Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Йондоҙнамә
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңы ғына эшкә урынлаш­ҡан милиция хеҙ­мәткәре тәжрибәле иптәштәре менән тәүге тапҡыр ҡалаға патрулгә сыға. Рация аша, бер урынға йыйылышып торған сәйер халыҡ күрен­һә, тиҙ генә уларҙы ҡыуығыҙ, тип бойороҡ бирәләр. Бер урам буйлап китеп барғанда, бик күп кеше йыйылғанын күреп, йәш хеҙмәткәр машинаның тәҙрәһенән эре генә:
    – Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә таралышығыҙ, – тип ҡысҡыра. Береһе лә урынынан ҡуҙғалмай. Шунан теге бар көсөнә:
    – Мин бит һеҙгә таралышығыҙ, тим, – тип ҡысҡыра.
    Кешеләр, аптырашып, патруль машинаһына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына таралыша. Ә теге милиционер, башын юғарыраҡ күтәреп, өлкәненән:
    – Шунан, мин уларҙы нисек? – тип һорай.
    – Былай насар түгел, – ти тегеһе. – Әгәр халыҡ йыйылған урындың автобус туҡталышы икәнен иҫәпкә алмағанда.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд бара. Судья хөкөм ителеүсегә:
    – Хәҙер нисек итеп сейфты асҡанығыҙҙы һөйләгеҙ инде? – ти.
    Ир оҙаҡ ҡына шым ултыра һәм:
    – Ғәфү итегеҙ, судья әфәнде, һөйләй алмайым. Сөнки залда конкуренттар күп, – ти.

    * * *
    Урамда ике ир осраша. Береһе:
    – Хәлдәр нисек, Ирек? Ҡара әле, һин ниндәй үҙгәргәнһең. Ябыҡҡанһың, ҡартайғанһың, сәстәрең дә ағарған, күҙҙәрең дә насарланған, ахыры, күҙлек кейгәнһең, – ти.
    – Ғәфү итегеҙ, һеҙ яңылыштығыҙ, мин Ирек түгел, – ти икенсеһе.
    – Бына бит, һин хатта исемеңде лә үҙгәрткәнһең дә

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйтһәм, белеп Әҙәбиәт

    Выждан – ул иң элек күңел хөкөмө.
    Ғайса Хөсәйенов.

    Кемдең выжданы юҡ – һөйгәне
    юҡтыр,
    Кемдең һөйгәне юҡ – йәне
    юҡтыр.
    Аҡмулла.

    Ғәйбәт, ялған-хурлыҡтан һаҡлап ҡалыр саф выждан.
    Риф Мифтахов.

    Кеше тормошонда ни теләмәй, тик теләкте выждан кәртәләй.
    Ғәйнан Хәйри.

    Йәшәгәндән ерҙә выжданһыҙ, көн күреүе артыҡ ыштанһыҙ.
    Мәүлит Ямалетдин.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауға баҫып, Илһам диңгеҙендә Ҡояш булып йөҙөп барамын» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Фәрүәз Әбдрәфиҡ Ишембай районының Этҡол ауылында 1949 йылда тыуған. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында педагогика кафедраһы профессоры булып эшләй.
    Әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Уның шиғырҙары, хикәйәләре «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында баҫылып тора. «Ғәфү ит» тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе.
    Бөгөн уҡыусыларыбыҙға уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Етәксе бүлеккә килеп инә лә:
    – Бөгөн һеҙгә өсөнсө тапҡыр инәм һәм өсөһөндә лә берегеҙҙең дә бер нәмә лә эшләмәй, тик ултырыуын күрәм. Быны нисек аңларға? – ти.
    – Бөтә хикмәт шунда: һеҙҙең ботинкаларығыҙҙың табаны бик йомшаҡ, – тип ысҡындырған бер хеҙмәткәр.

    * * *
    Ҡот осҡос авариянан һуң водитель аңына килә һәм:
    – Мин ҡайҙа? – тип һорай.
    – Егерме бишенселә, – тиҙәр уға.
    – Дауаханаламы, әллә камераламы? – тигән ир.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Кафела.
    – Ҡара әле, – ти йәш актриса егетенә, – ана тегендә, төпкө яҡта, ултырған кеше Виктор Гюго түгелме?
    – Һин нимә, ҡәҙерлем, ул бит күптән үлгән!
    – Ҡара, ҡара, ә ул һелкенә...

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошмо был... Әҙәбиәт

    Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халыҡҡа, баҡһаң, тетрәнеү кисереү өсөн күп кәрәкмәй икән. Ҡыштан ялҡҡан кешеләр яҙҙың килеүенә шатланып, уның иртәләүенә, яуым-төшөмдөң булмауына артыҡ иғтибар бирмәне. Һабантуйҙар ойошторолоп, сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды. Ғәҙәти генә башланып киткән яҙ, уның артынса килгән йәй айҙарында яуым-төшөмдөң әҫәре лә булмағанлыҡтан, ер кипте, үлән ҡалҡып та өлгөрмәй кибеп торҙо. Ауыл халҡын ғәмгә һалып, ҡоролоҡ килде.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru