Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Илдә булмаған ат
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шиғырҙар Әҙәбиәт, Шиғырҙар
    КҮБӘЛӘК

    Сәскәләргә күмелгән
    гөл-баҡса,
    Бар тирә-яҡ
    йәннәттәге кеүек,
    Ошо хозурлыҡтың
    уртаһында
    Илап тора малай
    башын эйеп…

    Нимә булған уға, күҙ йәштәре
    Ниңә тып-тып тамсы булып тама,
    Ниңә йөрәккәйе әрнеп һыҙлай,
    Ғазаптарға түҙмәй ярһып яна?

    Көтмәгәндә керпектәрен һирпте,
    Мин аңланым шул саҡ
    барыһын да,
    Өҙгөләнгән йәнһеҙ күбәләккәй
    Ята ине үлән араһында…

    ТАБА АЛМАҪ
    ТЫНЫСЛЫҠТЫ

    Таба алмаҫ тыныслыҡты йәнем,
    Тыбырсыныр, тулар, һис туҡтамаҫ,
    Яныр шартлап, йәшен булып
    ялтлар,
    Әммә сәбәпһеҙгә ул һыҡтамаҫ…

    Йәшермәйем хистәремде һеҙҙән,
    Көлөүселәр булһа, әйҙә, көлһөн,
    Йондоҙ булып күктә балҡыр тиҙҙән
    Минең йөрәк – шуны улар
    белһен…

    Эҙләмәгеҙ аҡыллыны миндә,
    Аҡылым юҡ – шунда минең көсөм,
    Хистәр таша ҡайнар йөрәгемдә,
    Хистәр таша… Таша йәшәр өсөн…

    …Таба алмаҫ тыныслыҡты йөрәк –
    Ул көрәшә, еңеү өсөн килде,
    Бәлки, түҙмәҫ, ҡапыл туҡтар
    шартлап –
    Бушҡа булмаҫ… Бер кем әйтмәҫ –
    «үлде»…

    ХУШЛАШЫУ

    Хушлашырға әллә ваҡыт етте,
    Шуға бойоҡһоңдор һин, дуҫым,
    Юлдар беҙҙе офоҡтарға илтте –
    Ә һин булдың тоғро юлдашым…

    Хәҙер беҙҙең юлдар айырыла,
    Тормош бит был, була төрлө саҡ,
    Әммә һин борсолма, болоҡһома,
    Беҙ ҡайтырҙы көтөр бала саҡ.

    … Йылмайҙың да алға атлап
    киттең,
    Һуҡмағымдан мин дә юл тоттом,
    Шул саҡ бала саҡҡа ҡайтҡым
    килде,
    Тик кирегә юлды оноттом…

    ТАҢ

    Иген тулҡындары араһында
    Иртән аҡ томанға төрөнөп,
    Кемдер һағышланды һәм
    кемделер
    Бер туҡтамай эҙләп йөрөнө.

    Кем менәндер һаубуллашты ул
    Һәм кемделер көттө өҙөлөп,
    Бары бер көн өсөн булһа ла ул
    Яңыртылған тормош төҙөнө.

    Ал яулығын күккә элеп ҡуйҙы,
    Һипте ысыҡ – көмөш тамсылар
    Ярҙамында Ер уянды иртән
    Һәм сәскәләр тажын астылар.

    Бына офоҡтарҙа көн күренде,
    Үрмәләне зәңгәр түбәгә,
    Ә һиҙгер таң тағы иреп бөттө,
    Ғүмеркәйе ҡыҫҡа… белмәгән…

    ҺЫУҺАҒАЙНЫМ…

    Һыуһағайным, тик тамсы ла
    Һыу тапманым,
    Шишмә янына барғайным,
    Ул аҡманы,
    Болоттарға инәлгәйнем,
    Улар юҡтар,
    Мине яндырыусы уттар
    Ҡасан туҡтар?!
    Кипкән ирендәрем һаман
    Көтә тамсы,
    Ә ҡояш мине яфалай –
    Уҫал ҡамсы!
    Ғазапланам, бер тамсыға
    Тилмерәмен,
    Ләкин һине ҡотҡарып мин
    Өлгөрәмен…
    Күҙҙәремдән һығып алып
    Ике тамсы,
    Илтәмен усыма һалып…
    Уянғансы
    Шишмәләр, яуып үткәнсе
    Ләйсән ямғыр,
    Минең күҙ йәштәрем һиңә
    Тып-тып тамыр…

    Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
    Бөрйән районы.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ағып барам
  • Марис НӘЗИРОВ
  • Йөрәк һыҙланыуы
  • Күңелендә йыр уның
  • Йәшенле йәшлек
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: лилиә (5 марта 2010 15:22)  
    ни өсөн балалар өсөн баҫмалар бик әҙ???
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru