуңлаған. Тартыныуын еңеп, Мәүләгә өндәшһә, бар ер-һыу таратылып та бөткән икән. Ни хәл ҡылып ҡарарға? Ҡәүем хәтлем ҡәүемде бер ниһеҙ ҡалдырып булмай ҙа инде. Һәм Хоҙай башҡорттарға үҙенә тип ҡалдырылған ер-һыуҙы бирергә ҡарар иткән.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ай күрҙе, ҡояш алды Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ай күрҙе, ҡояш алды
    Иртәгә шағир Рәшит НАЗАРОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл

    Бала саҡтан ергә түгел, йәшем
    Йөрәгемә тамды.
    Һәм әрнетеп, ут шикелле, шунда
    Мәңге дөрләп ҡалды.

    (Р. НАЗАРОВ. «Илһамым»).

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ноябрь (Ҡырпағай) Башҡортостан » Юбилейҙар

    Юбилейҙар

    1 – шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит НАЗАРОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл (1944 – 2006).
    20 – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәлихйән ӘФЛӘТҮНОВҠА – 60 йәш (1949).
    21 – БАССР-ҙың халыҡ артисы Муллаян СӨЙӘРҒОЛОВҠА – 75 йәш (1934).
    23 – РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВҠА – 50 йәш (1959).
    27 – композитор Илдар ХИСАМЕТДИНОВҠА – 50 йәш (1959).
    29 – башҡорт яҙыусыһы, киң танылған төркиәтсе, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Абдулҡадир ИНАНДЫҢ тыуыуына – 120 йыл (1889 – 1976).

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҙатып ҡалды Күк Урал... Хәтер, Юбилейҙар

    Оҙатып ҡалды Күк Урал...112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генералмайор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышлап, республика Хәрби дан музейы башланғысы менән тыуған «Данлы атлылар юлынан» халыҡара акцияһы Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды һәм республика етәкселегенең хәстәрлеге, иғтибары ярҙамында тормошҡа ашты. Акция сиктәрендә башҡарылған эштәр Башҡортостан менән Украина араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, бәйләнештәрҙе артабан үҫтереүгә тос өлөш өҫтәне.
    Шәхестәрен, милләтен күтәргән халыҡ үҙе лә күтәрелә, тиҙәр. Тарихи үткәнен яҡшы белгән, арҙаҡлы шәхестәрен онотмайынса, хәтерендә һаҡлаған һәм ихтирам иткән милләттең генә бөгөнгөһө бар һәм киләсәге лә өмөтлө. Милләтен данлаусы ул һәм ҡыҙ­ҙар­ҙы онотоу үҙебеҙгә хыянат итеү кеүек булыр ине. Шөкөр, республикабыҙҙа был йәһәттән бик күп изге эш башҡарыла, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән билдәле данлыҡлы шәхестәребеҙҙең исеме урамдарға, парктарға, ял итеү урындарына ҡушыла, һәйкәлдәр ҡуйыла. Салауаттар, Вәли­диҙәр менән бер рәттән, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы хәтерҙең яңырыуы һәм уның шәхесен күтәреү – милләтебеҙ өсөн оло ҡаҙаныш.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөнөс-көйөнөстәрҙән туҡыла тормош Башҡортостан » Юбилейҙар

    Тәжрибәле хирург-травматолог Рәиф Әбүбәкиров, һәр кеше үҙ-үҙен һаҡларға тейеш, тип иҫәпләй

    Бер, ике... өс!
    Йәш хирург Рәиф Әбүбәкиров ең һыҙғанып «Кесарь киҫеме»нә әҙерләнә: ярай, саҡ ҡына булһа ла акушерлыҡ серҙәренә уҡығанбыҙ бит, янымда ярҙамға тәжрибәле шәфҡәт туташы – акушер ҙа бар, берәй нисек йырып сығырбыҙ әле, тип үҙен-үҙе дәртләндерә. Айырыуса һуҡыр эсәккә яңыраҡ беренсе операцияны уңышлы эшләүе йөрәген йылыта. Йәнәһе лә, арлы-бирле кеше түгелмен дәһә, дипломлы хирургмын!

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баймаҡ йәштәре – иң дәртлеһе! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баймаҡ йәштәре – иң дәртлеһе!
    ”Аҡйондоҙ менән Аҡъегет” – йәшлек, гүзәллек, саялыҡ бәйгеһе

    Быйыл, оло әҙибебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған әҙәби марафон үтә. Июнь айында әҙиптең тыуған ауылы Келәштә башланғайны.
    Уның беренсе этабында район китапханалары Мостай Кәримдең тормошо һәм ижадына арналған кисә проекты әҙерләп, республика эксперт комиссияһына тәҡдим итте. 77 эштең 12-һе һайлап алынды. Улар араһында Баймаҡ районының муниципаль үҙәк китапханаһы әҙерләгән “Аҡйондоҙ менән Аҡъегет” проекты баһалама ағзалары тарафынан еңеүселәр рәтенә индерелде һәм әҙәби марафонда ҡатнашыу хоҡуғын алды.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мостай әҫәрҙәре аша китапҡа һөйөү уянды Башҡортостан » Юбилейҙар

    йәки Китап кәштәһенә бер байҡау

    Мин китап араһында тиерлек үҫтем. Бәләкәйҙән үк өйҙәге ҙур китап шкафы янына баҫып, ҡалын-ҡалын әҙәби әҫәрҙәрҙе тиҙерәк уҡып сығырға хыяллан­ғаным хәтеремдә. Шулар араһында Мостай Кәримдекеләр ҙә бар ине, әлбиттә. Әҙәбиәт-сәнғәтте һөйөүсе атай-әсәйем китап ҡәҙерен белгән һәм белә лә. Бөйөк шәхестең һәр яңы әҫәре менән даими танышып бара торғайныҡ. Был башҡа яҙыусыларҙың ижад емештәренә лә ҡағылды.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАЛЫҠ ТА, КИТАП ТА МӘҢГЕЛЕК Башҡортостан » Юбилейҙар

    ХАЛЫҠ ТА, КИТАП ТА МӘҢГЕЛЕК
    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә – 90 йыл

    Элек нәшриәт ай буйына 20 мең һумлыҡ баҫма продукция һатһа, бөгөн – бер көндә

    1919 йылдың көҙөндә РКП(б)-ның I Бөтә башҡорт конференцияһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан дәүләт нәшриәте төҙөргә кәрәк, тигән резолюция ҡабул ителә. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Конференция һайлау үҙәгенә мосолман телендә әҙәби нәшриәт ойоштороу эшен йөкмәтә». Күп тә үтмәй, ҡалала әллә ни ҙур булмаған нәшриәт ойошторола.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru