Ирҙең һүҙе эш булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Атың булһа, ил таный
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ҡыҙыл ут»ҡа сығып барғанда... Әҙәбиәт
    Әҙәмиәтте өйрәнгән, уны һәр яҡлап сағылдырыуҙы бурыс итеп алған әҙәбиәт бөгөн яҙыусы алдында яңы талаптар ҡуя. Яҡтыртыу сығанағы, маҡсаты шул килеш ҡалһа ла, юғары сәнғәт әҫәре ижад итеүселәрҙән уҡыусы, заман зауыҡты нескә тойоусы яңы формалар, алымдар көтә.
    «Йәшлек» гәзите биттәрендә башҡорт шиғриәте хаҡында һөйләшеүҙәр, фекерҙәр күренеп тора. Ә бына проза әҫәрҙәре тураһында әңгәмәләшеү, һүҙ әйтеү – һирәк күренеш. Бәлки, был жанрҙың үҙенсәлегенә генә түгел, ә прозаиктарҙың һирәк яҙыуына, йәш прозаиктарҙың бик аҙ булыуына бәйлелер? «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, прозаик Әмир Әминев менән әңгәмәбеҙ уның үҙ ижады һәм проза жанры хаҡында.


    – Әмир ағай, һөнәрҙәр күп, ә ни өсөн Һеҙ тап яҙыусылыҡ эшен һайланығыҙ? Ни өсөн яҙа башланығыҙ?
    – Кешенең яҙыусы булып китеүенә уны уратып алған мөхит ҙур йоғонто яһай. Fалим, яҙыусы Әнүр Вахитов – әсәйемдең бер туған ағаһы. Мин әле өҫтәл буйы ғына малай булғанда, ул беҙгә килә торғайны. Уның килеүе – беҙҙең өсөн ҙур байрам. Ул һәр ҡайһыбыҙға иғтибарын бүлә, минең менән һөйләшә, нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуымды һораша. Уның шәхсән үҙемә иғтибар бүлеүе күңелде үҫтерә. Был – бер. Икенсенән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Зәйнетдинов – әсәйемдең бер туған ҡустыһы. Ул беҙгә мольбертын күтәреп килә, Еҙем буйына төшөп, һүрәттәр төшөрә. Ул ваҡытта мольберттың нимә икәнен дә белмәгәнмендер, әммә буяу еҫе килеп торған, гуашь, ҡәләмдәрҙән торған рәссам донъяһы миңә бик ҡыҙыҡлы. Ул мине үҙе менән Еҙем буйына алып төшә. Ағайымдың эше миндә ҡыҙыҡһыныу уята, шул уҡ ваҡытта былар бөтәһе лә сәйер ҙә төҫлө. Йылға буйында беҙҙең янға малайҙар йыйылып китә, ағайым өсөн мин тәрән ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Етмәһә, ҡайтҡанда ул миңә мольбертын тоттора. Уны беҙҙә ҡалдырып киткән саҡтары ла була торғайны. Асып ҡарап, эсендәге серле донъяны белергә, танырға теләүемде хәтерләйем.
    Өсөнсөнән, үҙемде белә-белгәндән атайым 10 – 15-ләп баҫма алдырҙы. «Сельская жизнь», «Известия», «За рубежом», кеүек үҙәк баҫмалар, «Башҡортостан», «Ағиҙел» кеүек башҡорт матбуғаты солғанышында үҫтем. Баланың күңел донъяһына, фекер ҡеүәһенә ташҡа баҫылған әйберҙәр йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.
    Йәнә лә әсәйем – Әсмә Сәйфетдин ҡыҙы иҫ китмәле матур йырлай торғайны. Кешегә ауыр һүҙ әйтеү түгел, күтәрелеп ҡарарға ҡыймаған әсәйемдең моңо һаман ҡолағымды иркәләй. Тик олоғая килә ул һирәк йырлай. Шулай ҙа, әсәй, йырла әле, тип һорағас, минең туйҙа йырланы. Был – дүртенсе фактор.
    Әҙәбиәт юлын һайлауымдың йәнә бер сәбәбе – тыуған яғым тәбиғәте. Еҙем буйы, Мағаш тауы, уратып алған урман бала күңелемдә тойоу һәләте орлоғон яралтҡандыр. Бөгөн мин бына ошо килеш нисек бармын – алда һанап үтелгән бишәүгә бурыслымын.
    – Һеҙ шиғриәтте, драматургияны түгел, ә прозаны һайлағанһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ике китап сыҡҡас ҡына хикәйәнең нимә икәнен аңланым, тип әйткәнегеҙҙе уҡыған бар...
    – Үҙемде уратып алған тәбиғәт, ауыл кешеләре хаҡында һөйләгем килә. Уларҙың ҡылыҡтарынан, әйткәндәренән ниндәйҙер мәғәнә табырға тырышыу, шуны башҡаларға һөйләһәм, фәһемле булмаҫмы, тигән уй проза жанрына йәлеп итте. Шул үҙем белгән ҡәҙимге кешеләр хаҡында алыҫыраҡ ишеттереү теләге лә булды, бар. Яҙыусы төрлө яҡлап донъяны, кешеләрҙе өйрәнә. Прозаик өсөн өйрәнеү генә түгел, тәжрибә туплау, анализ яһай белеү бик мөһим.
    Эйе, икенсе китап сыҡҡандан һуң ғына хикәйәнең нимә икәнен белдем, тип әйткәнем бар. Был, ысынлап та, шулай. Әммә тәүге китаптарымда шул дәүер Әмир Әминев үҙ һүҙен әйткән. Бәлки, улар булмаһа, бөгөнгө Әмир Әминев булмаҫ та ине. Был – процесс. Әлбиттә, бөгөнгө профессиональ күҙлектән ҡарағанда, ул китаптарҙағы яҙғандарымдың күбеһен ҡабул итмәйем. Сөнки күләме буйынса бәләкәй булһа ла, хикәйәлә һин характер тыуҙыра алырға тейешһең. Ул сифат юҡ икән, тимәк, хикәйә лә юҡ, тигән һүҙ.
    – Әмир ағай, Һеҙ нисек яҙаһығыҙ? Прозаик Рәшит Солтангәрәев менән булған әңгәмәлә, алты – ете тапҡыр күсерәм, бик оҙаҡ эшләйем, тигәйне.
    – Йылдан-йыл миңә яҙыуы ауыр. Сөнки минең өсөн был – бик яуаплы эш. Ауыр хеҙмәт. Миңә ҡараламаны яҙыуы ауыр, уны эшләһәң, артабан еңел китә. Балта оҫтаһы, әйтәйек, көйәнтә эшләр өсөн ағас таба алмай ыҙалана бит – шуның кеүек инде. Ә инде «ағас»ын тапһаң, «йышыуы» – минең өсөн байрам! Мин йырлайым, бейеп алам, ашап алам, өйҙәгеләрҙе уятып, яҙғанды уҡығы килә. Ана шулай «көйәнтәне йышҡан» арала мин ижад кешеһе булараҡ йәшәп алам.
    Эйе, мин дә әҫәр өҫтөндә ентекле эшләйем. Әммә матбуғатҡа сыҡҡас, яҙғанымды уҡымайым. Сөнки ул инде минеке түгел – йәнемдән осҡан. Рәшит ағай, ысынлап та, ғүмере буйы яҙғандарын ҡабат-ҡабат төҙәтеп, әҫәре өҫтөндә ентекле эшләне. Шакир Янбаев, Рәшит Солтангәрәев, Талха Fиниәтуллин – башҡорт хикәйәһенең классиктары, хикәйәнең нисек яҙылғанын белгән кешеләр. Рус яҙыусыларынан Чехов, Бунин, Шукшиндың әҫәрҙәре ана шулай уҡыла.
    – Әмир ағай, хикәйә «бешереү» процесына ентекләберәк әйләнеп ҡайтайыҡ әле?
    – Тәүҙә фекер, идея килә. Шунан һин материал туплай башлайһың. Бер вариант. Икенсе вариант: ишеткән, күргән ваҡиғаға идея, фекер тултыраһың. Әйтәйек, Бальзактың «Шагреневая кожа» әҫәрендәге тире юҡҡа сығыуын ҡулланып, икенсе яңы әйбер яҙырға ниәтләнәм. Мәҫәлән, бер кеше гел насар ҡылыҡтар ҡыла, шунан ул яйлап хайуанға әйләнә башлай. Тәненә йөн үҫә, тәпәйҙәр барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә ул – йәнлек. Ундай насар кешеләр беҙҙең арала ла бар. Ана шундайҙар күбәйеп китһә, был илдең хайуандар иленә әүерелеүе ихтимал. Бына ошо рәүешле тыуа хикәйә. Мин, әйтерһең, идея тоғон тотоп торам, ә унда материал – иген ҡойола. Бына шулай миңә яҙыуы еңел, ҡабаланып яҙам, студент саҡта бер пар дәрестә бер хикәйә яҙып бөткәнем булды. Әммә әлеге лә баяғы эшләү процесы һис еңелдән түгел, айҙарға һуҙыла. Ул саҡта мин бер нәмә лә ишетмәйем, күрмәйем, үҙ уйҙарым, кисерештәрем мөхитендә йәшәйем. Өйҙәгеләргә лә әйтеп ҡуйғанмын: мине берәү ҙә борсомай. Мин – хикәйәнең ҡоло.
    – Башҡорт әҙәбиәтендә профессиональ хикәйә кемдән башлана? Бөгөн был жанрға ниндәй маҡсаттар ҡуйыла?
    – Әлбиттә, әҙәбиәттә хикәйәнең башланмышы тәрәндә ята. Әйтәйек, Fәйнан Хәйри «Боролош» романын уҙған быуат башында яҙған икән, тимәк, проза жанрында профессиональ кимәлдә ижад итеү, фекер йөрөтөү булған. Сәғит Агиштың хикәйәләрен халыҡ та, әҙәби тәнҡит тә юғары баһалаған. Уларҙың яҙғандарын бөгөнгө менән сағыштырырға кәрәкмәй. Улар беҙгә ҡарағанда ҡайтышыраҡ яҙмаған, һүҙҙе тойған. Хәҙер бит грамоталы кешеләр күп, ә талант юҡ. Әҙәбиәттең маҡсаты һәр ваҡыт бер – кешене өйрәнеү. Әммә бөгөн йәштәр сит ил, рус ҡына түгел, башҡорт әҙәбиәтен, бер-береһенең яҙғанын уҡымай, шуға үҫә лә алмай.
    – Үҙегеҙҙән йәшерәктәрҙән атап әйтерлек исемдәр барҙыр ул, моғайын?
    – Мин һәр ваҡыт әҫәргә фекер һалыуҙы беренсе планға ҡуям. Рәлис Ураҙғоловтың ана шундай хикәйәләрен, Әхмәр Үтәбайҙың, Азамат Юлдашбаевтың эҙләнеүҙәрен ихлас ҡабул итәм. Прозаик тормош сәхифәһен әҙәби ваҡиғаға әүәләй белергә тейеш. Һәр тормош факты әҙәби әҫәр факты була алмай. Тормош дөрөҫлөгө әҙәби жанр дөрөҫлөгө булмауы ла ихтимал. Ысынбарлыҡты сәнғәт әҫәре кимәленә күтәрергә бурыслы әҙип.
    Әҙәбиәт институтында уҡығанда Распутиндың «Уроки французского» хикәйәһен уҡып, илағайным. Ни өсөнмө? Юҡ, малайҙы йәлләп түгел, ә мин бер ваҡытта ла бындай хикәйә яҙа алмаҫмын тип. Ул әҫәр – Распутинды Распутин иткән әҫәр. Сөнки һәйбәт уйланылған, эшләнелгән. Йәштәргә, бәлки, ана шул эшләү етешмәйҙер.
    Марсель Искәндәрҙән күпте көткәйнем, мәрхүм булып ҡуйҙы. Гөлсирә Fиззәтуллина ҙур яҙыусы булырға тейеш, Зөһрә Бураҡаеваның һәйбәт әйберҙәре бар.
    – Үҙенсәлекле хикәйә яҙыу өсөн үҙең дә үҙенсәлекле кеше булырға тейешһеңдер ул?
    – Әлбиттә, холоҡ, күңел талабы, мөмкинлектәр үҙенең эҙен һала. Беҙ, мәҫәлән, һаман Салауат Юлаев образын уның кимәлендә асырлыҡ әҫәр тыуҙыра алмайбыҙ. Сөнки автор үҙе батыр кеүек башкиҫәр яҙыусы булырға тейеш. Әммә көтәбеҙ, көтөргә кәрәк! Тәбиғәт биргән һәләт бер, әммә хикәйә үҙ өҫтөндә эшләгәнде, тормошто, әҙәбиәтте, күп, яҡшы белгәнде ярата.
    Шағир Рәми ағай – иҫ киткес талант, юғары профессиональ кимәлдәге ижадсы. Әммә Мәскәүҙәге ижади мөхит, белем уны тағы ла юғарыраҡ бейеклеккә күтәргән. Әнүр ағайыма яҙған бер хатында ул: «Әнүр, мин ике йылда Әҙәбиәт институты китапханаһын уҡып бөттөм», – тип яҙһа, бер йылдан һуң килгән сираттағы хатында: «Ленинканы (Ленин исемендәге китапхана) уҡып бөттөм», – тип хәбәр иткән. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме уның белем, фекерләү ҡеүәһе кимәлен?! Әлбиттә, ул данлыҡлы Ленинкалағы бар китапты ла түгел, ә үҙенә кәрәген генә уҡыған.
    – Һеҙҙең «Усман ташы» әҫәре хаҡында бер нисә һорау бар: ул повестағы кеүек йәшәһәк, беҙҙе ғәрип ил көтә. Баҫылып сыҡҡас, моғайын, төрлө фекерҙәр ишеткәнһегеҙҙер?
    – Нобель премияһы лауреаты Иван Бунин әйткәнсә, «Я не золотой рубль, чтобы всем нравиться». Әҫәр бөтәһенә лә оҡшаны, тип әйтә алмайым, әммә берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Уҡытыусылар араһынан ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр булды: бабайға, имеш, ундай маҡсат менән уҡытыусы бармаясаҡ. Ә, минеңсә, халыҡ афәт юлынан барғанда ауылда саң ҡағырға, илде, халыҡты һаҡлап ҡалыу сараһын эҙләргә тейешле кеше, ауыл интеллигенты – ул уҡытыусы. Бының менән мин уҡытыусы абруйын күтәргәнмен тип иҫәпләйем, ә улар араһында башҡаса уйлаусылар бар. Йәнә лә был бит ысынбарлыҡ түгел, ә шартлы хәл.
    – Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙә барыбер ниндәйҙер тәрән һыҙланыу бар, пессимистик тон өҫтөнлөк итә кеүек, минеңсә...
    – Шағирә Марина Цветаева: «Жизнь не для жизни», – тигән. Мин был принцип менән килешәм. Тормош тормош өсөн түгел ул, мин оптимистик ауаздарға ҡарағанда пессимистик күренештәрҙе күберәк күрәм. Әммә әҫәремә шуларҙы һалһам да, пессимистик рух менән оптимистик рух уятырға тырышам. Кешеләрҙе сағыштырмайынса бер нәмәгә лә өйрәтеп булмай. Беҙҙә һәйбәт, ал да гөл, тиһәм, был кешеләрҙе алдау, аңын томалау булыр ине.
    – Кем ул әҙип?
    – Яҙыусы – ул диагноз ҡуйыусы, әммә дауалаусы түгел. Дауалау – икенсе кешеләр эше. Оптимистик «Ура!» мине бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы, мин әҫәрҙәремдә һәр ваҡыт «ҡыҙыл ут»ҡа ҡаршы барам.
    – Әҙәби әҫәр ниндәй булырға тейеш?
    – Сәнғәт өсөн сәнғәт минең өсөн түгел, әҙәбиәт ул социаль булырға тейеш. Ул йәмғиәттәге проблемаларҙы күтәрергә бурыслы. Йәмғиәт камил түгел, уның етешһеҙ яҡтарын, хаталарын күрһәтеү мөһим.
    – Яҙыусы йәмғиәттең «ауырыу» яҡтарын күрһәтә, һығымталар яһаламы һуң? Әҙипте ишетәләрме?
    – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелектең дөйөм хатаһы – ул шул уҡ тырмаға баҫа. Быға быуындар алмашыныуы ла, һәр быуындың бөгөнгө менән йәшәүе лә йоғонто яһай, хаталарҙан фәһем алынмай. Әммә яҙыусы әленән-әле иҫкәртеп, тылҡып тормаһа, беҙ күптән үлгән, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан булыр инек. Сөнки йәмғиәт барыбер нимәнелер ала, төҙәтә. Германияның ҡасандыр беҙгә һуғыш асыуы хаҡында хәтергә төшөрөп тормаһаҡ, ул һуғыш, бәлки, күптән онотолор ине. Бөгөн бит хатта, киреһенсә, СССР Германияға ҡаршы һуғыш асҡан булған, тигән фекерҙе халыҡҡа еткерергә тырышыусылар ҙа бар. Ана шуға ла яҙыусы йәмғиәткә әленән-әле саң ҡағып торорға тейеш.
    – Яҙыусы, бөтәһенә лә аңлашылһын тип, зауыҡһыҙлыҡҡа юл ҡуйырға хоҡуҡлымы?
    – Юҡ, әлбиттә. Яҙыусы үҙенең кимәлендәге уҡыусыларға иҫәп тоторға тейеш. Ул үҙенең әҫәре менән уҡыусыны ла күтәрергә бурыслы: фекер уятыу, ынтылыш мөһим.
    – Бөгөнгө уҡыусыға һинд фильмы мотивтарында яҙған хикәйәләр ҡыҙыҡ түгел. Шәхсән үҙемде ундай яҙмалар ялҡытты: Р. Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсына ла күберәге шундай ҡулъяҙмалар килә. Бөгөн хикәйә нисек яҙылырға тейеш?
    – Һәр хикәйәлә уҡыусыны йәлеп итерлек деталь булыуы мөһим: форма, фекер, композиция, образ, тема, идея. Әҫәрҙә яңылыҡ булмай тороп, ул яңы хикәйә булараҡ ҡабул ителмәй. Алда әйткәнемсә, хәҙер дөрөҫ һөйләм төҙөп, жанр үҙенсәлектәренә тап килтереп яҙа белеүселәр күп, ә хикәйәселәр юҡ тиерлек.
    – Һеҙҙең рус телендә «Китай-город» китабығыҙ донъя күргәйне. Ниндәй фекерҙәр ишетергә тура килде?
    – Бик йылы ҡабул иттеләр. «Бельские просторы» журналында эшләүсе, уны уҡып барыусы әҙиптәр яҡты ҡарашын белдерҙе. Удмуртстандың халыҡ яҙыусыһы Вячеслав Сергеев Интернет аша: «Хорошая книга. Я рецензию напишу», – тип хат ебәргән. Ул китаптағы күп әҫәрҙәр «Наш современник», «Дружба народов» кеүек үҙәк баҫмаларҙа, үҙебеҙҙең «Бельские просторы» журналында донъя күрҙе. «Наш современник»тың баш мөхәррире Александр Эбаноидзе ыңғай фекерен белдерҙе. Бының менән мин нимә әйтергә теләйем: башҡорт донъяһы рус уҡыусыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы.
    – Яңы «көйәнтә»гә «ағас» табылманымы әле?
    – Мифологияны ҡулланып, бер әйбер башларға ине тип, «ағас» эҙләп йөрөй инем, таптым. Үҙемә ҡалһа, ҡыҙыҡлы әйбер булмаҡсы. Йәнә – беҙҙең ҡалаларҙа ҡара һәм һары кешеләрҙең күбәйеүе һөҙөмтәһендә бер көн килеп шартлаясаҡ «мина» хаҡында халыҡты иҫкәртеү, һиҫкәндереүҙе еткереү уйы ла бар. Ул халыҡтар – һатыусылар, алыусылар, алыш-биреш итеүселәр. Ә бит «мина» беҙҙең халыҡҡа ҡуйылған. Ул кешеләр бәләкәй генә башҡорт ауылдарына килеп ултыра ла, законға ярашлы тип, үҙ телендә синыф асыуҙы һорай. Асалар. Ул сит кеше үҙе эргәһенә тағы ла икенсеһен, өсөнсөһөн саҡыра... Һәм улар күпмелер ваҡыттан һуң күбәйә. Күбәйгәс, проблемалар тыуа. Улар башҡортто яйлап социаль яҡтан ҡыҫырыҡлай башлай, сөнки һәр бер сара ул кешеләр булған өсөн генә рус телендә үтергә тейеш була. Ҡара, һарыларға беҙҙең ҡыҙҙар иғтибар итә, кейәүгә сыға, бала таба. Ул балалар кем булһа ла була, әммә башҡорт түгел. Ошо хаҡта уйланмау мөмкинме? Яҙыусы ана шулай «ҡыҙыл ут»ҡа барып, хәҡиҡәтте халыҡҡа еткерергә, хәүефте иҫкәртергә бурыслы, тип уйлайым.
    Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
    авторы: админ | 31 января 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Апрель - Алағарай
  • Март. Буранай
  • Мәңгелек хис
  • Ә нимә һуң ул мөхәббәт? Бармы ул ...
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru