Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Юлымда гел яҡшы кешеләр осрай...», – Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Юлымда гел яҡшы кешеләр осрай...», –
    ти ошо көндәрҙә 50 йәшен тултырған уҡытыусы, гармунсы, тарихсы, балалар шағиры Фәрит Хәсәнов
    Балаларҙың күңеленән урғылған ҡояшлы шатлыҡ, эскерһеҙлек һәм тормош балҡышы йылдар үтә бара юғала, һүнә, һүрелә. Тик ҡайһы бер кешеләрҙә генә ул (бына бәхетлеләр!) һаҡланып ҡала. Һис бер нәмәгә ҡарамай, башҡаларға ышанған, уларҙың кәмселеген, хаталарын аҡлаған, юҡ ҡына нәмәнән дә ҡыуаныс табып, булғанына шөкөр иткән шундай бәхетлеләр рәтенә Учалы районының Өргөн ауылында йәшәгән Фәрит Хәсәновты ла индерәм. Хоҙай уға һәләтте йәлләмәй, мул биргән, әйҙә, йәнәһе, хазинаңдан кинән! Һәм яңылышмаған.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    60 йыл бергә йәшәүҙең сере нимәлә? Башҡортостан » Юбилейҙар

    60 йыл бергә йәшәүҙең сере нимәлә?
    Быны Ишәй ауылында йәшәүсе Рәхмәтуллиндар яҡшы белә
    Ғаилә, әйтерһең дә, диңгеҙҙәге бер карап. Иҫкән елгә, уның ыңғайына ҡағылған тулҡындар әйләнәһендә борғоланып йөҙә лә йөҙә. Шундай киңлектә билдәләнгән йүнәлеш буйынса барып етә аламы ул? Быныһы инде ошо карапты бул-дырған ир һәм ҡатындың үҙҙәренән тора. Уйҙары, маҡсаттары, ынтылыштары һәм йәшәүгә дәрт-теләктәре бер бөтөн булғанда ғына улар ел-дауылға бирешмәй, билдәһеҙлек упҡынына батмай. Ай-һай, ауыр был карапта йөҙөүе, әммә беҙ был донъяға ярты ғына булып тыуғанбыҙ, шуға ла үҙебеҙҙең икенсе яртыбыҙҙы, хәләл ефетебеҙҙе табыу әҙәми зат донъяға яратылғандан алып фарыз.

    авторы: Альбина | 10 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сентябрь Башҡортостан » Юбилейҙар

    2 – Тарих фәндәре докторы, РФ Хәрби фәндәр академияһы һәм Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, РФ юғары мәктәптәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РФ юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Сәлих улы ӘЙҮПОВҠА – 70 йәш (1939).
    4 – Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың халыҡ артисы Хәй ФӘХРИЕВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1929 – 1991).

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БДУ-ға – 100 йыл Башҡортостан » Юбилейҙар

    Быйыл Башҡорт дәүләт университетына 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ юбилей – хатта Европа үлсәмдәре буйынса ла вуз өсөн ҙур дата. Шуға күрә РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың бойороғо менән юбилейҙың дөйөм дәүләт ваҡиғалары рәтенә индерелеүе ғәжәп түгел.
    Шишәмбелә Өфөлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә ойоштороу комитетының ултырышы булды. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү барышында беҙ йәмәғәтселеккә, айырыуса йәштәргә, юғары белем биреү системаһының ойошторолоу тарихын, йолаларын, ҡаҙаныштарын һәм үҫеш перспективаларын күрһәтеү мөмкинлегенә эйәбеҙ, тип билдәләне ултырышты асып, Раил Сарбаев.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бүләктәре ҡыҙыҡ булмаҡсы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Бөгөн – Кино көнө

    Кино көнө айҡанлы «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яңы эштәрен тәҡдим итә

    Өфөнөң «Родина» кинотеатрында бер нисә фильмдың исем туйы үтә. Атап әйткәндә, тамашасыларға һәләтле режиссер, Башҡортостан тарихына ихтирам һәм һөйөү менән янған Салауат Вахитовтың «Шүлгәнташ ҡурсаулығы» исемле документаль фильмы күрһәтелә.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Университетым менән ғорурланам Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡорт дәүләт университетына – 100 йыл
    Беҙҙең ғаилә Башҡортоста-ныбыҙҙың гүзәл төйәк, бәрәкәтле ер булыуына ғына түгел, билдәле уҡыу йорттарының күплегенә лә хайран ҡала. Айырыуса Башҡорт дәүләт университеты – дөйөм ғорурлығыбыҙ. Сөнки ишле ғаиләбеҙ ағзаларының күбеһе ошонда белем һәм һөнәр алды.
    Беҙ – Белорет районының Бирҙеғол ауылынан сыҡҡан кешеләрбеҙ. Яҙмыш ҡушыуы буйынса илебеҙҙең төрлө тарафына таралғанбыҙ. Атайыбыҙ Ғүмәр Йомадил улы Йомадилов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, алдынғы урман ҡырҡыусы булып танылды. Әсәйебеҙ Мәймүнә Сәйетгәрәй ҡыҙы ла һуғыш михнәтен татыған кеше булды. Үҙҙәренә 3 – 6 синыф ҡына белем эләкһә лә, беҙҙе, ете баланы, уҡытыр өсөн күп көс һалдылар. Бишебеҙ БДУ-ны тамамланыҡ, хәҙер күбебеҙ хаҡлы ялда. Ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр беҙҙең юлдан бара.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл
    Милли ғорурлыҡ тураһында

    Мәскәүҙә мин Мәликә исемле тажик ҡыҙы менән бер бүлмәлә торҙом. Шәреҡ, тәбиғи, борон-борондан нәфис һүҙ, шиғриәт менән донъяны әсир иткән. Был традиция үҙ асылын юғалтмаған, әҙәби һүҙгә мөнәсәбәт хәҙергә тиклем әллә ни үҙгәреш кисермәгән. Урта Азиянан килеп белем алыусы студенттарҙың күпселеге һүҙ сәнғәтенә мөкиббән киткәйне. Арбаттағы китап магазинында Әхиәр Хәкимовтың рус телендә сыҡҡан повестар йыйынтығын һатып алғайным. Повестарҙың йөкмәткеһе, геройҙарҙың хәрәкәте, сюжеттарҙың психологизмы күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уятты. Унда бер героиняның исеме Мәликә булып сыҡты.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итте аҡ күңелле Аҡназар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итте аҡ күңелле Аҡназар
    Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы, 24 йыл буйы БАССР Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләгән Зекериә Шәрәфетдин улы АҡназаровТЫҢ тыуыуына – 85 йыл

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru