Ҙур эште әкренләп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мөхәббәт йәштәре Әҙәбиәт

    Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө.

    авторы: admin | 11 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Теләк – бер ҡосаҡ, эшләгән эш – бер ус Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Теләк – бер ҡосаҡ,  эшләгән эш – бер усЙылайыр райо­нының Һабыр ауылы ҡыҙы бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә, яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынау тота, «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенә лә йөрөй. Ошонда таныша ул гәзит сығарыу донъяһы менән. Артабан «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе була, ошо баҫма мөхәрририәте уға Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияны тапшыра. Шулай уҡ Хәйҙәр Тапаҡов, Хәй Мөхәмәтйәров премиялары лауреаты ла ул. Һуңғыһына «Илһам шишмәләре – 2007» фестивалендә әүҙем яҙышыусы ижадсы булараҡ лайыҡлы тип табыла.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйтһәм, белеп әйтәм Әҙәбиәт

    Ғилем – сәсеүсе иләгендәге орлоҡтарға оҡшаш. Үҙегеҙгә мәғлүм: орлоҡ бәрәкәтле ергә сәселһә, тейешле тәрбиә алһа, дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ғилемдең сәсеүлеге – кешенең аңы, зиһене. Аң-зиһен ни тиклем асыҡ, үҙенә төшкән орлоҡтарҙы ҡабул итергә ни дәрәжәлә әҙер булһа, үҙләштерелгән белем дә шул тиклем үк файҙалы булыр. Белем, фән – хәҡиҡәттең нигеҙендә ята…

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йәш ҡыҙ машинаһын тыйылған урында туҡтата. Эргәһенә инспектор килә лә:
    – Һеҙ нимә, бер нәмә лә күрмәйһегеҙме әллә? – ти.
    – Юҡ... Әй, ғәфү итегеҙ, шунда уҡ төшөнмәгәнмен. Һеҙҙең өҫтөгөҙҙә яңы форма икән дә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Был ниндәй ауыл?»
    Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор ме­нән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай.

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сатира Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *
    Магазинда ике әхирәт һөйләшә.
    – Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе.
    – Нимә хөрмәтенә һуң?
    – Әй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.
    * * *
    – Әйтегеҙ әле, костюмығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ?
    – Парижда.
    – Ул Одессанан алыҫмы?
    – 10 мең саҡрым.
    – Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр!
    * * *
    Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай.
    – Алло, был радиомы?
    – Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
    – Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
    – Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
    – Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.
    * * *
    Ике пенсионер осраша:
    – Шунан, хәлдәр нисек?
    – Ресторандан сыҡҡан юҡ!
    – Әллә берәй мираҫ алдыңмы?
    – Швейцар булып эшләйем.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт йәштәре Әҙәбиәт » Хикәйә

    Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө. Әммә өләсәһе, йылмайып:
    – Һин былай бик мауығып китмә әле, ҡыҙым, ә иларға мөмкин, күңелең күпме теләй. Был күҙ йәштәре һинең мөхәббәтеңде нығытасаҡ ҡына, – тине.
    Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән өләсәһенә һораулы ҡараш ташланы.
    – Нисегерәк итеп аңлатайым икән? – тип, өләсәһе уйға ҡалды. Үҙ тормошонан алынған һығымталар менән аңлатырға тырышты.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Cелләгә аяҡ баҫҡанда Әҙәбиәт, Хикәйә

    Бөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
    Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта. Ҡыш буйы һунарсыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырған ҡиммәтле тиреһенең дә йөндәре ҡойолоп, кеше күргеһеҙ булды. Торғаны бер йолҡош инде, ҡарап тороуы ерәнес. Әллә берәй хәшәрәт сир ҡағылды, Хоҙайым шомлоғо.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru