Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Ҡарбуз күп!
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үкенмәҫлек итеп йәшәйҙәр Башҡортостан » Юбилейҙар

    Үкенмәҫлек итеп йәшәйҙәр
    Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында ғүмер кисереүсе Миңлегөл апай менән
    Шәрифйән ағай Байбулатовтар 60 йыл инде тормош йөгөн тигеҙ тарта
    Ғүмер кешегә бер тапҡыр бирелә һәм уҙған йылдарың өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы. Бына ошо хәҡиҡәтте аңлап, күңелдәренә һеңдереп йәшәгән Байбулатовтар ғаиләһе хаҡында һүҙем. Күгәрсен районында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙа билдәле иң татыу, иң егәрле, оҙон ғүмерле, ишле ғаиләләрҙең береһе булараҡ танылған ул.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт рухлы өләсәйем Башҡортостан » Юбилейҙар

    85 йәшлек өләсәйем, Зөлхиә Атаулла ҡыҙы Булатова, 1924 йылдың 1 июнендә Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылында Маһира һәм Атаулла Сабитовтарҙың өсөнсө балаһы булып донъяға ауаз һала. Күп балалы ғаиләлә ул эшкә лә етеҙ, егәрле һәм тәртипле булып үҫә.

    авторы: Нур | 16 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Араларҙа ятһа ла мең саҡрымдар, Башҡортостан » Юбилейҙар

    Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ – изге төшөнсә. Илебеҙҙә йәшәүсе әллә нисә милләттең йәшәйешен тотоп тороусы, улар төйәк иткән ерҙәрҙәге тормоштоң үҫешен тәьмин итеүсе төп факторҙарҙың береһе ул. Элек-электән башҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы, аш-һыуға оҫталығы менән айырылып торған. Ҡунаҡтарҙы тәүҙә табын артына ултыртып, хәл-әхүәлен һорашмайынса сығармаған. Үҙ тирмәһенән йә йорто түренән урын бирер булған.
    Араларҙа ятһа ла мең саҡрымдар,

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйләшһәк тә төрлө телдәрҙә, Башҡортостан » Юбилейҙар

    Шуно йылме дене мутланен
    Илиш мландыште илена куанен.
    Красный ОктЯбрь ауылына килеп ингәс үк, бындағы күренешкә хайран ҡалырлыҡ – урамдар таҙа, бар ерҙә лә тәртип. Өҫтәүенә, ауыл күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Йәйгә сыҡһаң, тирә-яҡта иген баҫыуҙары тулҡынланып ултыра, яҡында ғына урман. Ауыл аҡһаҡалдары һөйләүенсә, Красный Октябрь 1927 йылдың октябрендә ойоша. Бына ошонан килеп сыға ла инде мариҙар нигеҙ һалған ауылдың исеме.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эштәренең емештәре тос Башҡортостан » Юбилейҙар

    Илеш районында туған телдәрҙе өйрәтеү «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Закондың үтәлеше муниципаль район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең даими иғтибары үҙәгендә.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b] Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡорт халҡының милли геройы Салауат ЮлаевтыҢ тыуыуына – 255 йыл
    Исеме Башҡортостан сиген үтеп, ул Рәсәй геройына әйләнде[i]
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b]
    * [center]* *
    1775 йылдың ноябрендә ихтилалдың бөтә төп ҡатнашыусылары генераль тикшереү үткәреү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. Уларҙы Ҡытай-городтың Иверск ҡапҡалары эргәһендә урынлашҡан Монета дворында тоталар (хәҙер был бина Ҡыҙыл майҙандың Воскресенск ҡапҡалары янында урынлашҡан).
    [b]Батыр үлә, даны ҡала[/b]

    авторы: Нур | 28 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]«Вечерняя Уфа» дуҫтарын йыя[/b] Башҡортостан » Юбилейҙар

    22 майҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында «Вечерняя Уфа» гәзитенең 40 йыллыҡ юбилейына арналған кисә үтәсәк. Традиция буйынса, редакция коллективы был тантанаға гәзит уҡыусыларын, штаттан тыш хәбәрселәрен, журналистика ветерандарын, үҙ яҙмалары геройҙарын саҡырасаҡ.

    авторы: Нур | 21 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    [b]«Аманат»ҡа – 80 йәш![/b] Башҡортостан » Юбилейҙар

    Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Аманат» республика журналының 80 йыллыҡ юбилей кисәһендә уның тоғро дуҫтары – журнал уҡыусылар, уның биттәрендә сығыш яһаусы геройҙары, башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары, лицейҙары уҡыусылары, ҡыҫҡаһы, балалар һәм үҫмерҙәр тормошо менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың бөтәһе лә ҡатнашты.
    [b]«Аманат»ҡа – 80 йәш![/b]

    авторы: Нур | 21 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru