Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Байрам менән!
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштары Әҙәбиәт

    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштарыБөйөк Еңеү байрамы алдынан бер төркөм яҙыусы – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, «Ағиҙел» журналының бүлек мөдире Фәнил Күзбәков, билдәле яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Факил Мырҙаҡаев һәм «Йәшлек» гәзитенән шағир Мөнир Ҡунафин – Миәкә районының Илсеғол ауылында булып, урындағы башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты, ауыл китапханаһын ҡарап, өлкән йәштәге кешеләр менән әңгәмә ҡороп, был төбәккә ҡағылышлы тарихи материалдар менән дә танышты. Нарыҫ тауында булып, Иҙеүкәй батырға зыярат ҡылырға ла, Әүлиә шишмәһенең теште ҡамаштырырлыҡ һыуынан ауыҙ итергә лә өлгөрҙө әҙиптәр.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Әлбиттә, беҙҙең страховка компанияhына был бик сәйер күренеш булды. Ни өсөн тигәндә, йортоғоҙ беҙ контракт ҡағыҙына ҡул ҡуйғандың икенсе көнөндә үк янды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фирма hеҙгә бөтә нәмә өсөн дә аҡсағыҙҙы ҡайтарасаҡ. Янған әйберҙәрегеҙҙең исемлеген hәм хаҡын яҙығыҙ.
    – Fәфү итегеҙ, ә был исемлеккә 10 литр бензинды ла яҙырға мөмкинме?

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң яҡшы яңылыҡ Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер ҙур ҡалала спорт ярыштары үтә. Еңеүсегә тәғәйенләнгән бик ҙур аҡсалата бүләккә йәш кенә егет эйә була. Бына ул өйөнә ҡайтырға сыға. Әммә урамға сығыу менән ҡаршыһына бер ҡатын килә лә, аҡсаның бер аҙ ғына өлөшөн булһа ла уға биреүен үтенә. Ул шул тиклем бәхетһеҙ һәм бойоҡ күренә, егет туҡтап, уның һөйләгәндәрен тын ғына тыңлай. Ҡатындың улы ауырыу, уны аяҡҡа баҫтырыр өсөн бик ҡиммәтле операция эшләргә кәрәк, ә уның бер тин дә аҡсаһы юҡ икән. Егетте ҡатындың һөйләгәндәре тетрәндерә һәм ул бөтә аҡсаһын балаһын һауыҡтырырға теләгән ҡатынға тоттора.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү яҙы Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Ҡәбәхәттәр илде тапанылар,
    Емерелде күпме ҡалалар.
    Ата-әсә хәстәренән яҙып,
    Етем ҡалды бала-сағалар.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үлемһеҙлек яулаған Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Әйләнеп ҡайт, тип оҙаттыҡ,
    Ҡайтманың шул, атайым.
    Ошо кескәй йырғынамды
    Мин һиңә бағышлайым.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир хәтирәләре 2 Әҙәбиәт » Хикәйә

    Беҙҙең полкта Алмаҡаев тигән элемтәсе бар ине. Бик сос егет ине ул, бер ҙә аптырап ҡалмай торғайны. Ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалмаһын, ялт итеп килә лә сыға.
    Бер ваҡыт шулай, һөжүмдең ҡыҙған осоронда, беҙҙең частар фронтты йырып эскә инеп киткәс, Алмаҡаевты саҡырып алалар ҙа ашығыс пакет менән «Оло йорт»ҡа ебәрәләр. Пакетты алып, атына атлана ла китә егет. Был хәл төндә була. Ҡараңғы. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек. Юл таныш түгел. Эй, китә был, эй, китә, бер ауылға барып етә. Шунан, бер аҙ килгәс, тегене туҡтатып алалар ҙа бер русса, бер немецса һораша башлайҙар.
    Был ни хәл? Алмаҡаев сразы эште төшөнөп ала: ул дошман патруленә тап булған икән. Нишләргә?

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир хәтирәләре Еңеүгә 65 йыл, Әҙәбиәт

    Йыл да тиерлек миңә студенттар менән төрлө райондарға фольклор экспедицияһына сығыу форсаты тейә. Сәфәрҙәребеҙ ваҡытында йыр, эпос, әкиәт, легенда, риүәйәт, бәйет кеүек традицион жанр өлгөләрен йыйыу менән генә сикләнмәйбеҙ. Ижтимағи һәм эстетик әһәмиәте булырҙай хәтирәләрҙе лә яҙып ала йөрөүсәнбеҙ. Үкенескә күрә, «бешеп етмәгән», «фольклор булып өлгөрмәгән» тип, әлегәсә бындай әҫәрҙәрҙе күпләп яҙып алыуға, ғилми яҡтан өйрәнеүгә беҙҙә иғтибар ителмәне. Ә башҡа халыҡтарҙа, мәҫәлән, рус совет фольклористикаһында, был эш күптән юлға һалынған. Үҙҙәренең ғилми хеҙмәттәрендә, йыйынтыҡтарында рус ғалимдары уларҙы «быль», «сказ», «устный рассказ» тип атап йөрөтә. Гәзитебеҙҙең хөрмәтле уҡыусылары, фашизмды юҡ итеүҙә туранан-тура ҡатнашып, әле беҙ тыныс шарттарҙа (Аллаға шөкөр!) 65 йыллығын билдәләгән Бөйөк Еңеүҙе, ҡандарын түгә-түгә, йәндәрен аямай, үҙҙәре яулашҡан фронтовиктар ауыҙынан яҙып алынған бер нисә хәтирәне тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош юлым Еңеүгә 65 йыл, Әҙәбиәт

    Тормош юлымМин, Арыҫланбаев Сәхиулла Йосоп улы, 1916 йылдың 1 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ишбулды ауылында (хәҙерге Йылайыр районы), крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгәнмен.
    Бала сағым хаҡында иҫләгәндәрҙән. Тамаҡ аҫрар өсөн, атайым, ағайҙарым менән Орск баҙарына ағас ашҡаяҡ ташый торғайныҡ. Бер ашҡаяҡтың хаҡы 3 тиндән алып 6 тингәсә баһалана. Шулай, бер барғаныбыҙҙа атайым менән башын 2 һум иҫәбенән өс ябаға тай алып ҡайттыҡ; бер ҡаҙаҡ кешеһе, йөҙ илле баш йылҡы алып килеп, һата алмағанлыҡтан шулай осһоҙға ебәрҙе. Алты йәшлек айғыр ул ваҡытта 40 һум тора ине.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru