Белмәгән белер, белгәндән көлөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Йондознамэ
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Иң шәп әҫәр әле яҙылмаған» Әҙәбиәт
    14 июлдә Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйындағы ял йортонда йәш драматургтарҙың семинар-лабораторийы асыла. Унда Рәлиф Кинйәбаев, Сөләймән Латипов, Владимир Жеребцов кеүек исемдәре билдәле драматургтарҙан тыш, әҫәрҙәре сәхнәлә ҡуйылған авторҙар Сәрүәр Сурина, Зөһрә Фәйзуллина ҡатнаша. Уларҙан тыш, Тойғон, Сабир Шәрипов, Салауат Әбүзәров, Әлмирә Кәримова, Светлана Чураева, Нәфисә Тулыбаева, Радик Өмөтҡужин, Әминә Яхина, Борис Мәхмүтов бара.
    Бөгөн республика сәхнәләрендә ҡуйырлыҡ драма әҫәрҙәре бармы? Режиссерҙар авторҙар менән нисек эшләй? Замана драматургияһы нимә хаҡында һөйләргә тейеш? Ғөмүмән, драматургияға ҡағылышлы теге йәки был һорауҙар менән Рәлиф Кинйәбаевҡа мөрәжәғәт иттек.
    – Рәлиф Мөстәҡим улы, ниндәй кәйефтәр менән ҡаршылайһығыҙ был семинарҙы?
    – Республикабыҙҙа бик күп мәҙәни саралар үткәреү, объекттар асыу менән бергә даими рәүештә ойошторолоп килгән драматургтар семинар-лабораторийы үҙе бер ҡаҙанышҡа әйләнде. Әлбиттә, уның файҙаһы хаҡында һөйләшеү бер мәсьәлә булһа, ошонда ҡанат нығытҡан авторҙарыбыҙ ҙа бар бит әле. Быйыл икенсе тапҡыр ҡатнашам.
    – Шәхсән һеҙ нисек уйлайһығыҙ: был семинар ни өсөн кәрәк?
    – Эйе, был семинарға ҡараш төрлөсә. Ә ул кәрәк, бик кәрәк! Әлбиттә, семинарға йыйып, Талҡаҫ буйында ҡыҙынып ҡына, пьеса яҙып булмағанын һәр кем төшөндө. Шул уҡ ваҡытта был семинар ижад кешеләренә арыу ғына һабаҡтар биреүен дә беләбеҙ. Сөнки һәр ижадсы үҫеш осоронда ниндәйҙер мәктәп үтергә тейеш. Аралашыу, әҙәби мөхит, ҡәләмдәштәр менән танышыу, фекерҙәр төйнәү, яңы ижади донъяға сумыу – бик кәрәк! Наил ағай мине семинарҙан сыҡты, тип әйтһә лә, уға тиклем өс пьесам ҡуйылғайны инде. Әммә был семинар миңә бик күп нәмә бирҙе, бирә. Ундағы ижади мөхитте бер нимә менән дә алыштырып булмай. Саҡырһалар, бик теләп, ҡыуанып барам.
    Театр етәкселәре драматургтарҙан пьеса һорай, бәлки, семинарҙа режиссерҙарға драматургтар менән ултырып, әҫәр өҫтөндә эшләү кәрәктер. Әҫәре ҡуйылмай тороп, драматург драматург булып китә алмай.
    – Нишләптер һеҙ әҫәрҙәрегеҙҙе тик «Нур» татар дәүләт драма театрына ғына бирәһегеҙ?..
    – Был һорауҙы күптәрҙән ишеткәнем бар. Эйе, «Гүргә инер сер ине – 2», «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың» пьесалары тап ошо театрҙа сәхнәләштерелде. Эштәренә бик яуаплы ҡараған, авторҙы аңлап ҡабул иткән театр. Тик шуны онотмайыҡ, «Нур» иң тәүҙә – Башҡортостандағы татар театры, шуға күрә бында бер ниндәй ҙә сер күрмәйем. Унан тыш, быйыл Салауат дәүләт драма театрында – «Ендәрем – өйҙәштәрем», А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың» спектаклдәре сәхнәләштерелде. Һуңғыһын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына тәҡдим итеп ҡараным. Уларға рәхмәт, ҡарап сыҡтылар, әммә «һынау»ҙарын үтә алманым. Уҡынылар, маҡтанылар, бик кәрәк, тинеләр, ҡыҙыҡлы фекерҙәр ҙә әйттеләр, ҡуйырбыҙ, тип өмөт тә уятҡайнылар. Ләкин башҡа яуап булманы. Салауат театры ул арала пьесамды сәхнәләштереп, гастролгә сығып китте, Сибайҙар, «Нур»ҙар репетициялар башланы. Шул ваҡыт Башҡортостандың театрҙар эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаһманов шылтырата, «Нур» театрында әҫәреңде әҙерләйҙәр икән, шуны академға бирһәң булмай инеме ни, ти. Әхтәм ағай, пьеса уларҙа күптән ята, тигәндән башҡаны әйтә алманым.
    – Академда ни өсөн ҡуймайҙар, тигән фекергә килдегеҙ?
    – Сөнки уларҙа милли драматургтарҙың әҫәрҙәренә талаптар ҙур. Ижадым академдың талаптарына яуап бирмәй, тип уйланым. Мин классик түгел, ижадым «Кармен» Мористар, Кен Кизиҙар кимәлендә тормай. Булғанына шөкөр итәйек, насип булһа, ҡуйылыр әле.
    – Талапҡа яуап бирерлек әҫәр, тигәнде нисек аңларға? «Айғырыңды үтескә бир!», «Аты барҙың – дәрте бар», « Их, Байтимер дуҫ» насар әҫәрҙәрме ни?
    – Быйыл М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡаҙанда гастролдә булып ҡайтты. Театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшаһманов бына унда нимә тип әңгәмә бирә: «Бөгөн ҡайһы бер гәзиттә эшләүселәр пьеса яҙып маташа. Ә пьесалары театрҙа ҡуйырлыҡ түгел». Икенсе интервьюһында ул алыҫыраҡ китә һәм: « Беҙҙең ҡайһы бер драматургтар гәзит-журналдарҙа эшләй. Улар пьесаны ла гәзит кеүек яҙалар, сюжеттарында спектаклгә генә хас моң юҡ», – тип тәрәнерәк һүҙ әйтә. Иң аяныслыһы шунда – Айрат Әбүшаһманов дөрөҫ әйткән. Беҙҙең күбебеҙ матбуғатта эшләй. Шәхсән үҙем ошо гәзиттә 23 йыл. Айрат бик дөрөҫ тотҡан: мин гәзитсә фекерләйем, башҡа эште белмәйем, башҡа урында эшләй ҙә алмайым. Яҙам, һыҙам, мөхәррирлек итәм, эш араһында пьесаға тотонам. Әҫәрҙәрендә моң юҡ, тигәне лә яңылыҡ түгел – Әхтәм Әбүшаһмановтың яратҡан әйтеме ул. Шулай ҙа тунымды утҡа яғырға йыйынмайым. Эш араһында ҡулдан килгән тиклем ижад итәсәкмен. Айратҡа һис үпкәм юҡ.
    – Рәлиф Мөстәҡим улы, театрҙы тәнҡитләү нимәнән башланырға тейеш?
    – Эйе, һуңғы арала театрҙы тәнҡитләү менән мауығып киттек. Әйтәйек, шул уҡ академтеатр – ул дәүләтебеҙҙең, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын тәнҡитләп һүҙ әйтергә телем әйләнмәй. Театрҙы, ижади коллективты тәнҡитләүгә ҡаршымын. Ә бына, бәлки, театр етәкселәренә йүнәлеш биреү артыҡ булмаҫ. Сөнки театр беҙгә тиклем булған, киләсәктә лә йәшәйәсәк. Директорҙар, режиссерҙар килә лә китә, уларҙың иҫәбенә сығырлыҡ түгел, ә бына театр ҡала. Киреһенсә, театрҙы һаҡларға, өф итеп кенә тоторға, хатта иркәләргә кәрәк, тип уйлайым. Театр иң тәүҙә етәкселәрҙән түгел, артистарҙан тора. Театрҙы тәнҡитләп, беҙ ҡайһы саҡ ҡаҙаныштарҙы юҡҡа сығарыу хәленә еткерәбеҙ, артистарҙың күңелен төшөрөү хаҡында онотабыҙ. Халыҡтың да мөнәсәбәте үҙгәреүе бик ихтимал. Театр нисек булған, шулай бар, эшләй. Ижади коллектив киләсәктә лә гөрләтеп сәхнәгә сығасаҡ. Етәкселәр менән бергә ижадты бер ҡаҙанға һалып бутауға ҡырҡа ҡаршымын. Ғөмүмән, театрҙың тәнҡиттән азат булыуы һис тә артыҡ түгел.
    – Тәнҡиттән азат театр үҫештән туҡтамаймы?
    – Тәнҡит булһа ла, юҡҡа сығарыусы түгел, үҫеште күҙ уңынан ысҡындырмаған тәнҡит булырға тейеш. Бөгөн театрҙа ифрат көслө, һоҡландырғыс шәхестәр эшләй. Исемдәрен һанап тормайыҡ, беҙҙең бәхеткә улар күп. Ошо олуғ шәхестәрҙе тәнҡитләп нисек һүҙ әйтәһең? Улар бит халыҡҡа хеҙмәт итә, уларҙы халыҡ ярата.
    – Бөгөн сәхнәлә ниндәй әҫәрҙәр ҡуйылырға тейеш?
    – Яңы башҡорттарҙы күрге килә. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә инеүенә 450 йыл, тип яҙҙыҡ, һөйләнек, ә берәй сәхнә әҫәре булдымы?! Флорид Бүләковтың «Бибинур, аһ, Бибинур...» кимәлендәге әҫәрҙәр кәрәк. 1994 йылда уны Рифҡәт Исрафилов сәхнә-ләштергәйне. Шаулап барҙы ул ил сәхнәһендә. Шул мәлдәрҙә бер пьесалары ла ҡуйылмаған графомандар театрға ҡаршы һуғыш асты, төрлөсә тәнҡитләне. Ошо һөжүмдең ҡабатланыуы мине икеләндерә. Һәләтһеҙ яҙыусынан да ҡурҡынысыраҡ көс юҡ. Әйтһәм әйтәйем, театр үҙ һүҙендә тора белергә тейеш. Конкурс үткәрҙеләр, Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы еңде. Еңеүсе әҫәр ҡуйыласаҡ, тигән вәғәҙәләре булды. Әммә ул ҡуйылманы. Ҡулыңдан килмәгәс, ниңә вәғәҙә итергә! 450 йыллыҡ юбилей уңайынан Нәжип Асанбаевтың Зәки Вәлиди хаҡындағы әҫәре сыҡһа, шәп булыр ине. Ҡуябыҙ, тигән вәғәҙә лә ишетелде. Тамашасыға ҙур бүләк булыр ине. Күренмәне... Ә беҙ бөтә Рәсәй байрам иткән тантананы ниндәй әҫәр менән ҡаршыланыҡ?
    – Милли театр хаҡында һөйләшеүҙә уны өйрәнеп, эшлекле тәҡдимдәр индереү кәрәкмәйме икән?
    – Яңыраҡ башҡорт ҡоролтайында театр хаҡында һүҙ алып барылды, шикелле. Тағы ла ҡарарға йыйыналар. Әгәр ул һөйләшеү театрҙарға яңы һулыш өрөү, драматургтар менән бергә ентекле эшләү, репертуарҙы байытыу хаҡында барһа, ҡатнашырға теләк бар. Әммә, ни өсөн шул әҫәр ҡуйыла, быныһы ҡуйылмай, шул драматург былай, теге режиссер тегеләй, тигән кеүек маҡсатһыҙ һөйләшеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ.
    – Режиссер Рифҡәт Исрафилов заманында театрҙар гөрләп торһа ла, ул сәхнә телен боҙоуға ла өлөш индереүенә нисек ҡарайһығыҙ?
    – Сәхнә теле – ул мөһим мәсьәлә. Уны булдырыуы, төҙәтеүе, минеңсә, ауыр түгел. Ә бына образлылыҡ, ым-хәрәкәт аша фекер әйтеү, эске кисерештәр, эске динамика, үҙгәрештәр, актерҙар менән ижади эшләү – тап Исрафилов мәктәбенең нигеҙе. Бөгөн уның кеүек режиссерҙар етешмәй. Ул бит драматургтар менән дә эшләй белгән режиссер. Мәҫәлән, «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың» пьесаһын махсус рәүештә академтеатр өсөн яҙҙым. Ишмырҙа ҡарт образы тик Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов өсөн ине. Әммә әҫәрҙең яҙмышы башҡасараҡ хәл ителде.
    – Театрҙың репертуарында фестиваль әҫәрҙәре лә була. Шуға ҡарашығыҙ нисек?
    – Фестиваль әҫәрҙәре театрҙың кимәлен күрһәтә. Театр – асыҡ һәм үтә күренеп торған донъя. Фестиваль әҫәре артистарҙың оҫталығын асыу өсөн дә бик мөһим. Флорид Бүләковтың «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» әҫәрен Рәсәй кимәлендәге теләһә ҡайһы фестивалгә икеләнмәй алып барырға була. Ундағы хис-тойғоларҙың дөрләп яныуы, хәрәкәттәрҙең ымһындырғыс көсө – әҫәрҙең йөрәге. Әлбиттә, уны ҡабул итмәүселәр ҙә барҙыр. Әммә сәхнә әҫәре, театр – ул алтын тәңкә түгел, һәр кемгә оҡшай ҙа алмай. Рәсәйҙә күпселек осраҡта комедияларға өҫтөнлөк бирәләр. Әммә театр репертуарында драма ла, трагедия ла, мелодрама ла булырға тейеш.
    – Һеҙҙең ижадҡа әйләнеп ҡайтып шуны һорағы килә: «Гүргә инер сер ине» спектакленең дауамы булды. «Гүргә инер сер – 2» пьесаһының дауамы булыуы мөмкинме?
    – Уның дауамы килеп сығыуында, дөрөҫөн әйткәндә, бер ғәйебем дә юҡ. Эйе, ысынлап та, әҫәрҙең өсөнсө өлөшө лә әҙер. Театраль сериал тоҫмалланмаҡсы. Дүртенсеһе лә булмағайы, тип торам әле. Иң ҡыҙығы шунда – бөтәһе лә тормоштан алынған, йөрәк аша үткән.
    – Тормоштан алынған, тинегеҙ: тимәк, драматургия өсөн тормошсанлыҡ иң беренсе урында тора?
    – Әлбиттә, тормош материалы булырға тейеш, уйлап сығарырға ярамай. Әгәр алдаштыра, фекерҙәрҙә ялғанлай, хистәрҙә ике йөҙлөләнә башлаһаң, кеше ышанмаясаҡ. Тормошсан булыуҙары менән үҙемә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә исемдәре билдәле драматургтар Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков ижады яҡын. Күңелдә улар һымаҡ яҙыу теләге ҙур.
    – Тамашасы айырмаһын тойғанығыҙ булдымы?
    – Минең өсөн ҡала һәм ауыл тамашасыһы бар. Былтыр тыуған ауылыма мәктәпкә саҡырҙылар. Шунан алда ғына ҡала мәктәптәренең береһендә осрашыуҙа ҡатнашырға тура килгәйне. Ҡала балаларын күпме эш хаҡы алыуым, ҡайһы сит илдәрҙә ял итеүем, ниндәй машинала йөрөүем, ниндәй музыкаль төркөмгә өҫтөнлөк биреүем, телефоным маркаһы, компьютерымдың барлығы-юҡлығы ҡыҙыҡһындыра. Эш хаҡымдың күләмен, сит илгә бер ҙә сыҡмауымды әйткәс, «Волга»ла йөрөүемде һәм тағы башҡа мәғлүмәттәрҙе белгәс, улар минең менән ҡыҙыҡһыныуҙары бөтөүен белдерҙе.
    Ә ауыл балалары бөтөнләй икенсе төрлө. Улар, нимә яҙаһығыҙ, һеҙҙең ижадығыҙға кем йоғонто яһаны, әсәйегеҙ кем кеүек һорауҙар биреп, күңелемде тулҡынландырҙы.
    – Пьесаны нисек яҙаһығыҙ?
    – Ауыр яҙыла. Ғазапланып, йонсоп, үҙемде әрләп, интегеп яҙам. Наил Ғәйетбаевтың «Пьеса нисек яҙыла?» китабында: «Пьеса яҙыуы ауыр, яҙып та маташмағыҙ», тигән мәғәнә бар. Дөрөҫ әйткән, ифрат ауыр эш. Әле ҡулымда яҙылған, яҙылып бөтмәгән унлап пьеса бар. Тәҡдим итмәйем, сөнки өлгөрөп етмәгәнлеген беләм.
    – Өлгөрөп еткәнлеген ҡайҙан тояһығыҙ?
    – Күңелдә ниндәйҙер фекер, идея яралһа, геройҙар үҙенән-үҙе һөйләшә, йәшәй башлай. Йылдар буйы күңелемдә материал туплайым. Яйлап улар бер әҫәр булып формалаша һәм шул мәлдә ултырып яҙырға ғына кәрәк.
    – Оҙаҡ яҙаһығыҙмы?
    – Бер пьеса аҙна-ун көн эсендә яҙыла. Сәхнәлә ике сәғәт барған 30 – 35 битлек әҫәрҙе ике-өс йыл буйына яҙыр өсөн бер аҙ алйотораҡ булырға кәрәк. Мостай Кәрим «Ай тотолған төндө» әҫәрен ике аҙна эсендә яҙған. Ә бит ул – классик әҫәр. «Гүргә инер сер ине – 2» тигән пьесамды ике аҙна эсендә көнө-төнө ултырып яҙҙым. Режиссер Гөлдәр Ильясова уҡып сыҡты ла, классик мелодрама, тип ҡотланы. «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың» пьесаһын 10 көн эсендә яҙҙым. Флорид Бүләков премьеранан һуң, классик француз комедияһы яҙғанһың бит, тине. Ә мин уҡымаҫтар, ҡуймаҫтар, ҡарамаҫтар, тип ҡурҡҡайным. Былар бөтәһе лә минең өсөн – юғары баһа.
    – Режиссерҙарҙан кемгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
    – Һайлап йөрөрлөк режиссерҙар беҙҙә юҡ. Гөлдәр Ильясова менән эшләү оҡшай. 90-сы йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите өсөн драматург Флорид Бүләков менән интервью эшләргә тура килгәйне. Ул шунда, драматург булараҡ мине Рифҡәт Исрафилов асты, тигәйне. Шуға күрә уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, Гөлдәр Ильясова минән драматург әүәләне, тип әйтә алам. Ә бит һәр режиссер драматург менән эшләү һәләтенә эйә түгел. Беҙҙә режиссерҙар иҫәпле халыҡ. Әле ҡыҙыҡһынып Рөстәм Хәкимовтың, Азат Йыһаншиндың, Илдар Вәлиевтың эштәрен ҡарайым. Дамир Ғәлимовҡа, Сәлихйән Әфләтүновҡа әҫәрҙәремде ҡуйып ҡыуандырғаны өсөн рәхмәт! Байрас Ибраһимов ни сәбәптәндер ситтә йөрөй. Айрат Әбүшаһманов заманса сәхнәләштереүе менән айырылып тора, тик Европаға йөҙ тотоп дөрөҫ эшләйме икән?
    – Яҙғандарығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
    – Ижадсы икеләнеүҙәренән дә, шикләнеүҙәренән дә ауырыраҡ тойғо бармы икән?! Сөнки иң мөһиме яҙғандарыңдың халыҡҡа барып етеүе. Рәшит Солтангәрәевтың, бер генә һүҙ дөрөҫ яҙылмаһа ла донъя емерелеп китер һымаҡ, тигән һүҙе була торғайны. Һәр яҙғаныма эстән янып, талапсан ҡарайым. Спектакль ваҡытында бер генә тамашасы сығып китһә лә, миңә бик уңайһыҙ һәм оят буласаҡ. Ә бит ярты зал тамашасы сығып киткән пьесалар ҙа ҡуйылғаны бар беҙҙең сәхнәләрҙә. Яҙғандарымды ихлас ҡабул иткән тамашасыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ләкин күңелемдә шундай тойғо йөрөй: иң шәп әҫәр әле яҙылмаған. Эске тойомлауым менән һиҙәм, бер заман барыбер ижад менән генә шөғөлләнәсәкмен.

    Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
    авторы: Нур | 8 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Миҙгел премьера менән ябыласаҡ
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Күңелдәрҙә яҙ һәм театр
  • «Яуызлыҡтың ни икәнен белмәһәң, и ...
  • Буранда тыуған
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru