Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Июль
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алтын көҙҙә үткән шиғриәт минуттары Әҙәбиәт
    Һин бит, китап,
    Тормошҡа юл
    Күрһәткән дә!
    Һин бит, китап,
    Киләсәккә нур
    Һипкән дә!

    Гөлфиә Юнысова.

    Тормошҡа юл күрһәтеүсе, киләсәккә нур һибеүсе генә түгел, халыҡ менән осраштырыусы ла икән ул китап. Үҙәк район китапханаһы иғлан иткән Китап аҙналығында китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм Йәнгүҙәй әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Һаҡмар һәм Түбә ауылдарында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты.
    Һаҡмар ауылы китапханасыһы Гөлсинә Ҡотлоғолова, Китап көнө менән тәбрикләп, китапхананың фондына, яңы китаптарына байҡау яһаны. 7-се синыф уҡыусылары Китаптар уҡыйым йырын күмәкләп башҡарҙы. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Венера Ишбаева Йәнгүҙәй әҙәби-ижад берекмәһенең эшмәкәрлеге, ағзалары менән таныштырҙы. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б. Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты, Тыуған илем – алтын бишек шиғырҙар китабының авторы Миҙхәт Байрамғолов үҙенең балаларға, һөйөклө тормош иптәше Таңһылыу апайға арналған шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе. Шағирҙы шағир иткән – ҡатын. Шағир ҡатыны булыуы ҡыйынмы? – тигән һорауға Таңһылыу апай: Юҡ, ҡыйын түгел, әммә яуаплы. Ул яҙғандарын һәр ваҡыт иң тәүҙә миңә күрһәтә. Оҡшамаған урынын төҙәтеп ебәрә инем. Миҙхәттең шиғырҙары, һүрәттәре минең уҡытыусылыҡ эшемдә һәр ваҡыт ярҙам итте, – тип яуап бирҙе. Оҙон көй район конкурсында өсөнсө урын алған Таңһылыу апай Кәтинкә халыҡ йырын башҡарып, уның тарихын бәйән итте.
    БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Рәйсә Иҫәнбаеваның йәмғиәт сире – эскелек, тормош хаҡында, шағирә Зилә Ғәйетҡолованың дауаханала яҙған лирик шиғырҙары тамашасы күңеленә хуш килде. Һаҡмар ауылында ла шиғриәт һөйөүселәр күп икән. Зөбәйлә Маннапованың һағышлы шиғырҙары күңел ҡылдарын тибрәтте. Мәктәптә әҙәби түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусылар Эльвина Мәһәҙиева, Аида Бикташева, Нурзилә Иҫәнбаева, Әҙилә Хөсәйенова, Рөстәм Ҡотлоғолов, Рәүиә, Света Бикташевалар – кемеһе билдәле шағирҙарҙың, ә кемдәре үҙҙәренең ижад емештәрен тасуири уҡып ишеттерҙе. Уларҙың етәксеһе Фәнүзә Арыҫланова мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең, дәрестән тыш сараларҙың шиғриәт минуттары менән башланыуын, балаларҙы ошо юл менән ғәжәйеп донъяға ылыҡтырыуҙары, уларҙа әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙары хаҡында һөйләне, бөгөн филология юлын һайлаған уҡыусыларҙы телгә алды, бындай күңелдәрҙе сафландырыусы матур осрашыу өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
    Һаҡмар ауылында һандуғастар ҙа байтаҡ икән – Оҙон көй халыҡ йырҙары район конкурсында икенсе урынды яулаған Гөлйыһан Ильясова Төйәләҫ башҡорт халыҡ йырын, ә Зәкиә Рамаҙанова Һин булғанда ғына таң матур исемле лирик йырҙы башҡарып, күңелдәрҙе һағышландырҙы. Һаҡмар төбәге китапханалары кураторы Рима Йәғәфәрова китапханасы булып күптән түгел генә эшләй башлаған Гөлсинә Ҡотлоғоловаға матур осрашыу өсөн рәхмәт әйтте.
    Артабан ҡунаҡтар Түбә ауылы китапханаһына йүнәлде. Бында ла беҙҙе уҡыусылар ашҡынып көтә ине. Осрашыу барышында улар бигерәк тә шиғыр яҙыуға ғына маһир түгел, оҫта рәссам, ҡурай стелаһы авторы ла булған Миҙхәт Байрамғоловты төрлө һорауҙарға күмде, тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Рәйсә Иҫәнбаева билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова менән Түбә мәктәбен тамамлаған икән – ул ошо бала саҡ хәтирәләренә бирелде. Йәнгүҙәй әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Түбә ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Миңһылыу Хәсәнова бындай сараның кәрәклеген билдәләне. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тип, Түбә сәсәниәһе Таңһылыу Сөнәғәтова үҙенең ижад емештәре менән һыйланы. Урындағы ветерандар советы рәйесе Миҙхәт Мәүлетҡолов Түбә мәктәбен тамамлаған билдәле шәхестәрҙе телгә алды. Бала саҡта күргәндәр хәтерҙә ныҡ һаҡлана ул. Бына хәҙер уҡыусылар тере шағирҙарҙы бер күргәс, уларҙың йөҙҙәре балалар күңеленә мәңгелеккә һеңәсәк, – тип осрашыуҙың әһәмиәтен билдәләне. Мәғариф ветераны Нәжибә Әбсәләмова, артистарҙың, ҡалаларҙан килгән театр коллективтарының Түбә ауылын онотоуы, урап үтеүенә үпкә белдереп: Беҙҙең балаларҙы ла онотмағыҙ инде. Улар ҙа матурлыҡты күреп, тойоп үҫергә хаҡлы бит! – тине. Түбә ауыл китапханасыһы Гөлсинә Шәрипова осрашыуҙы бик тә йәнле итеп ойошторҙо, уҡыусылар ҙа әүҙем булып сыҡты: һорау артынан һорау яуҙырып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә шиғырҙар ятланы.
    Сыуаҡ алтын көҙҙә шиғриәт һөйөүсе кескәй дуҫтар менән осрашыу барыһын да шундай хисләндерҙе – Йәнгүҙәй әҙәби берекмәһе ағзалары күтәренке кәйеф менән ҡайтыр юлға сыҡты.

    Айгөл ИшемҒужина,
    Йәнгүҙәй берекмәһе рәйесе.
    Баймаҡ районы.
    авторы: Нур | 23 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Евровидениеға бер аҙым
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәренд&# ...
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru