Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тыүған илен данлап йырланы Әҙәбиәт, Шиғырҙар
    Тыүған илен данлап йырланыКүптән түгел Илеш районында күренекле шағир, Ғәлимов Сәләм премияһы лауреаты, яҙыусы, журналист Ринат Хәйриҙең тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған юбилей тантанаһы үтте. Был ваҡиға уңайынан шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре – республикабыҙҙың күренекле яҙыусылары менән осрашыуҙар ойошторолдо. Тантанала Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Ришат Дихин, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәмил Йәнбәк, яҙыусы Радик Хәкимйәнов, шағир һәм публицист, Фатих Кәрим премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Сиражи, «Аманат» журналының яуаплы сәркәтибе Дамир Шәрәфетдинов, Р. Хәйри менән бергә уйнап үҫкән, уның рухын һүндермәгән, яҡты нур итеп йөрөткән яҡындары, ауылдаштары ҡатнашты.

    Ринат Хәйри... Был исемде әйтеү менән күңелгә яҡты моң тула. Ул моңда тыуған яҡҡа икһеҙ-сикһеҙ һөйөү ҙә, кешеләргә булған оло мөхәббәт тә, киләсәккә бөтмәҫ-төкәнмәҫ өмөт тә, йөрәктәрҙе һыҙҙырған моң да бар. Илеш егете балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә уңышлы эшләп, шиғырҙар ижад итте. Уның тыуған ауылы Үрмәттәге ҡәберенә сәскәләр һалып иҫкә алғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар район балалар китапханаһына юлланды. Р. Хәйриҙең ҡыҫҡа ғына ғүмеренә һәм ижад юлына йәнә бер ҡат байҡау яһалды. Үрге Йәркәйҙең 2-се мәктәбенең 2 – 5-се синыф уҡыусылары тарафынан ша­ғирҙың шиғырҙары уҡылды.
    Р. Хәйри бик күп башланғысҡа нигеҙ һалыусы булды. 1985 йылда райондың «Маяҡ» гәзите эргәһендә ойошторолған йәш хәбәрселәр мәктәбендә шөғөлләнеүселәр бөгөн дә Ринат ағайҙың эшен лайыҡлы дауам итә. Республикала танылған «Ләйсән» әҙәби-музыкаль берекмәһенең эшмәкәрлеге лә шағир исеме менән тығыҙ үрелгән. Сөнки уны башлап ойоштороу­сы ла, ҡанат биреүсе лә Ринат ағай була. Ул әле лә был бе­рек­мәнең почетлы рәйесе тип иҫәпләнә. Район мәҙәниәт һарайында дауам иткән тантанала ошо ижади берекмәлә ҡанаттарын нығыт­ҡан, бөгөн инде үҙе лә бер нисә китаптың авторы булған Иштирәк төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Зәлифә Кашапова, һүҙ алып, үҙенең остазына рәхмәтен еткерҙе.
    Әҙәм балаһының күңеленә ауаздаш, моңдаш булмаһа, шағирҙың ошондай шиғырҙары тыумаҫ ине:
    Күңелем тоймай башлағас
    Шатлыҡтың яҙғыһын да,
    Һинең менән ҡауыштырҙы –
    Мең рәхмәт яҙмышыма.
    Өмөтөм гөлдәре ҡабат
    Сәскәгә бөрөләнде.
    Батырҙарҙы хәтерләнем,
    Хөрмәтләп тереләрҙе.
    Әйберҙәр ҡабат меңдәрсә
    Төҫтәргә буялдылар.
    Мәңгелек йоҡоға талған
    Йырҙарым уяндылар.
    Ышанып ҡарайым хәҙер
    Килер көн балҡышына.
    Мең рәхмәт беҙҙең юлдарҙы
    Бар иткән яҙмышыма.

    Бындай йылы, ихлас йөрәк хистәрен бары тик яратҡан кешеңә генә әйтергә мөмкин. Р. Хәйриҙең тормош иптәше, «Ләйсән» әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе, 19 йыл буйы йәш хәбәрселәр мәктәбенә етәкселек иткән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған журналист Айһылыу Зәки ҡыҙы Хәйретдинова һәм ҡыҙы Ләйсән өсөн дә был сараның бик мөһим һәм тулҡынлан­дырғыс булыуы уларҙың кисәне ойоштороусыларға еткергән рәхмәт һүҙҙәрендә сағылды.
    «Бар донъяһын онотоп уйнай белгән, ихлас итеп шаяра алған, йәнендә моң булған, әҙәбиәт-сәнғәткә ғашиҡ балалар ғына бар яҡтан да килгән, рухи яҡтан бай күңелле һәм шәфҡәтле булып үҫә ала», – тип яҙған Р. Хәйри. Шағирҙың беренсе китабы «Әле яҙ башы ғына» тип атала. Ә балалар поэзияһына ул 1986 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Минең уйынсыҡтарым» исемле йыйынтығы менән килеп инде һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Уның «Хәрефтәр парады», «Эҙләйем һине», «Ҡанаттар ҡайҙа үҫә?», «Әйтелмәгән васыят» китаптары ла үҙ уҡыусыларын тапты.
    1992 йылда «Эҙләйем һине» китабы һәм «Ҡорбан» поэмаһы өсөн шағир республиканың Ғ. Сәләм премияһына лайыҡ булды. Р. Хәйри, оҫта ижадсы булыуы менән бер рәттән, 1992 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған «Упҡын ситендә» повесы аша үҙен талантлы прозаик итеп танытты.
    «Мәңгелек ҡара урман», «Мин ышанам әле таңдарға», «Баландар әсеһе», «Ап-аҡ ҡалас ҡуя Илешем», «Әле яҙ башы ғына», «Бураҙналар» һ.б. ши­ғырҙарына яҙылған йырҙар тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
    Ҡыҫҡаһы, Р. Хәйриҙең ижады – башҡорт шиғриәтенең матур бер биҙәге, Илеш күгенең яҡты бер йондоҙо ул.

    Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
    Илеш районы.

    Табыныу

    Әллә ниңә ҡараңғыла түгел,
    Яҡты саҡта күберәк абынам.
    Тик шулай ҙа бөтә ғүмерем буйы
    Мин ҡояшҡа, көнгә табынам.

    Үрмәт урманында тороп ҡалған
    Малай саҡты бик йыш һағынам.
    Белһәм дә мин ҡартлыҡ көткәнлеген,
    Киләсәккә нығыраҡ табынам.

    Мин ҡош кеүек ике ҡанатлымын,
    Күккә менеп ҡанат ҡағынам.
    Күктә иркен, ләкин тамырҙарым
    Ерҙә булғас, ерҙе һағынам.
    Ғүмер буйы ергә табынам.

    Мин төш кеүек – тормош урманында
    Бер юғалам, берсә табылам.
    Бер ҡараһаң, ҡотоптағы боҙ мин,
    Берсә усаҡ булып ҡабынам.

    Тормоштан һис өмөт өҙгөм килмәй,
    Мин, сабыйҙай, уға табынам.
    Үҙең аңла шунан: был донъяға
    Мин тыуырға риза яңынан.

    Ғүмер һуҡмағы

    1
    Атлайым тау һуҡмағынан,
    Аҫта – болот, өҫтә – ҡар.
    Юлың икһеҙ-сикһеҙ кеүек,
    Ғүмер буйы бар ҙа бар!

    Тик бер заман аҙаштыра,
    Аҫта – упҡын, өҫтә – ҡар.
    Үҙенән-үҙе уйлайһың:
    «Ә шулай ҙа донъя тар!»

    ... Алда – ҡая, артта – яр!

    2
    Артылыштар аша үткәс,
    Юлың төшә түбәнгә –
    Күк үләнле, көмөш һыулы,
    Ожмах кеүек үҙәнгә.

    Алда – яңы артылыштар,
    Яңы юлдар, һуҡмаҡтар.
    Киңлектәргә алып сыға,
    Булһа булһын һуҡмаҡ тар.

    Һуҡмаҡтарға «Рәхмәт» тимен,
    Яҙмышыма «Рәхмәт!» тим.
    Үҙенән-үҙе уйлайһың:
    «Ә шулай ҙа донъя киң!»

    Февраль

    Әкиәттәге төҫлө серле был көн,
    Аңламаҫһың, ҡышмы, яҙмы был!
    Сәс туҙғытып оса февраль ҡары,
    Хыялында уның – Яҙһылыу.

    Утлы бейеү бейеп, күбәләк ҡар
    Керпегеңә ҡуна, сәсеңә.
    Яңылыш ҡына килеп бәрелә лә
    Яңы йондоҙ булып сәселә.

    Алмағастар шау сәскәләме ни?! –
    Ап-аҡ ҡарға сумған урамдар.
    Әллә ниндәй башҡа, үҙгә был көн:
    Муйыл еҫе килә бурандан.
    авторы: admin | 11 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Йәшлек»тә ҡанат нығытҡан Таһир Ишкинин ...
  • Эштәренең емештәре тос
  • «БЫЛ БАҪМАЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР!»
  • Оло талант эйәһе
  • Буласаҡ әҙиптәр байрамы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru