Йүнһеҙ килеп, йүнлегә эш өйрәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Ниңә шулай?
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
    Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл
    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов менән оҙаҡ йылдар аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Мәскәүҙә лә, Дәүләкәнгә ҡайтҡан сағында ла мөмкинлек тыуған һайын әҙиптең янына ба-рырға тырышылды. Сөнки уның менән һөйләшеп ултырыу йәш ижадсы өсөн үҙе үк бер тарихи ваҡиға ине. Моғайын, ҡәләм оҫтаһы һәм философ булараҡ, Әхиәр ағай өсөн дә үҙенән һуңғы быуын вәкилдәре менән аралашыу эҙһеҙ үтмәгәндер. Ул заман һулышын тойоп, тормош эсендә ҡайнап йәшәгән ир-уҙаман ине. Был ялҡын тыштан ялтлап күренмәне, бөйөк ижад әһеленең эске дөрләүен, йәғни рух ялҡынының оло эшмәкәрлеге аша күрәбеҙ. Донъя кимәлендә башҡорт әҙәбиәтенең урынын, бейеклеген һәм дәрәжәһен билдәләүсе китаптары аша.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолой кантон нәҫеленең байрамы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ҡолой кантон нәҫеленең байрамы
    Мөхәмәтҡолой Көсөков 1763 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-табын улусының Иҫәнгилде ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) тыуған. 5-се башҡорт кантоны башлығы булғас, Мөхәмәтҡолой утарына нигеҙ һалған, һуңынан ул ауылға — хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылына әйләнә. 1812 йылда 200 башҡорт яугирын йыйып, Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Мөхәмәтҡолой Көсөковтың өс ҡатыны, туғыҙ улы һәм биш ҡыҙы булған. Аҙаҡтан өс улы – Сәғит, Ихсан һәм Абдулла кантон башлыҡтары булып хеҙмәт итә. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡолой кантон» Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа бағышланған, уның бер вариантында кантон башлығы уҫал түрә булып күҙ алдына баҫа, икенсеһендә төбәкте социаль яҡтан үҫтереү, халыҡҡа аң-белем биреү тураһында хәстәрләүенә дан йырлана.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне
    Рәсәй фестиваленә әйләнгән сара Өфө операцияһының 90 йыллығына бағышланды
    ТЕҮӘЛ 90 йыл элек баш ҡалабыҙ урамдарында ҡаты һуғыштар барғанын күҙ алдына килтереү еңелме? 1919 йылдың 9 июнендә Фрунзе командалығындағы Төркостан армияһы ғәскәрҙәре Өфө ҡалаһын колчаксыларҙан азат итеүе тураһында тарих китаптарынан белһәк тә, көн һайын тапап йөрөгән урамдарыбыҙҙан ҡан ағып ятыуын, пушкалар һәм пулеметтар тауышы яңғырауын, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың пуляларҙан ҡайҙа ҡотолорға белмәй ҡысҡырышыуҙарын күҙ алдына килтерһәң, йән өшөп китә.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федерализм нигеҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    3 августа «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» договорға ҡул ҡуйыуға 15 йыл тулды
    Ошо һәм башҡа ике яҡлы договорҙар республикабыҙҙың ысын дәүләтселеге аяҡҡа баҫыуында ҙур әһәмиәткә эйә булды, Үҙәк менән Рәсәй төбәктәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙә баланс булдырыуға булышлыҡ итте һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң байтаҡ йылдар дауамында һаҡланып ҡалған ижтимағи көсөргәнешлелекте юҡҡа сығарҙы.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАУА-ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕНӘ – 79! Башҡортостан » Юбилейҙар

    ҺАУА-ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕНӘ – 79!
    Ғүмерҙәре Һауа-десант ғәскәрҙәре менән бәйле булған барыһы ла, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан алып әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандарға тиклем, был көндө – 2 августа тельняшкалар һәм зәңгәр береттар кейә. Һауа-десант ғәскәрҙәренең ойошторолоуына 79 йыл тулыу айҡанлы республикала күркәм байрам саралары үтте.
    Байрамға әҙерлек сиктәрендә тәүге сара 21 июлдә үк башланды. БР Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ярҙамы менән Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ассоциацияһы тарафынан был көндө автоуҙыш ойошторолдо.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атайым Башҡортостан » Юбилейҙар

    Атайым
    Прозаик, шағир, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат РАФИҡОВТЫң тыуыуына – 75 йыл
    Уҡыусыға «Ҡараһаҡал», «Ахырызаман көткәндә», «Сал ҡылған» романдары, «Эйәрләнгән ат» тарихи фаразы, «Йыһан азаматтары», «Лоулла», «Һуҡайлының һуңғы байрамы» кеүек фәнни-фантастик повестары, ялҡынлы шиғырҙары аша яҡшы таныш булған яҙыусы Булат Рафиҡовтың ижади мираҫы бик бай. Уның әҫәрҙәре айырым китаптар булып донъя күргән, мәктәп дәреслектәренә лә индерелгән. Яҙыусының тыуған яғы Мәләүез районының Корнеевка урта мәктәбе уның исемен йөрөтә.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ашағандар бөтә, кейгән туҙа, Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ашағандар бөтә, кейгән туҙа,
    Баймаҡ районының Темәс ауылында йыл һайын Әҙеһәм Исҡужин урамы йәштәре байрамға йыйыла
    Баймаҡ районының данлы Темәс ауылында, Шырҙы йылғаһының түбәнге яғында, Рапат тауы итәгендә бәләкәй генә бер урам бар. Ул һуғыш аҙағы йылдарында 1 май урамы тип йөрөтөлгән, аҙағыраҡ ниндәйҙер «аҡыллы баш»тың теләге ме-нән уға Фурманов исеме бирелгән (Фурманов Темәс тигән ауылды белдеме икән әле?!). Бынан заманында Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич ағалар үтеп йөрөгән.

    авторы: Нур | 30 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАУ БУЛ, «БАШҠОРТОСТАН ТАҢДАРЫ»! Башҡортостан » Юбилейҙар

    ҺАУ БУЛ, «БАШҠОРТОСТАН ТАҢДАРЫ»!
    Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тантаналар залында
    Башҡортостан милицияһының барлыҡҡа килеүенең 90 йыллығына арнап ойошторолған «Башҡортостан таңдары – 2009» төбәк-ара күсмә экспедицияны ябыу тантанаһы үтте

    авторы: Нур | 28 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru