Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Лариса Абдуллина Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Бурҙан бур һин, тип тамаҡ яра, аптырама,
    Харамдыҡы харам инде, эсен ҡыра.
    Хәләл генә һәр ваҡыт та көстә ҡала,
    Бер тибәрһең ундайҙарҙың арт һанына.
    Ата-бабаң хәреф танып намаҙ ҡылды.
    Наҙан ғына наҙандар тип һөрән һалды.
    Белһен өсөн барса ғаләм барыһын да,
    Иҫбатлансы йән иҫәбе барышында.
    Уҡымышлы булды һәр саҡ барса халҡың,
    Шул кимәлде күтәрергә барсы хаҡың.
    Уҡы, улым, ярҙам итәм, килә хәлем,
    Сабыр бул һин һәм бул һин ғалим.

    авторы: admin | 10 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сыңрай-сыңрай осто торналар Әҙәбиәт » Хикәйә

    Байрам табынындағылай, шау-гөр килеп тамаҡ туйҙырып алғандан һуң, яңынан эшкә тотондоҡ. Арғынбай ағайҙар, ҡулайлы урын самалап, икенсе кәбәндең төбөн һала башланылар. Был саҡта инде ауыл тарафындағы тауҙар өҫтөндә һирәк-һаяҡ аҡһыл болоттар йөҙгәне күренде. Уларҙы шәйләгән кәбәнселәр бер-бер артлы:
    – Болот ҡараймаҫ борон тағы бер кәбән ослап өлгөрәбеҙме?
    – Ҡурҡмағыҙ, болот яумай, бойороҡ яуа.
    – Яуғанға оҡшамай шикелле, – тип үҙ фекер­ҙәрен белдерҙе.
    Йор һүҙле Арғынбай ағай ҡыҫҡа ғына бер көләмәс тә һөйләп өлгөрҙө:

    авторы: admin | 2 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Миңһылыу Ишемғулова Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Көн йылытҡас, көнгә
    бағып,
    Үҫеп буйҙар еткерҙем.
    «Йәшлек»-шоу»ҙа
    ҡатнашырға
    Фоторәсем ебәрҙем.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Зөбәйлә Фәтиева Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Көнбағыштар сәстем яҙын,
    Баҡсаларым тултырып.
    Симешкәләр сиртермен, тип,
    Ҡышҡы кистә ултырып.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Миңзәлә Монасипова Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Эҫе көндәрҙең еткәнен,
    Баҫыу кипкәнен тоям.
    Иртән ҡояш ҡаршылайым,
    Кисен оҙатып ҡуям.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Мин көнбағыш – ҡояш ҡайҙа,
    Шунда башымды борам.
    Бик ҡыҙҙырғас оло ҡояш,
    Эшләпә кейеп торам.

    авторы: admin | 26 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғырҙар. Ғәлимйән Нәжметдинов Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Селләнең ҡурмастай көнө,
    Эҫе бәкәлгә һуға,
    Башҡа эҫе һуҡмаһын тип,
    Эшләпә кейҙем шуға.

    авторы: admin | 25 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йомаҡ Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡыҙыу ураҡ осоро. Баш мөхәррир, киләһе һанға репортаж кәрәк, тигәс, фотограф менән районға киттем. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, килеүҙең маҡсатын белгәс, ҡосаҡлап алды.
    – Уборка гөрләп бара, тап беҙгә килеп, бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ана, «Алға» йәмғиәтенең Йомғаҡ бүлексәһендә гектарынан уртаса 50 центнер алалар, шунда барырһығыҙ, – тип, арҡанан дөпөлдәтеп һөйҙө.
    Был яҡтарҙа бик ихлас кешеләр йәшәй икән. Район үҙәгендә иң шәп ресторанға барып, ошо төбәк менән беҙҙең гәзит араһында бөрөләнеп килгән дуҫлыҡты затлы коньяк тултырылған бокалдар сыңы менән нығыткас, замана мичуринсылары янына йүнәлдек.

    авторы: admin | 24 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru