Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • РУХ ҺҮНМӘҺӘ, ИЛ ҮЛМӘЙ Башҡортостан » Юбилейҙар

    РУХ ҺҮНМӘҺӘ, ИЛ ҮЛМӘЙ
    Ошо хәҡиҡәтте тағы бер иҫбат итте Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Мин тыуған ерҙең осраҡлы ҡунағы түгел” әҙәби марафоны эстафетаһын ҡабул иткәндә Бөрйән районы Байназар ауыл мәҙәниәт йорто китапханаһы. Хәйер, был сарала китапхана хеҙмәткәрҙәре генә түгел, тотош Байназар ауыл советы ауыл биләмәһе ҡатнашты тиһәң дә, хата булмаҫ.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нәшриәтебеҙ юбилейы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Матур китаптар ҡайҙа сыға? Нәфис әҙәбиәт баҫмалары, дәреслектәр ҡайҙа тыуа? Әлбиттә, республикабыҙҙың берҙән-бер дәүләт нәшриәте «Китап»та! Шуныһы һөйөнөслө: бөгөн беҙҙең «Китап» нәшриәтендә юбилей – уға 90 йәш тула. Йәш туйына арналған кисә 6 октябрҙә 17 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк. Унда танылған артистар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Әҙәбиәт һөйөүсе хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, нәшриәтебеҙҙең оло юбилейына рәхим итегеҙ! Шатлыҡта ла, көйөнөстә лә бергә булайыҡ!

    Ринат КАМАЛ.

    авторы: Альбина | 1 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә... Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә...
    Журналист һәм яҙыусы Ризван ХАЖИЕВҠА – 70 йәш

    «Барҙым – күрҙем» принцибы менән яҡшы материал яҙыу мөмкин түгел тип, ул һәр профессия нескәлеген үҙ елкәһендә татып ҡарай

    Республикала киң билдәле журналист һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡор­тостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡор-тостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы (1990 – 1995 йылдар) депутаты Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының йәмле Әй йылғаһының текә ярлы бөгөлөн төйәк иткән Һөләймән ауылында донъяға килә. Атаһы Закирхан «Искра» колхозын ойоштороша һәм ат ҡараусыһынан – колхоз, артабан Ләмәҙтамаҡ ауыл советы рәйесенә тиклем күтәрелгән оҫта етәксе, дүрт ауылды берләштергән советтың, бөгөнгәсә әйткәндә, ысын башлығына әйләнә.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишей ауылында йәшәүсе тыл ветеранына – 90 йәш! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ишей ауылында йәшәүсе тыл ветеранына – 90 йәш!
    Йәнбикә Хәсәнова тормош һынауҙарына бирешмәгән
    Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланмаған. Заман килтергән нужаларҙан кешеләр хәҙерге кеүек үҙ муйындарына үҙҙәре элмәк һалмаған, киреһенсә, киләсәккә ҙур өмөттәр һәм яҡшы маҡсаттар ҡуйып йәшәгән. Һуғыштың ҡасан да булһа бер бөтөрөнә, халыҡтың еңел тын алып, тыныс тормошта йәшәйәсәгенә ышанған. Яугирҙар менән бер рәттән, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкә тылда ҡалғандар ҙа ҡушылған. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн улар ал-ял белмәй таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем бил бөккән. Эштең иң ауыры ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшкән. Һуғыш балаларҙы иртә ҙурайырға, тормош михнәттәрен ваҡытынан алда татырға мәжбүр иткән.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән Башҡортостан » Юбилейҙар

    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән
    Әҙиптең юбилейы айҡанлы ойошторолған республика әҙәби марафоны Илеш ерендә дауам итте
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарарына ярашлы, республикабыҙ китапханалары араһында уҙғарылған «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы» тип аталған марафонда Илеш районының үҙәк китапханаһы тәҡдим иткән конкурс эштәре «Уңышлы сценарий» исеменә лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!»
    Легендар командирҙың тыуған яғында – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана уҙҙы
    Илебеҙҙең абруйын, данын күтәреүсе, уны яҡлау, ҡурсалау өсөн йәнен дә аямаған легендар шәхестәребеҙ бик күп. Улар – илебеҙҙең яҡты киләсәге, яҡшы тыныс тормошо һәм тотороҡло үҫеше өсөн көрәшеүсе кешеләр. Шундай легендар шәхестәрҙең береһе – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 110 йыл тулды. Ошо айҡанлы республикала, шәхесте хәтергә алып, төрлө мәҙәни саралар ойошторолдо. Ә күптән түгел арҙаҡлы яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана үтте.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы
    Йор һүҙле, көләс йөҙлө, таланты менән дә, кешелеклелеге менән дә үҙенә һәр саҡ ылыҡтырыусы күренекле шағир һәм прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Фәйзрахман улы Мифтахов ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй. Мин был талант эйәһенең төрлө жанрҙар өлкәһендә уҡыусы күңеленә хуш килерҙәй һәйбәт әҫәрҙәр тыуҙыра алыуына һоҡланам.
    «Өскөл хаттар», «Тормош ағасы», «Илаһи мәл», «Ҡояш шаһит» һ. б. шиғыр китаптарын, «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ», «Бөркөт бейеклектән ҡурҡмай», «Яңғыҙлыҡҡа дарыу юҡ» кеүек повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарын йәиһә йәнгә шифа биреүсе үҙенсәлекле йыр текстарын алайыҡмы, уларҙың һәр береһендә әҙиптең күңел йылыһы, ижад төрлөлөгө, лирик нескәлек, фекер тәрәнлеге үҙенә йәлеп итә.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МИЛИЦИЯ ҺӘР САҠ ҺАҠТА Башҡортостан » Юбилейҙар

    МИЛИЦИЯ ҺӘР САҠ ҺАҠТА
    Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға – 90 йыл
    Ошо уңайҙан шәмбелә баш ҡаланың В. Ленин исемендәге майҙанында парад үтте. Сарала меңдән ашыу милиция хеҙмәткәре, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, дини конфессиялар вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары, милиция кластары уҡыусылары, социаль приютта тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
    Сарала ҡатнашыусыларҙы Баш­ҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләне. Ул Башҡортостан милицияһының эш йүнәлештәрен юғары баһаланы.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru